From Wikipedia, the free encyclopedia
Зәй-Ҡаратай — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Лениногорск районы ауылы. Зәй-Ҡаратай ауыл биләмәһе составына керә һәм уның үҙәге булып тора.
Ауыл | |
Зәй-Ҡаратай татар. Зәй-Каратай | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район |
Лениногорск |
Ауыл биләмәһе |
Зәй-Ҡаратай |
Координаталар | |
Нигеҙләнгән | |
Халҡы | |
Милли состав | |
Конфессиональ составы | |
Сәғәт бүлкәте |
UTC+4 |
Почта индексы |
423273 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Номер в ГКГН | |
Ауыл Зәй-Ҡаратай йылғаһы буйында, Лениногорск ҡалаһынан төньяҡ-көнбайыштараҡ 22 км алыҫлыҡта урынлашҡан[4].
Зәй-Ҡаратай — Юрмый һәм Тамъян улустары башҡорттарының ауылы. Тәүге тапҡыр 1772 йылда телгә алына. Ауыл һуңыраҡ Ырымбур губернаһы Бөгөлмә өйәҙенә ҡарай. 1850 йылда Бөгөлмә өйәҙе Һамар губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл башта Әмекәй улусы, артабан Ҡаратай улусы составына керә. ХХ быуат башында ауылда 2 һыу тирмәне, 2 мәсет һәм 2 мәктәп теркәлгән[5]. 1917 йылда земство мәктәбе асыла[4].
1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Бөгөлмә кантоны составына керә. 1930 йылда Әлмәт районы, 1935 йылда — Яңы Песмән районы, ә 1955 йылда — Лениногорск районына составына инә[4].
1762 йылда ауылда 9 ихатала 55 йән типтәр, 1816 йылда — ир енесле 3 йән башҡорт; 1859 йылда 117 ихатала 1032 ҡаҙна крәҫтиәндәре һәм башҡорт иҫәпләнгән. 1870 йылда 45 ихатала — 270 башҡорт, 1905 йылда 95 йортта 519 кеше, 1912 йылда 123 ихатала — 634 башҡорт йәшәй[5].
1746 | 1782 | 1859 | 1883 | 1897 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989[4] |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
42 | 153 | 1032 | 1283 | 1941 | 2238 | 2614 | 2291 | 2372 | 2200 | 2131 | 1686 | 1226 |
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.