Жау (порт. Parque Nacional do Jaú) — Бразилияла Амазонас штатындағы милли парк. 2000 йылдан 2003 йылға тиклем Жау милли паркы ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы объекты, ә 2003 йылдан ике милли парк һәм башҡа типтағы ике һаҡланған территорияны үҙ эсенә алған «Үҙәк Амазония резерваттары комплексы» киңәйтелгән объекттың бер өлөшө[1].

Thumb
Ҡыҫҡа факттар Жау, Категория МСОП — II (Милли парк) ...
Жау
Thumb
Жау милли паркы (йыһандан күренеш)
Категория МСОПII (Милли парк)
Төп мәғлүмәт
Майҙаны23 779 км²,
2 367 340 гектар
Нигеҙләнгән ваҡыты1980
Урынлашыуы
2°10′13″ ю. ш. 62°37′02″ з. д.HGЯO
Thumb
Точка
Жау
ЮНЕСКО
 Жау Викимилектә
Ябырға

Был Көньяҡ Америкала иң ҙур урман ҡурсаулығы, уның майҙаны 5,6 миллиондан ашыу акр (23778,9 км2). Паркка инеү сикләнгән; уға инеү өсөн Бразилия хөкүмәтенән яҙма рөхсәт кәрәк.

Жау милли паркы Амазонка йылғаһы бассейнында тропик урмандарҙы яҡшы һаҡлау өлгөһө булараҡ билдәле.

Парк территорияһында осрай торған үҫемлектәр араһында Bertholletia excelsa, Couma guianensis, Daliocarpus rolandri, Euterpe oleraceae, Holopyxidium jarana, Manilkara huberi, Microphalis guianensis, Parahancornia amapa, Pithecelobium racemosum, Vochysia maxima, шулай уҡ Astrocaryon, Diplotropis, Iriartea, Mauritia, Protim, Virola төрлө төрҙәрен осратырға мөмкин.

Паркта ягуарҙар, ламантиндар, алһыу йылға дельфиндары һәм башҡа хайуандар йәшәй.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Wikiwand in your browser!

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.

Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.