Зидан Зинедин
From Wikipedia, the free encyclopedia
Зинедин Язид Зидан (франц. Zinédine Yazid Zidane, ғәр. زين الدين زيدان, кабил. Zineddin Lyazid Zidan; әйтелеше: [zinedin zidan]; 23 июнь, 1972 йыл, Марсель, Франция) — кабил сығышлы күренекле француз футболсыһы һәм тренеры . Футбол тарихында бөйөк уйынсыларҙың береһе тип иҫәпләнә[5][6]. Үҙ карьераһын Зидан «Канн» клубында үҙәк ярымһаҡсы булып башлай, һуңыраҡ «Бордо» өсөн сығыш яһай, әммә уны бөтә донъяға билдәле француз яһаған клубтар тип «Ювентус» һәм «Реал Мадрид» һанала. Улар составында француз ун ике трофей яулай.
Зинедин Зидан | |||||
Информация | |||||
Тулы исеме | Зинедин Язид Зидан | ||||
Ҡушаматы | Зизу (франц. Zizou) | ||||
Тыуа | 23 июнь 1972({{padleft:1972|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})[1][2][3][…] (52 йәш) 16-й округ Марселя[d], Марсель[4] | ||||
Гражданлығы | Франция | ||||
Буйы | 185 см | ||||
Позиция | ярымһаҡсы | ||||
Клубы | |||||
Клубы | Реал Мадрид | ||||
Вазифа | баш тренер | ||||
Карьера | |||||
Йәштәр клубтары | |||||
1982—1983 | Сен-Анри | ||||
1983—1987 | Сетем-ле-Валлон | ||||
1987—1988 | Канн | ||||
Клуб карьераһы* | |||||
1988—1992 | Канн | 61 (6) | |||
1992—1996 | Бордо | 139 (28) | |||
1996—2001 | Ювентус | 151 (24) | |||
2001—2006 | Реал Мадрид | 155 (37) | |||
1988—2006 | Всего за карьеру | 506 (95) | |||
Йыйылма командаһы** | |||||
1988—1989 | Франция ( 17 йәшкә тиклем) | 4 (1) | |||
1989—1990 | Франция ( 18 йәшкә тиклем) | 6 (0) | |||
1990—1994 | Франция ( 21 йәшкә тиклем) | 20 (3) | |||
1994—2006 | Франция | 108 (31) | |||
1995 | Франция (B) | 1 (0) | |||
Тренер карьераһы | |||||
2013—2014 | Реал Мадрид | ассистент | |||
2014—2016 | Реал Мадрид Кастилья | ||||
2016—2018 | Реал Мадрид | ||||
2019—х. в. | Реал Мадрид | ||||
Халыҡ-ара миҙалдары | |||||
Донъя чемпионаты | |||||
Алтын | Франция 1998 | ||||
Көмөш | Германия 2006 | ||||
Европа чемпионаты | |||||
Алтын | Бельгия/Нидерланды 2000 | ||||
Бронза | Англия 1996 | ||||
Дәүләт наградалары
| |||||
* Профессиональ клуб өсөн уйындар һәм голдар иҫәбе милли чемпионаттарҙың төрлө лигалары өсөн генә һанала, 30 май 2020 ҡарата төҙәтелгән. ** Рәсми матчтарҙа милли йыйылма команда өсөн уйындар һәм голдар иҫәбе. | |||||
Зидан дүрт тапҡыр (1998, 2000, 2003, 2006) донъяның һәм бер тапҡыр (1998) Европаның, 2004 йылда УЕФА тарафынан һуңғы 50 йыл эсендә иң яҡшы футболсыһы тип таныла[7]. 2016 йылда france football версияһы буйынса тарихта иң яҡшы Француз футболсыһы булып таныла. Уның «Реалға» күсеүе 2001 йылда 75 млн евро тора һәм ул ваҡытҡа бер уйынсыға түләнгән рекордлы сумма булып һанала. Бары тик 8 йылдан һуң, 2009 йылда уның рекордын Роналдо Криштиану үтеп китә, уның күсеүе өсөн 94 миллион евро түләнә[8].
1994—2006 йылдарҙа Франция йыйылма командаһы өсөн сығыш яһай, дөйөм алғанда уның составында 108 уйын үткәрә һәм 31 гол керетә. Йыйылма команда менән бергә Зидан донъя (1998) һәм Европа чемпионы (2000) була. 2006 йылғы донъя чемпионаты алдынан, команда капитаны булған һәм турнирҙың иң яҡшы уйынсыһы тип танылған француз, мундиалдан һуң, уйынсы карьераһын тамамлауы тураһында иғлан итә.
Һуңынан Зидан Мадридтың «Реалында» эшләй, президент кәңәшсеһе, спорт директоры, икенсе команданың тренеры һәм баш тренер ассистент вазифаларын биләй[9][10]. 2016 йылдың ғинуарында Зидан Рафаэль Бенитес отставкаға киткәндән һуң тиҙ арала команданың баш тренеры итеп тәғәйенләнә[11]. Команданың баш тренеры булған тәүге ике миҙгелдә Зидан өс тапҡыр Чемпиондар лигаһы еңеүсеһе, Испания, Испания, УЕФА Суперкубоктары еңеүсеһе була, шулай уҡ донъяның клуб чемпионаттарында ике тапҡыр еңеү яулай[12].
2017 йылдың октябрендә, The Best FIFA Football Awards бүләкләү тантанаһында, «Реалды» быға тиклем бер кем дә өлгәшә алмаған кимәлгә — ике тапҡыр рәттән Чемпиондар лигаһына сығарғаны өсөн донъяның иң яҡшы тренеры тип таныла. 2018 йылда Зидан өсөнсө йыл рәттән Чемпиондар лигаһында еңеү яулай[13][14]. Еңгәндән һуң бер нисә көн үткәс, француз үҙ теләге менән Мадрид клубынан китеүе хаҡында иғлан итә[15][16]. Әммә, 2019 йылдың мартында клубҡа кире ҡайта. «Марсель рулеткаһы» футбол финтын булдырыусы тип һанала[17].