Диана (алиһә)
рим мифологияһында үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы, һунар, гүзәллек һәм уңдырышлылыҡ алиһәһе / From Wikipedia, the free encyclopedia
Диана (лат. Diāna) — рим мифологияһында үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы, һунар, гүзәллек һәм уңдырышлылыҡ алиһәһе, нәҫел арттырыу ярҙамсыһы, Айҙың кәүҙәләнеше; грек Артемидаһы һәм Селенһына тап килә.
Диана | |
Диана-Артемида һыны, Помпейҙан фреска, б.э.тиклем 50-1 йыл. | |
Туғандары | |
---|---|
Диана Викимилектә | |
Һуңыраҡ Диананы Геката менән тиңләштерәләр. Диананы тағы ла Тривия — өс юл алиһәһе тип тә йөрөткәндәр (уларҙың һүрәттәре киҫелештәрҙә урынлаштырылған), был исем өсләтә власть билдәһе булараҡ аңлатыла: күктә, ерҙә һәм ер аҫтында. Шулай уҡ Диананы Карфагендың күк алиһәһе Целеста менән тиңләштерәләр. Рим провинцияларында Диана исеме аҫтында урындағы рухтарға — урман хужабикәләренә табынғандар.
Ҡайһы берҙә Дианаға, Юнонаға кеүек үк, бала табыуҙың ҡурсалаусыһы эпитетын өҫтәйҙәр.[2] Юнонаның был функциялары Дианаға грек культы Артемида йоғонтоһо аҫтында күсерелә.[3]
Римдә Диана культы «сит илгә ҡараған» тип һәм Патриция даирәләрендә таралмаған тип һаналған, әммә ҡолдар араһында популяр була, улар Диана ғибәҙәтханаларында тейелгеһеҙлек менән файҙаланған. Риүәйәт буйынса, ҡоллоҡта тыуған батша Сервий Туллий Дианаға Рим убаһындағы Авентин ғибәҙәтханаһын бағышлай. Ғибәҙәтханаға нигеҙ һалыныуҙың йыллығы ҡолдар байрамы тип һаналған.
Авентиндағы Диана ғибәҙәтханаһы менән ғәҙәти булмаған һыйыр тураһында риүәйәт бәйле, һыйыр хужаһына кемдә кем был ғибәҙәтханала Дианаға уны ҡорбан итеп килтерһә, Италия өҫтөнән хакимлыҡ аласаҡ, тип күрәҙәлек ҡылына. Батша Сервий Туллий, был хаҡта белеп ҡалғас, хәйлә менән һыйырҙы ҡулға ала, уны ҡорбан итеп алып килә һәм мөгөҙөн ҡорам стенаһына беркетә.
Диана хөрмәтенә 1863 йылда асылған Диана астероиды (78 аталған.
Башында ярым ай һәм ҡулдарында факелдар менән оҙон кейемдә һүрәтләнгән.