Дакка
Бангладештың баш ҡалаһы From Wikipedia, the free encyclopedia
Бангладештың баш ҡалаһы From Wikipedia, the free encyclopedia
Дакка (бенг. ঢাকা) — Бангладештың баш ҡалаһы һәм иң ҙур ҡалаһы. Ганг дельтаһында Буриганганың һул ярында урынлашҡан. 1608—1717 йылдарҙа Дакка Бенгалияның баш ҡалаһы була, 1971 йылдан Бангладештың баш ҡалаһы.
Город | |
Дакка (бенг. ঢাকা) | |
Ил | |
---|---|
Координаталар | |
Мэр | |
Нигеҙләнгән |
VII быуат |
Майҙаны |
815,85 км² |
Халҡы |
6 970 105 кеше (2011) |
Тығыҙлығы |
8543 кеше/км² |
Сәғәт бүлкәте | |
Телефон коды |
+880 2 |
Почта индексы |
1000 |
Һанлы танытмалар | |
Рәсми сайт |
http://www.dhakasouthcity.gov.bd/] (инг.) |
Ҡала халҡы һаны — 9 724 976 кеше (2005), ә биҫтәләре менән бергә — 16,6 миллион кеше (2008) тәшкил итә[1].
Ҡалаға VII быуатта нигеҙ һалына. Дакка Буриганга йылғаһы ярында, Падма һәм Мегхна йылғалары ҡушылған урында урынлашҡан. Ганг һәм Брахмапутра дельтаһында йылға порты урынлашҡан, шулай уҡ һыу туризмы үҙәге булып тора.
Бер фараз буйынса, ҡала исеме индуистарҙың уңдырышлылыҡ алиһәһе Дурга исеменән сыҡҡан, ә икенсе версия буйынса — ҡиммәтле ыҫмала биреүсе тропик ағас атамаһынан[2].
Хәҙерге Дакка биләгән территорияла VII быуатта тәүге ултыраҡ барлыҡҡа килгән. Ҡала территорияһы IX быуатта индуистар династияһы Сена контроленә күскәнгә тиклем будда батшалығы Камаруп һәм Пал империяһы хакимлығы аҫтында булған[3]. Ҡаланың исеме, бәлки, XII быуатта батша Баллал Сена тарафынан алиһә Дхакешвари ҡорамына нигеҙ һалыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә.[4]. Дакка һәм уның тирә-яғы был осорҙа Бенгалла булараҡ билдәләнә. Ҡала Лакшми, Шанкхари баҙары, Кумартули һ.б. кеүек бер нисә баҙарҙы үҙ эсенә алған. Сена династияһынан һуң, 1608 йылда Бөйөк Моголдар империяһына ингәнгә тиклем, Даккала бер-бер артлы Дели солтанлығының төрөк һәм пуштун губернаторҙары хакимлыҡ итә[5]. ТАуылдарҙа тораҡтар төҙөлөшө артыуы халыҡтың һаны күбәйеүгә килтерә, һөҙөмтәлә 1608 йылда Бөйөк Моголдар Империяһы хакимлығы осоронда Бенгалияның ҡала баш ҡалаһы (раджмахал) тип иғлан ителә[6][7]. Могол субадары Ислам хан ҡаланың беренсе хакимы була[8]. Хан ҡалаға Бөйөк Моголдар императоры Джахангир хөрмәтенә «Джахангир Нагар» (জাহাঙ্গীর নগর; Джахангир ҡалаһы) исемен бирә, әммә Джахангир үлгәндән һуң был исемдән баш тарталар. Ҡаланың үҫеүе Шайст-хан хакимлығы ваҡытына тура килә[9][10]. Ҡаланың майҙаны 19 километрға 13 километр була (12 миль 8 милгә), халыҡ һаны яҡынса бер миллион кеше тәшкил итә[11].
Британ Ост-һинд компанияһы 1765 йылда һалым йыйыу хоҡуғына эйә була (дивань хоҡуғы), ә бенгал навабтары Бенгалия, Бихар һәм Орисса менән хакимлыҡ итеүҙән баш тартырға мәжбүр булғандан һуң, 1793 йылда ҡала менән идара итеүҙе лә үҙ өҫтөнә алған. Шулай итеп, ҡала Британияның тулы контроленә күскән. Ошо осорҙа ҡала халҡы ҡырҡа кәмегән. Шулай итеп, ҡала тулыһынса Британия контроле аҫтына күсә. Был осорҙа ҡала халҡы ҡырҡа кәмей[12], шул уҡ ваҡытта уның эргәһендә урынлашҡан Калькутта үҫешә. Дакка ла бер аҙҙан үҫешә башлай, 1874 йылда заманса һыу менән тәьмин итеү системаһы сафҡа индерелә, ә 1878 йылда электр менән тәьмин итеү барлыҡҡа килә[13][14]. Ҡала янында Дакка кантонменты барлыҡҡа килә, ул Британия һәм Бенгалия һалдаттарының хәрби базаһы булып хеҙмәт итә.
