![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/3/31/Islam_by_country.png/640px-Islam_by_country.png&w=640&q=50)
Ислам донъяһы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ислам донъяһы термины (ғәр. العالم الإسلامي - әл-ғәләмү-л-исламий; рус. исламский мир) бер нисә мәғәнәгә эйә. Дини мәғәнәлә ислам донъяһы — мосолмандарға, ә мәҙәни йәһәттән был цивилизацияла йәшәүсе мосолман булмағандарҙы үҙ эсенә алған ислам цивилизацияһына ҡарай. Хәҙерге геосәйәси йәһәттән был термин ғәҙәттә күпселекте мосолмандар тәшкил иткән илдәргә ҡарай.
![Thumb image](http://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/3/31/Islam_by_country.png/640px-Islam_by_country.png)
2010 йылда 1,6 миллиард кеше, йәғни донъя халҡының 23,4 проценты, мосолман булған[1]. Шуларҙың 62 проценты Азия һәм Тымыҡ океан төбәгендә[2] , 20 % — Яҡын Көнсығышта һәм Төньяҡ Африкала[3] , 15 % Үҙәк Африкала[4], яҡынса 3 % Европала[5] һәм 0,3 % Америкала йәшәй[6][7][8][9].