From Wikipedia, the free encyclopedia
Залужье — Рәсәй, Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ ҡала округындағы ҡасаба.
Посёлок | |
Залужье | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципальный район | |
Координаталар | |
Элекке исеме |
1966 йылға тиклем — поселок фермы № 3 совхоза «Приуральский» |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Залужье ҡасабаһы Яңы Уральск ауылынан 8 км түбәнерәк Яйыҡ йылғаһының уң ярында урынлашҡан[2].
Залужье ҡасабаһы климаты Ҡыуандыҡ районының күпселек урыны өсөн дә дөйөм. Бындағы климат уртаса континенталь, йылдың дүрт миҙгеле лә аныҡ ҡына айырыла. Температураның абсолют минимумы иң һалҡын ай-ғинуарҙа −45 °C; иң йылы ай июлдә температураның абсолют максимумы + 42 °C. Уртаса йыллыҡ яуым-төшөм 300—550 мм, шуның 70 % яҙғы-йәйге айҙарҙа яуа. Ҡар ҡатламы ярайһы тотороҡло, йылына 150 ята[3].
Залужье ҡасабаһы, бөтә Ырымбур өлкәһе кеүек үк, МСК+2 (Өфө ваҡыты) сәғәт бүлкәтендә урынлашҡан. UTC ваҡытына ҡарата айырмаһы — +5:00 сәғәт[4]. |
[5].
Залужье ауылы Октябрь революцияһына тиклем Аул N° 1, һуңғараҡ — Аул N° 8 тип аталып йөрөгән. 1960 йылғы исемлектәрҙә — «Приуральский» совхозының 3-сө фермаһы[2].
1966 йылдың 17 октябрендә РСФСР-ҙың Юғары Советы Президиумы «Ырымбур өлкәһенең ҡайһы бер тораҡ пункттарының исемен үҙгәртеү тураһында» Указ ҡабул итә. Указ шул йылда «Ведомости Верховного Совета РСФСР» журналының 42-се һанында баҫылып сыға (20 октябрь). Шул Указға ярашлы, «Приуральский» совхозының 3-сө фермаһы Залужье тип атала башлай[6].
Ырымбурҙың төбәкте өйрәнеүсе яҙыусыһы, журналист, Ҡыуандыҡ ҡала округының әҙәби тормошон ойоштороусы Сергей Михайлович Стрельников үҙенең «Географические названия Кувандыкского района» тигән китабында бәйән итеүенсә, яҙғы ташҡында Яйыҡ йылғаһында һыу ҡасаба сигенә тиклем килеп етә, һуңынан был туғайҙарҙа күпереп һутлы үлән үҫә, шунда бесән сабалар, мал көтәләр. Бына шул туғайҙар аръяғында ултырған ауыл Залужье (Туғай аръяғы) тип атала ла инде[7].
Халыҡ иҫәбе |
---|
2010[1] |
245 |
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.