Домен (биология)
From Wikipedia, the free encyclopedia
Биологик таксономияла домен тип (ә ҡайһы берҙә супербатшалыҡ, империя) — организмдарҙың иң юғары таксономик рангты атайҙар, Батшалыҡтан да юғарыраҡ. Карл Вёзеның (Carl Woese) домен системаһы шәжәрәһенә ярашлы (1990 йылдағы), тереклек шәжәрәһе өс өлөштән тора: Архейҙар, Бактериялар һәм Эукариоттар[1]. Таксондарҙың урынлашыуы, геномдарҙың бер-береһенән фундаменталь рәүештә айрылып тороуын күрһәтә.
Тереклекте классификациялау төрҙәре бер нисәү:
- Ике империянан торған система йәки супердомен системаһы, уҙ эсенә Прокариот һәм Эукариот группаларын ала.
- Алты Батшалыҡ (биология) системаһы уҙ эсенә Эубактерияларҙы (Eubacteria), Архебактерияларҙы (Archaebacteria), Протистарҙы (Protista), Бәшмәктәрҙе (Fungi), Үҫемлектәрҙе (Plantae) һәм Хайуандарҙы (Animalia) индерә.
- Өс империялы система — Эубактериялар (Eubacteria), (Archaebacteria), Эукариоттар — Эукариоттар эсенә ингән биш супергруппа менән[2].
Был өс системаның береһе лә күҙәнәкһеҙ тереклекте индермәй (мәҫәлән, Вирустарҙы).