Замбези
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Замбе́зи — оҙонлоғо буйынса Африкала дүртенсе йылға.
Замбези | |
---|---|
порт. Rio Zambeze | |
Йылға бассейны | |
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 2574 км |
Бассейн | 1 570 000 км² |
Һыу ағымы | |
Инеше | |
· Бейеклеге | 1500 м |
· Координаталар | 11°22′13″ ю. ш. 24°18′30″ в. д.HGЯO |
Тамағы | Һинд океаны |
· Бейеклеге | 0 м |
· Координаталар | 18°34′14″ ю. ш. 36°28′13″ в. д.HGЯO |
Урынлашыуы | |
Һыу бассейны | Һинд океаны |
Илдәр | Ангола, Намибия, Ботсвана, Замбия, Зимбабве, Мозамбик |
Замбези Викимилектә |
Йылға бассейны майҙаны — 1 570 000 км², оҙонлоғо — 2574 км. Инеше Замбияла урынлашҡан, артабан Ангола, Намибия, Ботсвана, Замбия, Зимбабве илдәренең сик буйы аша үтеп Мозамбикта аға һәм бында Һинд океанына ҡоя.
Замбези йылғаһының иң әһәмиәтле иҫтәлекле урыны — Виктория шарлауығы.
Шарлауыҡтар: Чавума (Замбия һәм Ангола сигендә) һәм Нгамбве (көнбайыш Замбияла). Замбези аша биш күпер бар, улар артабанғы ҡалаларҙа урынлашҡан: Чинвинги, Катима-Мулило, Виктория-Фолс, Чирунду һәм Тете.
Йылғала 2 ҙур гидроэлектростанция — Кариба ГЭС-сы (ул Замбия һәм Зимбабве илдәрен электроэнергия менән тәьмин итә) һәм Кабора-Басса ГЭС-ы (ул Мозамбик, КАР һәм Зимбабве илдәрен электроэнергия менән тәьмин итә) төҙөлгән. Шулай уҡ Ливингстон ҡалаһында бәләкәй ГЭС бар.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.