![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/b/b1/Aegopodium_podagraria_1.jpg/640px-Aegopodium_podagraria_1.jpg&w=640&q=50)
Зәржә
From Wikipedia, the free encyclopedia
Зәржә, зәрзә, сәрәтә, сәрҙәкәй, фәрҙә, келән көпшә (лат. Aegopódium, рус. Сныть) — сатыр сәскәлеләр ғаиләһендәге күп йыллыҡ үләнсел үҫемлектәр төрө.
![]() | ||||||||||
О. В. Томе, «Flora von Deutschland, Österreich und der Schweiz», 1885 китабынан ботаник иллюстрация |
? Зәржә | ||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||
|
||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||
Aegopodium L., 1753 | ||||||||||
|
Был үҫемлек халыҡта төрлөсә аталып йөрөй. "Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге"ндә зәржә, сәрҙә варианттары бирелгән. Сәрәтә, сәрҙәкәй, фәрҙә, келән көпшә тигән варианттар ҙа бар. Башҡорт ҡолағы өсөн бик үк тәбиғи булмаған «Ф»-ға башланған атама ҡайҙан килеп сыҡҡандыр. Был үлән киң таралған. Ҡайҙа ғына үҫмәй зәржә: баҡсала, урман, һыу буйҙарында ла уның хуш еҫтәре әллә ҡайҙан аңҡып торған аҡ сатырбаш сәскәһен күрергә мөмкин. Сүп үләне тип баҡсасылар унан ҡотолорға тырыша. Уның һабағында һәм япраҡтарында С витамины (44—100 мг%), каротин (8 мг%), аҡһымдар (22 %), кальций һәм кобальт күп. Ҡан тамырҙарын, теш ҡаҙнаһын нығытыуы билдәле.
Зәржәне сәскә атҡанға тиклем йыялар һәм ҡулланалар. Ауылыбыҙҙа уны һыҙлаған быуынға ябалар ине. Сит-ситтәре семәрле ҡара-йәшел япраҡтарын ике-өс минут бешекләп турамаға ҡушалар.