Ел
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ел — ер өҫтөндә һауаның хәрәкәт итеүе[1]. Ел ер өҫтөндә һауа баҫымының тигеҙ булмауынан барлыҡҡа килә. Ер өҫтө тигеҙ йылынмай, шуға һауа баҫымы үҙгәреүсән. Ел юғары баҫым өлкәһенән түбән баҫым өлкәһенә йүнәлә. Ел төрлө йүнәлештә һәм тиҙлектә иҫергә мөмкин. Елдең тиҙлеге юғары булған һайын, көсө лә арта.
Ел тиҙлеге | |
Үлсәнеш |
LT−1 |
---|---|
Үлсәү берәмеге | |
СИ |
м/с |
СГС |
см/с |
Примечания | |
Вектор |
Ерҙә ел тип һауа ағымының горизонталь йүнәлештә хәрәкәтен арайҙар; башҡа планеталарҙа ел тип планетала булған газ ағымын атайҙар. Ҡояш системаһында көслө елдәр Нептун һәм Сатурнда күҙәтелә. Ҡояш еле тип космос киңлегендә Йондоҙҙоң һирәгәйтелгән газдары ағымын әйтәләр. Планета еле тип планета атмосфераһының дегазацияланған газдарының космос киңлегендәге ағымын әйтәләр.
Елдәр масштабы, тиҙлеге һәм тирә-яҡ мөхиткә тәьҫир итеүе буйынса квалификациялана. Әйтәйек, елдең көсәйеүе ҡыҫҡа ваҡытлы (бер нисә секунд) һәм көслө һауа хәрәкәте тип һанала. Уртаса оҙайлығы көслө ел (яҡынса 1 мин) скволл тип атала. Оҙайлыраҡ ел атамалары көскә бәйле, мәҫәлән, бриз, дауыл, шторм, ураган, тайфун. Елдең оҙайлығы ла күп төрлө: ҡайһы саҡ йәшен ваҡытында ел бер нисә минутҡа ҡына булыуы мөмкин; бриз, рельеф үҙенсәлектәренә ҡарап, уның элементтарын йылытыу айырмаһына ҡарап — бер нисә сәғәт; миҙгелле температура үҙгәреү менән бәйле муссон елдәрҙең оҙайлығы бер нисә ай тәшкил итә, ә төрлө киңлектәрҙә температура айырмаһы һәм Кориолис көстәренән барлыҡҡа килгән пассат елдәре даими иҫә. Муссондар һәм пассат елдәре — атмосфераның дөйөм һәм локаль әйләнешенән барлыҡҡа килгән елдәр.
Елдәр һәр ваҡыт кешелек цивилизацияһына тәьҫир иткән. Улар мифологик хөрәфәттәр тыуҙырған, ниндәйҙер кимәлдә ҡайһы бер тарихи ғәмәлдәрҙе, сауҙа, мәҙәни үҫеш һәм һуғыштар даирәһен билдәләгән, энергия етештереүҙең төрлө механизмдарын энергия менән тәьмин иткән, ҡайһы бер ял төрҙәре өсөн мөмкинлектәр булдырған. Ел менән хәрәкәт иткән елкәнле караптар ярҙамында кешеләр диңгеҙҙәрҙә һәм океандарҙа алыҫ араларға йөҙә алған. Ел энергетикаһы ярҙамында һауа шарҙары беренсе тапҡыр һауала йөрөргә мөмкинлек бирә, ә хәҙерге заман самолёттары елдең күтәргес көсөн арттырыу һәм яғыулыҡты экономиялау өсөн ҡуллана. Әммә ел дә хәүефле булыуы мөмкин: беренсенән, уларҙың градиент тирбәлеүе һауа судноһы өҫтөнән идара итеү һәләтен юғалтыуға килтереүе мөмкин; тиҙ елдәр, шулай уҡ ҙур һыуһаҡлағыстарҙа улар тыуҙырған ҙур тулҡындар йыш ҡына яһалма ҡоролмаларҙың емерә, ә ҡайһы бер осраҡтарҙа ел янғындың масштабын арттыра.
Елдәр рельеф формалашыуына ла йоғонто яһай, тупраҡтың төрлө төрҙәрен барлыҡҡа килтереүсе эол ятҡылыҡтарының йыйылыуына сәбәпсе була. Ел алыҫ араларға сүлдәрҙән ҡом һәм саң ташый. Ел үҫемлек орлоғон осороп алып китә һәм осоусы хайуандарҙың хәрәкәтенә булышлыҡ итә, был яңы биләмәлә төрҙәрҙең төрлөлөгөн арттырыуға килтерә. Елгә бәйле күренештәр ҡырағай тәбиғәткә төрлөсә йоғонто яһай.
Ел атмосфера баҫымының тигеҙ бүленмәүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә, ел юғары баҫым зонаһынан түбән баҫым зонаһына йүнәлә. Ваҡыт һәм арауыҡ баҫымының өҙлөкһөҙ үҙгәреүе арҡаһында елдең тиҙлеге һәм йүнәлеше лә даими үҙгәреп тора. Бейеклек менән ел тиҙлеге ышҡылыу көсө кәмеү менән бәйле үҙгәрә.
Ел тиҙлеген визуаль баһалау өсөн Бофорт шкалаһы ҡулланыла. Метеорологияла елдең йүнәлешен ел иҫкән яҡтан, ә аэронавигацияла[2] ел иҫкән яҡҡа күрһәтәләр; шулай итеп ел азимуты 180°-ҡа айырыла. Елдең йүнәлешен һәм көсөн оҙайлы күҙәтеү һөҙөмтәләре буйынса билдәле бер урында ел режимын сағылдырған ел раузаһы рәүешендә һүрәтләнгән график төҙөлә.
Ҡайһы бер осраҡтарҙа ел йүнәлеше түгел, ә объекттың уға ҡарата торошо мөһим. Әйтәйек, еҫ һиҙә торған хайуанға һунар иткәндә, һунарсынан хайуан яғына еҫ таралмаһын өсөн, уға елләнгән яҡтан яҡынлашырға кәрәк[3].
Һауаның вертикаль хәрәкәте өҫкә йәки аҫҡа табан ағым тип атала.