Зәм-зәм һыуы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Зәм-зә́м һыуы (ғәр. زمزم), Ғәрәбстандағы Мәккә ҡалаһында Ҡәғбә мәсете ишек алдындағы ҡойонан алынған һыу.
Ҡыҫҡа факттар Дәүләт, Административ-территориаль берәмек ...
Зәм-зәм һыуы | |
ғәр. زمزم | |
Дәүләт |
![]() |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Мәккә |
![]() |
Ябырға
XVII быуатта ҡойо өҫтөнә көмбәҙле бина һалынған. Хәҙер уны ҙурайтҡандар, зауыҡ менән биҙәгәндәр. Бина түбәһендәге тәпәнгә һыу ҡойонан электрик һурҙырғысы ярҙамында ҡыуҙырыла, шунан биналағы һемәктәргә ағып төшә. Хажиҙар, Ҡәғбәне тәүаф ҡылып, Сафа һәм Мәрүә тауҙары араһын ете тапҡыр урағандан һуң, ошо бинаға төшә. Мосолмандар зәм-зәм һыуын тәнгә лә, йәнгә лә шифалы икәнлеген белә. Уны һәр төрлө ауырыуҙан дауаланыу өсөн эсәләр. Сүлмәк һәм металл һауыттарға тултырып, тыуған илдәренә алып ҡайталар.