Барий

From Wikipedia, the free encyclopedia

Барий

Барий (лат. Barium, Ba) — Менделеевтың периодик таблицаһының 6-сы осоро, 2-се төркөм элементы. Тәртип номеры — 56.Атом һаны 56. Ябай матдә барий — йомшаҡ, яҡшы сүкелеүсән, һелтеле металл, көмөш-аҡ төҫтә. Юғары химик активлығына эйә; ағыулы.

Ҡыҫҡа факттар Масса, Кем хөрмәтенә аталған ...
Барий
Thumb
Масса 137,327 ± 0,007 массаның атом берәмеге[1]
Кем хөрмәтенә аталған вес[d]
Асыусы йәки уйлап табыусы Гемфри Дэви[d][2]
Асыу датаһы 1808[2]
Табылыу урыны Королевский институт[d][2]
Элемент символы Ba[3]
Химик формула Ba[4]
Каноническая формула SMILES [Ba][4]
Атом һаны 56[5]
Электронная конфигурация [Xe] 6s² һәм 1s² 2s² 2p⁶ 3s² 3p⁶ 4s² 4d¹⁰ 4p⁶ 5s² 5d¹⁰ 5p⁶ 6s²
Электр кирелеге 0,89
Ионный радиус 1,35 ангстрем[6], 1,42 ангстрем[6] һәм 1,61 ангстрем[6]
Энергия ионизации 502,9 килоджоуль на моль, 965,2 килоджоуль на моль һәм 3600 килоджоуль на моль
Әселәнеү дәрәжәһе 2
Молярная энтальпия плавления 7,12 килоджоуль на моль
Тығыҙлыҡ 3,338 грамм на кубический сантиметр
Иреү температураһы 727 °C
Ҡайнау нөктәһе 1897 °C
Таксонда бар I. cicadae[d][7]
Лексема-субъект Ошибка Lua в Модуль:Wikidata на строке 301: Неизвестный тип сущности..
Код MCN 2805.19.20
 Барий Викимилектә
Ябырға

Символы

Барий элементының символы — Ba (Барий тип уҡыла).

Тарихы

Барий 1774 йылда BaO оксиды рәүешендә Карл Шееле һәм Юһан Ган тарафынан асыла.[8].

1808 йылда инглиз химигы Гери Дэви барийҙың дымлы гидроксидын терегөмөш катоды менән электролизлап, барий амальгамаһын килтереп сығара; йылытҡанда терегөмөш парға әйләнеп бөткәндән һуң, унда металлик барий тороп ҡала.

Исеменең килеп сығышы

Атамаһы бор. грек. βαρύς — «ауыр» һүҙенән алынған.

Тәбиғәттә

Ер ҡабығында барий йөкмәткеһе массаһын буйынса 0,05 % тәшкил итә; диңгеҙ һыуында барий — 0,02 мг/л. Барий әүҙем, һелтеле металдар һәм минералдарҙың кесе төркөмсәһенә инә. Төп минералдары: барит (BaSO4) һәм витерит (BaCO3).

Барийҙың һирәк осрай торған минералдары: цельзиан йәки барий ялан шпаты (барий алюмосиликаты), гиалофан (ҡатнаш калий һәм барий алюмосиликаты), нитробарит (барий нитраттар) һ.б.

Хаҡы

Металлик барий 99,9 % таҙалыҡтағы ҡойолмаларының хаҡы 30 доллар 1 кг самаһы.

Ағыулылығы

Барий һәм уның ҡайһы бер ҡушылмалары аҙыҡта һәм һыуҙа ПДК-нан артып киткәндә ағыулы булыуы ихтимал. Эсергә яраҡлы һыуҙа барийҙың рөхсәт ителгән иң сикке концентрацияһы 0,7 мг/дм³ тәшкил итә. Рәсәйҙә санитар-гигиеник нормативтарға ярашлы зарарлы матдәләр токсикологик лимитлау билдәһе буйынса нормалаштырыла; хәүефлелек класы - 2 (хәүефлелеге юғары матдәләр).

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Микроэлементы

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.