From Wikipedia, the free encyclopedia
Ер ҡабығы́ — Ерҙең тышҡы ҡаты (ҡабығы, литосфераның өҫкө өлөшө[1]. Тышҡы яҡтан Ер ҡабығының күп өлөшө гидросфера менән ҡапланған, ә бәләкәйерәк өлөшө - атмосфера йоғонтоһо аҫтында.
Ер ҡабығы | |
Ҡайҙа өйрәнелә | геогнозия[d], геология һәм стратиграфия[d] |
---|
Ер ҡабығынан аҫтараҡ мантияһы урынлашҡан, ул составы һәм физик үҙенсәлектәре менән айырыла - тығыҙыраҡ, башлыса ауыр ирей торған элементтарҙан тора. Мантия һәм ҡабығын "Мохоровичич сиге" айырып тора, ошо урында сейсмик тулҡындар тиҙлеге ҡырҡа арта.
Ер ҡабығы структураһы буйынса ер төркөмөндәге планеталарҙың күпселегенә оҡшаш, Меркурий ғына башҡа. Бынан тыш, булған ер ҡабығына оҡшаш тип Айҙа һәм гигант планеталарҙың юлдаштарында бар. Ерҙе уникаль иткән сифаттар - ҡабығының ике төрө: континенталь һәм океан аҫты ҡабыҡтары бар. Ер ҡабығына даими хәрәкәт хас: горизонталь хәрәкәт итеп тора һәм тирбәлә.
Ер ҡабығының күп өлөшө базальттан тора. Массаһы 2,8·1019 тонна (шуларҙан 21 % — океан аҫтында һәм 79 % — континентта). Ер ҡабығы Ерҙең массаһының 0,473 % тәшкил итә.
Ер ҡабығында элементтар сағыштырмаса ҙур түгел. Ер ҡабығы массаһының яртыһы самаһына кислород тура килә, 25 % — кремний. Барлығы 18 элемент: O, Si, Al, Fe, Ca, Na, K, Mg, H, Ti, C, Cl, P, S, N, Mn, F, Ba — ер ҡабығының 99,8 процентын тәшкил итә (аҫтағы таблица).
Элемент | Рәт һаны | Йөкмәткеһе, масса % | Моляр масса | Йөкмәткеһе, матдәләр % |
---|---|---|---|---|
Кислород | 8 | 49,13 | 16 | 53,52 |
Кремний | 14 | 26,0 | 28,1 | 16,13 |
Алюминий | 13 | 7,45 | 27 | 4,81 |
Тимер | 26 | 4,2 | 55,8 | 1,31 |
Кальций | 20 | 3,25 | 40,1 | 1,41 |
Натрий | 11 | 2,4 | 23 | 1,82 |
Калий | 19 | 2,35 | 39,1 | 1,05 |
Магний | 12 | 2,35 | 34,3 | 1,19 |
Водород | 1 | 1,00 | 1 | 17,43 |
Титан | 22 | 0,61 | 47,9 | 0,222 |
Углерод | 6 | 0,35 | 12 | 0,508 |
Хлор | 17 | 0,2 | 35,5 | 0,098 |
Фосфор | 15 | 0,125 | 31,0 | 0,070 |
Көкөрт | 16 | 0,1 | 32,1 | 0,054 |
Марганец | 25 | 0,1 | 54,9 | 0,032 |
Фтор | 9 | 0,08 | 19,0 | 0,073 |
Барий | 56 | 0,05 | 137,3 | 0,006 |
Азот | 7 | 0,04 | 14,0 | 0,050 |
Башҡалар | — | ~0,2 | — | — |
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.