From Wikipedia, the free encyclopedia
Зырин Николай Георгиевич (22 март 1909 йыл — 4 март 1997 йыл) — СССР һәм Рәсәй тупраҡ белгесе, биология фәндәре докторы (1968), тупраҡ мониторингыһы һәм бысраныу проблемалары буйынса мәктәпкә нигеҙ һалыусы.
Зырин Николай Георгиевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 22 март 1909 |
Тыуған урыны | Дондағы-Ростов, Дон Ғәскәре өлкәһе[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 4 март 1997 (87 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Ваганьков зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | почвовед |
Эш урыны | М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты |
Уҡыу йорто | М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | биология фәндәре докторы[d] (1968) |
Ғилми етәксе | Троицкий, Евгений Петрович[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
1909 йылдың 22 мартында Дондағы Ростовта күп балалы ғаиләлә тыуған. Урта белемде Ырымбур гимназияһында ала. Гимназияны тамамлағандан һуң ауыл мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. 17 йәшендә Ҡазан университетына уҡырға инә. 1930 йылда Мәскәү дәүләт университетының тупраҡ-география факультетына күсерелә. 1935 йылда Мәскәү дәүләт университетын тамамлай. 1938 йылда Евгений Петрович Троицк етәкселегендә «Закономерности катионного обмена в почвах» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1941 йылда ополчение сафына инә, яраланып реабилитацияланғандан һуң университетҡа кире ҡайта[1]. 1941—1942 йылдарҙа факультеттың деканы вазифаһын биләй, ә 1942—1954 г йылдарҙа геолог-тупраҡ факультетының деканы урынбаҫары була[2]. 1968 йылда «Узловые вопросы учения о микроэлементах в почвоведении» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай. 1969 йылда профессор дәрәжәһе бирелә[3]. 1974 йылда Мәскәү дәүләт университетының химия кафедраһын ойоштора һәм уны 1980 йылдарға тиклем етәкләй. 1997 йылдың 4 мартында вафат була, Мәскәүҙә Ваганьков зыяратында ерләнә.
Тупраҡ минералогияһы мәсьәләләре менән шөғөлләнә, тупраҡтың физик-химик тикшеренеү методтарын эшләй. Үҫемлек һәм тупраҡтың спектраль анализ ысулдарын камиллаштыра. «Тупраҡ-үҫемлек» системаһында микроэлементтарҙы бүлеү проблемаларын тикшерә. Педохимияның теоретик нигеҙҙәрен эшләй. Тупраҡ мониторингыһы һәм бысраныу проблемалары буйынса мәктәпкә нигеҙ һалыусы булып тора. Үләндәрҙә һәм тупраҡта микроэлемент миҡдарының бәйләнештәр мәсьәләһен өйрәнә[4][5] . Тупраҡ өйрәнеүселәрҙең халыҡ-ара тупраҡ химияһы буйынса комиссияның вице-президенты була. «Тупраҡ фәне» һөнәре буйынса Мәскәү дәүләт университеты янындағы диссертация советы рәйесе. Микроэлементтарҙы өйрәнеү буйынса күп кенә Бөтә Союз конференцияларын ойоштора. Зырин етәкселеге аҫтында Яҡынса 60 кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлана. Никодим Антонович Качинский менән берлектә Ленин тауҙарында МДУ тупраҡ стационарын ойоштороуҙа ҡатнаша[1].
2003 йылдан алып ғилми «Зырин уҡыуҙары» уҙғарыла
Ватан һуғышы ордены, «Фиҙәҡәр хеҙмәте өсөн», «Мәскәүҙе обороналаған өсөн», «Мәскәүҙең 800-йыллығы иҫтәлегенә», В. И. Лениндың тыуыуына 100- йыллыҡ айҡанлы фиҙәҡәр хеҙмәте өсөн" миҙалдары менән бүләкләнә[2].
200-ҙән ашыу фәнни эштәре нәшер ителә[2], шул иҫәптән:
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.