Ион диңгеҙе[1] (бор. грек. Ἰόνιον Πέλαγος, Ионион[2], грек. Ιόνιο Πέλαγος [iˈonio ˈpelaɣos], итал. mar Ionio [mar ˈjɔːnjo]) — Балҡан менән Апеннин ярымутрауҙары һәм Крит менән Сицилия утрауҙары араһындағы Урта диңгеҙҙең өлөшө. Отранто боғаҙы аша Адриатик диңгеҙ, ә Мессина боғаҙы аша Тиррен диңгеҙе менән тоташа. Көньяҡ Италия, Албания һәм Греция яр буйҙарын йыуа.

Ҡыҫҡа факттар Ион диңгеҙе, Урынлашыуы ...
Ион диңгеҙе
Thumb
УрынлашыуыУрта диңгеҙ 
Майҙаны169 мең км²
Иң ҙур тәрәнлек5121 м
Уртаса тәрәнлек2083 м
Thumb
Ион диңгеҙе картаһы
 Ион диңгеҙе Викимилектә
Ябырға

География

Майҙаны — 169 мең км², максималь тәрәнлеге — 5121 м (был Урта диңгеҙҙең иң тәрән урыны булып тора).

Яр буйҙары, бигерәктә Илн утрауҙары урынлашҡан көнсығыш өлөшө, ныҡ бүлгеләгән. Ион диңгеҙе ҡултыҡтары: Патраикос, Коринф, Таранто, Месиниакос, Амвракикос һ. б.

Һыу температураһы — февралдә 14 °C һәм августта 25,5 °C тәшкил итә. Тоҙллоғо 38 ‰. Ярым тәүлекле һыу артымының бейеклеге 0,4 метрға барып етә. Өҫкө ағымдарҙың тиҙлеге яҡынса 1 км/сәғ тәшкил итә һәм улар циклональ әйләнеш барлыҡҡа килтерә.

Thumb

Хужалыҡта әһәмиәте

Балыҡ тотоу (скумбрия, тунец, камбала, кефаль) һәм туризм был төбәктә айырыуса ныҡ үҫешкән.

Төп порттары:

  • Грецияла — Патры, Керкира, Игуменица.
  • Италияла — Таранто, Катания.
  • Албанияла — Саранда.

Этимологияһы

Диңгеҙ атамаһы боронғо грек ҡәбиләһе иондарҙан барлыҡҡа килгән тип фаразлайҙар, улар б. э. т. XI—IX быуаттарҙа Ионияны колониялаштырған, ә б. э. т. VIII—VI быуаттарҙа Кефалиния һәм көнбайыш Греция яр буйының башҡа утрауҙарында торамалар нигеҙләй[3]. Ҡайһы бер авторҙар диңгеҙ атамаһын боронғо грек мифологияһы шәхесе Ио менән бәйләй, Зевс йәки Гера уны һыйырға әйләндергәс ошо диңгеҙ аша йөҙөп үтә[4].

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Wikiwand in your browser!

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.

Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.