Евклид
From Wikipedia, the free encyclopedia
Евкли́д йәки Эвкли́д (бор. грек. Εὐκλείδης, «изге дан» һүҙенән[9], ок. 300 г. до н. э.) — боронғо грек математигы, беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланған теоретик математика буйынса ғилми хеҙмәт авторы. Евклидтың биографияһы буйынса мәғлүмәт бик аҙ. Уның ғилми эшмәкәрлеге Искәндәриәлә Б. Э.Т. III быуатта үткән тигән мәғлүмәтте дөрөҫ тип ҡабул итергә була[10] Евклид — Александрия мәктәбенең беренсе математигы. Уның төп ғилми хеҙмәте — «Башланғыстар» (Στοιχεῖα). Был хеҙмәттә ул Планиметрия, Стереометрия, Һандар теорияһына аңлатма бирә; грек математикаһы үҫешенә нәтижә яһай һәм математиканың артабанғы үҫешенә нигеҙ һала. Математика буйынса башҡа китаптарынан, ғәрәп теленә тәржемәһе һаҡланған «О делении фигур», материалдары Аполлоний Пергскийҙың шул уҡ исемдәге китабына ингән 4 «Конические сечения», шулай уҡ «Поризмы» китаптарын билдәләп китергә була, улар тураһында Папп Александрийскийҙың «Математическое собрание» китабынан төшөнсә алырға мөмкин. Евклид, шулай уҡ, астрономия, оптика, музыка буйынса әҫәрҙәр авторы[10].
Евклид | |
бор. грек. Εὐκλείδης | |
Зат | ир-ат[1][2] |
---|---|
Гражданлыҡ | Древние Афины[d] |
Тыуған ваҡыттағы исеме | бор. грек. Εὐκλείδης[3] |
Тыуған көнө | Б. э. т. IV быуат[4] |
Тыуған урыны | билдәһеҙ[5] |
Вафат булған көнө | билдәһеҙ[6] |
Вафат булған урыны | билдәһеҙ[5] |
Яҙма әҫәрҙәр теле | боронғо грек теле[d] |
Һөнәр төрө | математик, яҙыусы |
Эшмәкәрлек төрө | геометрия |
Уҡыусылар | Diocleides of Athens[d][7] |
Эшмәкәрлек йылдары | Б. э. т. III быуат[4] һәм б. э. т. 300[8] |
Телгә алынған хеҙмәттәр | Божественная комедия[d] |
Эра | эллинизм[d] |
Вики-проект | Проект:Математика[d] |
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы | авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d] |
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы | Euclid |
Евклид Викимилектә |