Джек Николсон
From Wikipedia, the free encyclopedia
Джек Николсон (ингл. Jack Nicholson, ысын исеме Джон Джозеф Николсон, ингл. John Joseph Nicholson, 22 апрель 1937 йыл, Нью-Йорк) — Америка актёры, кинорежиссёр, сценарист һәм продюсер.
Джек Николсон | |
Jack Nicholson | |
| |
Исеме |
Джон Джозеф Николсон |
---|---|
Тыуған көнө |
22 апрель 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})[1][2][3][…] (87 йәш) |
Тыуған урыны |
Нептьюн,Нью-Джерси штаты, АҠШ |
Һөнәре |
актёр , кинорежиссёр, кинопродюсер |
Карьераһы |
1956—2017 |
Наградалары |
«Оскар» (1976, 1984, 1998) |
IMDb | |
Джек Николсон Викимилектә | |
Николсон кино тарихында бөйөк актёрҙарҙың береһе тип һанала. Ул «Оскар» премияһына рекордлы 12 тапҡыр номинациялана[4]. Ул шулай уҡ 1960-сы йылдарҙан башлап һәр ун йыл һайын иң яҡшы роль өсөн (төп һәм икенсе план) «Оскар»ға тәҡдим ителгән ике актёрҙың береһе (икенсеһе — сэр Майкл Кейн)[5]. 1994 йылда ул ҡаҙаныштары өсөн Америка кино сәнғәте институты премияһы менән бүләкләнгән иң йәш актёрҙарҙың береһе була[6].
Джек Николсон өс «Оскар» һәм BAFTA, ете «Алтын глобус», АҠШ Милли кино тәнҡитселәре советының алты премияһы лауреаты, йәнә АҠШ Кино актёрҙары гильдияһы премияһы еңеүсеһе була. Актёрҙың кинематограф өлкәһендәге «Алтын ҡурай еләге» антипремияһына номинацияһы ла бар[7].