From Wikipedia, the free encyclopedia
Егетәк (рус. Зигитяк) — Башҡортостандың Туймазы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 279 кеше[1]. Собханғол ауыл Советы составына инә. Почта индексы — 452774, ОКАТО коды — 80251861002.
XIX быуат башында Собханғол ауылынан Зигәяҡ (Зиштәк, Собханғол) тип аталған бүлендек тораҡ пункты барлыҡҡа килгән. 1816 йылда ул өс йорттан ғына тора, унда 6 ир-ат типтәр һәм татар йәшәй. 1834 йылда унда татарҙарҙан 4 кеше, 1859 йылда — 352 керҙәш, 1917 йылда — 451 типтәр, 1920 йылда — 456 типтәр йәшәгән.
Халыҡтың иҫәп алыу йылдары буйынса тигеҙ бүленмәүе күҙәтелә, быны типтәрҙәр барыһы ла Собханғол ауылында иҫәпкә алыныуы менән аңлатырға мөмкин, әммә төп өлөшө Егетәк ауылында йәшәгән. Мәҫәлән, 1816 йылда төп ауылда 272 типтәрҙең 84-е генә, ә 1834 йылда 380 типтәрҙән 164-е генә йәшәгән. Ҡалғандары Егетәктә йәшәгән.
Ике тораҡ пунктында йәшәүселәрҙең генетик бәйләнеше уларҙың ике төрлө атамаһына килтерә: Собханғолдо икенсе төрлө «шулай уҡ Егетәк» тип атағандар[2].
1912—1914 йылдарҙа ауыл мәсете төҙөлә.
2008 йылға тиклем ауыл Нөркәй ауыл Советы составына ингән була[3].
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 279 | 140 | 139 | 50,2 | 49,8 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек башҡорттар (81 %) йәшәй[4].
Алыҫлығы:[5]
Урам исеме[6]:
Егетәк ауылы мәсете — ағас мәсет, Башҡортостандың архитектура ҡомартҡыһы. 1912—1914 йылдарҙа мәхәллә кешеләре аҡсаһына төҙөлгән. Үҙенең йөҙ йыл йәшәү дәүерендә мәсеттең манараһы һәм эске йыһаздары һәйбәт һаҡланып ҡалған. Ғибәҙәттәр бында 1936 йылға тиклем башҡарылған. Ун йыл ярым ғына бында рухи тормош гөрләгән. Ҡалған ваҡытта уның төп маҡсаты кешеләрҙе ислам мәҙәниәте һәм ғөрөф-ғәҙәттәренә йәлеп итеү була. Һуңынан бында ебәк иләү цехы, иген һаҡлағыс, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында лазарет, ә һуғыштан һуңғы йылдарҙа пионер лагеры урынлаша.
Замандаштарҙың иҫтәлектәре буйынса, изге урын үҙ аураһын "аллаһыҙ" йылдарҙа ла һаҡлап ҡалған - яралы һалдаттар аяҡҡа тиҙ баҫҡан, ә балалар өйҙәренә сәламәт һәм киң күңелле булып ҡайтҡандар.
Динде эҙәрлекләү осоронда манараны бер нисә тапҡыр емерергә маташалар, ләкин ауыл халҡы изге урынды һаҡлап ҡала алған. Беҙҙең көнләргә тиклем мәсеттең эске йыһаздары һаҡланып ҡалған. Үткән быуаттың 50-се йылдарынан алып бында ҡабаттан намаҙҙар үтә башлай. 2012 йылда мәсеттә капиталь ремонт үткәрелә[8][9][10].
Хәҙерге ваҡытта Егетәк мәсете Башҡортостан Республикаһының архитектура ҡомартҡыһы тип иғлан ителгән.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.