From Wikipedia, the free encyclopedia
Елизавета Дезире Сибилла, баронесса Сильвершельд (швед. Prinsessan Désirée Elisabeth Sibylla Silfverschiöld, 2 июнь 1938 йыл) — швед принцессаһы, Вестерботтен герцогы Густавтың һәм принцесса Сибилла Саксен-Кобург-Готтың өсөнсө ҡыҙы. Король Карл XVI Густавтың дүрт апаһы арраһындағы иң өлкәне.
Дезире Шведская | |
Герб | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ[1] |
---|---|
Гражданлыҡ | Швеция |
Титул | Швеция принцессаһы[d] һәм баронесса[d] |
Тыуған көнө | 2 июнь 1938[1] (86 йәш) |
Тыуған урыны | Дворец Хага[d], Сольна[d], Стокгольм[d], Швеция |
Дата крещения | 30 июнь 1938 |
Атаһы | Густав Адольф Оскар Фредерик Артур Эдмунд[d][1] |
Әсәһе | Сибилла Саксен-Кобург-Готская[d][1] |
Бер туғандары | Маргарет Шведская, Биргитта Шведская, Кристина һәм Карл XVI Густав[d] |
Хәләл ефете | Baron Niclas Silfverschiöld[d] |
Балалары | Baron Carl Silfverschiöld[d][1], Baroness Christina-Louise Silfverschiöld[d][1] һәм Baroness Hélène Silfverschiöld[d][1] |
Нәҫеле | Бернадоты[d] һәм Silfverschiöld family[d] |
Һөнәр төрө | аристократ |
Уҡыу йорто | Franska Skolan[d] |
Префикс титула | Королевское высочество[d] |
Социаль синыф | член королевской семьи[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Дезире Шведская Викимилектә |
Принцесса Дезире Елизавета Сибилла Стокгольмдың Хаг Һарайында 1938 йылдың 2 июнендә тыуған. Уның атаһы-швед тәхете вариҫы Вестерботтен герцогы Густав Адольф һәм әсәһе-принцесса Сибилла Саксен-Кобург-Готт. Принцессаның өлкән апалары Маргарет һәм Биргитта, 1943 йылда уның принцесса һеңлеһе Кристина тыуа, ә 1946 йылда, ниһайәт, — Карл, буласаҡ король (1973 йыл) тыуа. Принцесса, апалары кеүек үк Хаг һарайында тыуа һәм бала саҡта улар менән бергә Хаг принцессаһы тип аталып йөрөй.
Атаһы яғынан ике туған апаһы — Дания королеваһы Маргрете II.
1947 йылда принцессаның атаһы үҙенең атаһы һәм ҡартатаһы тере саҡта авиакатастрофала һәләк булған.
1963 йылдың 18 авгусында Король һарайы принцесса Дезире менән швед аристократы барон Нилс Август Сильвершёльдтың (1934—2017) туйын иғлан итә. Кейәү егет барон Карл Сильвершёльд һәм Мадлен Беннихтың улы була. 1963 йылдың 5 июнендә улар Стокгольмдың Изге Николай сиркәүендә никахлаша. Никах арҡаһында принцесса «ЕЕ Королевское Высочество» титулын юғалта һәм бынан һуң ул "Принцесса Дезире, баронесса Сильвершельд "булып билдәле була. Олатаһы король Густав VI Адольф һәм королева Луизанан бүләккә бриллиант тиара ала[2].
Никахта тыуған өс балаһы ла Швеция тәхетенә дәғүә итә алмай.
Принцесса Дезире туйҙан һуң Куберг замогында, шулай уҡ Госевадхольм замогында — үҙенең ире имениеһында йәшәй[4]. Ул швед короле ғаиләһенең бөтә ваҡиғаларында әүҙем ҡатнаша. Принцесса Дезире һәм уның ире дәүләт төшкө аштарында һәм һәр төрлө ҡабул итеүҙәрҙә ҡатнаша.
Принцесса, уның ире, балалары 2010 йылда кронпринцесса Викторияның туйына, шулай уҡ 2013 йылдың июнендә принцесса Мадлендың туйына ҡунаҡ итеп саҡырыла. Кронпринцесса Викторияның суҡындырыу әсәһе.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.