Енсиәт
ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ заттарын ҡылыҡһырлаған спектр / From Wikipedia, the free encyclopedia
Енсиәт - рус. гендер -(ингл. gender -лат. genus «зат») — ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ заттарын ҡылыҡһырлаған спектр. Контексҡа ярашлы бындай ҡылыҡһырламаларға социаль структура (атап әйткәндә, гендер роле һәм башҡа социаль роль) йәки гендер тап килешлеге инеүе мөмкин. Ҡайһы бер осраҡтарҙа «гендер» һүҙе «енес» төшөнсәһе менән синоним тип һанайҙар,әммә башта иһә «гендер» термины ҡапма-ҡаршы маҡсатта ҡулланылған.
Енсиәт | |
Ҡайҙа өйрәнелә | гендерные исследования[d], социология, фәлсәфә, гендерная психология[d], феминистская теория[d], женские исследования[d] һәм мужские исследования[d] |
---|---|
WordLift URL | data.thenextweb.com/tnw/…[1] |
Ҡапма-ҡаршыһы | гендерно-критический феминизм[d] |
Енсиәт Викимилектә |
«Гендер» термины феминизм үҫеше һәм гендер тикшеренеүҙәре арҡаһында киң ҡулланыла башлай. Башлыса феминист авторҙар кешеләр араһындағы айырманы тәбиғи сәбәптәр менән түгел, ә социаль процестар менән бәйле һанай[2].
Күпселек сығанаҡтар гендерҙы «социаль енес» тип билдәләһә лә, хәҙерге заман феминистик һәм гендер тикшеренеүҙәр бындай аңлатманы иҫкергән тип һанай.