From Wikipedia, the free encyclopedia
Дон Кихот — испан яҙыусыһы Мигель де Сервантестың (1547—1616) әҫәргә исем биргән геройҙың мажаралары хаҡындағы донъяла киң билдәлелек алған романы. Тулы исеме — «Хәйләкәр идальго Дон Кихот Ламанчский», урыҫса «Хитроу́мный ида́льго Дон Кихо́т Лама́нчский» испанса «El ingenioso hidalgo Don Quijote de la Mancha»). Ике томда баҫыла, уларҙың беренсеһе 1605 йылда, икенсеһе — 1615 йылда донъя күрә. Әҫәр рыцарь романдарына пародия ителеп уйланылған була. Һуңынан ул Европаның бөтә телдәренә тәржемә ителә һәм бөгөнгәсә иң популяр китаптарҙың береһе булып ҡала килә. 2002 йылда «Дон Кихот» донъя әҙәбиәтенең иң яҡшы романы булып таныла[1].
Был китабын яҙырға Сервантесты«Интерлюдии романсов» романы дәртләндерә. Унда күп рыцарь романдарын уҡығандан һуң аҡылдан яҙған фермер мыҫҡыллап һүрәтләнгән була: бахыр фермер ҡатынын ташлап ҡалдыра һәм лонъя буйлап сәйәхәткә сығып китә. Сервантестың геройы Дон Кихот та нәҡ шулай эшләй, тик ул буйҙаҡ була. Сюжеттың төптә ятҡан мәғәнәһе шулай уҡ испан драматургы, шағир һәм яҙыусы Лопе де Вегаға ла ишаралай: ул да, үҙенең күп һанлы автобиографик мөхәббәт әҫәрҙәрен яҙғандан һуң, ғаиләһен ҡалдыра ла флотҡа хеҙмәткә юллана.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.