Еңеү паркы (Мәскәү)
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Поклонный тауындағы Еңеү паркы — донъяла һәм Рәсәйҙә иң эре [<span style="" title="не указан источник на утверждение (23 октября 2017)">сығанаҡ 517 көн күрһәтелмәгән</span>] мемориаль комплекстарҙың береһе, уның 135 гектар майҙаны Бөйөк ватан һуғышындағы еңеүгә арналған. Еңеү паркы Мәскәүҙең Көнбайыш административ округында урынлашҡан. 1995 йылдың 9 майында Бөйөк Еңеүҙең[1] 50 йыллығына асылған.
Еңеү паркы | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Мәскәү һәм Площадь Победы[d] |
Иң тәүге яҙма ваҡыты | 1942 |
Еңеү паркы Викимилектә |
Парк төньяҡта Кутузов проспекты, көнбайышта Минск урамы, көнсығышта Генерал Ермолов урамы, көньяҡта ағалы-энеле Фонченколар урамы һәм «Мәскәү-Сортировочная-Киев» тимер юл станцияһы менән сиктәш. Мемориаль комплекстың көнсығыш өлөшөндә Поклонный тауы, унан алыҫ түгел Мәскәү метрополитеның ике станцияһы — «Еңеү паркы» һәм «Минск» — тора.
Поклонный тауы, парк яһау урыны, тәүге тапҡыр телгә «Быховец Хроника» тип 1368 йылда билдәләнә. 1612 йылда Поклонный тауында гетман Жолкевский тора, уға батша тәхетенә поляк короле улы Владиславты ултыртырға ниәт менән Мәскәү делегацияһы килә, 1812 йылдың сентябрендә Наполеон Поклонный тауында Мәскәү Кремленең асҡыстарын ҡала боярҙары килтерер тип көтә[2]. Паркты төҙөгәндә 1990 йыл тауҙың көнсығыш өлөшөн соҡоп алып, уны көнсығышҡа күсерәләр.
Бөйөк Ватан һуғышы тураһында иҫтәлек мемориаль комплексын төҙөү идеяһын беренсе тапҡыр 1942 йылда архитектор Яков Черних тәҡдим итә. 1947 йылда СССР архитекторҙар Союзының Мәскәү бүлексәһеиң иң яҡшы проектҡа конкурс үткәреү тураһында ҡарар ҡабул итә, әммә уны Иосиф Сталин туҡтата. 1955 йылда маршал Георгий Жуков КПССҮҙәк Комитетына ҡыҙылармеецтарҙың ҡаһарманлығын данлауға арналған мемориал булдырыу тәҡдиме менән мәрәжәғәт итә. Поклонный тауындағы иҫтәлекле ташта 1958 йылда : «Бында совет халҡының 1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеү һәйкәле төҙөләсәк» тип яҙыла һәм бөтә союз конкурсы иғлан ителә. Конкурста ҡатнашырға 150 заявка алына. Әммә улар проекттының береһе лә хупланмай, шунан һуң икенсе тапҡыр ябыҡ конкурс үткәрелә, уның еңеүсеһе скульптор-монументалист Евгений Вучетич була. 1961 йылда паркка нигеҙ һалына һәм иҫтәлекле таш тирәләй ағастар ултыртыла[1].
Проектты тамамлауға Вучетичтың үлеме ҡамасаулай, шунлыҡтан 1975 йылда тағы ла яңы конкурс үткәрелә, унда еңеүселәр скульптор Николай Томский, архитекторҙар Лев Григорьевич Голубовский һәм Александр Алексеевич Корабельников, рәссам Юрий Королев була. Яңынан һалыу проектын тормошҡа ашырыу өсөн аҡса етмәй[1].
1970—1980 йылдарҙа халыҡ һәйкәл өсөн 194 миллион һум аҡса йыя һәм етмәгән аҡсаны Мәскәү хөкүмәте бирә. Проект булдырыуҙы Зураб Церетелиға йөкмәтәләр, 1980-се йылдарҙың икенсе яртыһында мемориаль комплексты төҙөй башлайҙар. Был төҙөлөш Поклонный тауын бер урындан икенсе урынға күсереү арҡаһында күләмле протест тыуҙыра. Протест булыуына ҡарамаҫтан, мемориаль комплекс һәм Бөйөк Ватан һуғышының үҙәк музейы 1995 йылдың 9 майында — Еңеүҙең илле йыллығына асыла.
Еңеү паркы 2014 йылда Мәскәү ҡалаһының мәҙәниәт департаменты ҡарамағына ведомство ойошмаһы — Мәскәү ГАУК «Поклонный тауы» сифатында күсә[1].
Еңеү майҙанында 141,8 метр бейеклектәге обелиск ҡуйылған. Ул һан 1418 көн һәм төн дауамында барған Бөйөк Ватан һуғышын хәтерләтә. Обелисктың 100 метр бейеклегендә Ника алиһәнең һәм ике фәрештәнең һындары ҡуйылған. Обелиск итәгендәге подиумда йыланды һөңгө менән сәнсеп үлтереүсе изге Георгий Победоносец һыны тора. Ике скульптураны ла Зураб Церетили башҡарған.
Еңеү монументы
Зураб Церетели башҡара[3].
Был 1000 тонна ауырлыҡтағы монументта Сталинград һәм Курск алышы һәм Белорус операцияһы һүрәттәре һәм яугирҙәр төшөрөлгән Уба эсендә монумент конструкцияһының хәл-торошон күҙәтеүселәрөсөн хеҙмәткәрҙәр бүлмәһе бар . Шулай уҡ ул монументҡа тайпылырға мөмкинлек бирмәй[3]
Еңеү музейы
Шул уҡ майҙанда Еңеү музейы урынлашҡан. 1993 йылда уға нигеҙ һалынған һәм ул 1995 йылдың 9 майында ветерандар инициативаһы менән асыла. Музей бинаһы Полянский Анатолий проекты буйынса төҙөлгән. Музейҙа 50 мең экспонат һаҡлана, улар араһында картиналар, скульптуралар һәм Бөйөк Ватан һуғышы тураһындағы плакаттар һаҡлана. Музей «Хәтер китабы» эҙләү системаһы менән йыһазландырылған, унда һуғышта һәләк булыусылар, хәбәрһеҙ юғалған, яраларҙан һәм ауырыуҙан вафат булған яугирҙәр тураһында мәғлүмәт табырға була. Иң төп музей ҡомартҡыһы — Еңеү байрағы, ул 1945 йылдың 30 апрелендә Рейхстаг өҫтөнә, Берлинда, ҡаҙалған. Асыҡ һауалағы музей экспозицияһында хәрби техника өлгөләре: танк, самолет, немец хәрби машиналары — күрһәтелә[3].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.