1905 йыл Бенгалияны беренсе уңышһыҙ бүлеү һөҙөмтәһендә Дакка яңы барлыҡҡа килгән Көнсығыш Бенгалия дәүләтенең баш ҡалаһы тип иғлан ителә, ләкин 1911 йыл инде Бенгалия яңынан берләшә. 1947 йылда Британия Һиндостанын бүлгәндән һуң бәрелештәр була башлай. Индус халҡының күп өлөшө Һиндостанға китә, шул уҡ ваҡытта Даккаға күп мосолмандар килә. Төбәк сәйәсәте үҙәге булған ҡалала баш күтәреүҙәр һәм көс ҡулланыу акттары йышая[9]. Урду телен Пакистандың берҙән-бер рәсми теле тип иғлан итеү күләмле протест акцияларына килтерә. Бенгал телен хуплау буйынса демонстрацияны баҫтырыу һөҙөмтәһендә, полиция бер нисә студентты атып үлтерә[15]. 1950 — 1960 йылдар дауамында Дакка сәйәси эшмәкәрлектең үҙәге булып ҡала, бенгал халҡы өсөн автономияның талаптары көсәйә[16].
1970 йылда емергес Бхола циклоны төбәктең күп өлөшөн емерә, һөҙөмтәлә ярты миллион самаһы кеше һәләк була[17]. Ҡаланың яртыһынан ашыуы һыу аҫтында ҡала[18]. Властарҙың циклон әҙемтәләрен бөтөрөүгә йүнәлтелгән тырышлығы етешмәүе, шулай уҡ этник дискриминация арҡаһында, йәмәғәтселектең ризаһыҙлығы арта. 1971 йылдың 7 мартында бенгал сәйәсмәне Муджибур Рахман Рамна ипподромында милләтсел митинг ойоштора[9][19]. Һөҙөмтәлә 26 мартта Бангладештың бойондороҡһоҙлоғо иғлан ителә[19]. Быға яуап итеп Пакистан армияһы Көнсығыш Пакистан өҫтөнән контроль булдырыу буйынса хәрби операция башлай, уның һөҙөмтәһендә Бангладештың күп халҡы үлтерелә[20]. Конфликтҡа Һиндостан ҡыҫыла — һәм 16 декабрҙә һуғышта уның еңеүенән һуң Бангладеш бойондороҡһоҙлоҡ ала[21]. Сәнәғәт һәм сауҙа үҫеше, шулай уҡ ҡала халҡының артыуы инфрастуктура һәм хеҙмәт күрһәтеү өлкәһендә проблемалар тыуҙыра[22]. Ҡаланың сиктәре киңәйеү менән төҙөлөш бумы башлана.
Дакка эҫе, тынсыу һәм дымлы тропик климат ҡалаһы булып тора. Ҡалала уртаса йыллыҡ 28 менән °С температура (82 °F) менән муссондар үтә; температура ғинуарҙа 20 °C (68 °F) алып май айында 32 °C тиклем үҙгәрә[23]. Уртаса йыллыҡ 80 % тиерлек яуым-төшөм май айынан алып сентябрь айына тиклем дауам итә[23]. Ҡала тығындары һәм сәнәғәт ҡалдыҡтары менән бәйле һауаның һәм һыуҙың бысраныуы йәмәғәт сәләмәтлегенә һәм тормош сифатына йоғонто яһаусы етди проблемаларҙың береһе була[24]. Дакка тирәләй һыу объекттары һәм һаҙлыҡтар юҡҡа сыға, сөнки улар урынында күп ҡатлы йорттар һәм башҡа күсемһеҙ объекттар төҙөлә. Тирә-яҡ мөхиттең бысраныуы менән бәйле тәбиғи йәшәү урындарының эрозияһы төбәк биофаунаһының байтаҡ өлөшөн юҡҡа сығарыу менән янай[24].
Ҡала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Абсолют максимум, °C | 29 | 33 | 38 | 38 | 38 | 39 | 37 | 37 | 35 | 34 | 32 | 30 | 39 |
Уртаса максимум, °C | 24 | 26 | 30 | 31 | 31 | 31 | 30 | 31 | 30 | 30 | 28 | 25 | 29 |
Уртаса температура, °C | 19 | 22 | 26 | 28 | 28 | 28 | 28 | 29 | 28 | 27 | 24 | 20 | 26 |
Уртаса минимум, °C | 14 | 17 | 22 | 25 | 26 | 27 | 27 | 27 | 26 | 25 | 20 | 16 | 22 |
Абсолют минимум, °C | 9 | 9 | 14 | 18 | 21 | 22 | 24 | 23 | 21 | 18 | 12 | 10 | 9 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 0 | 20 | 50 | 110 | 260 | 350 | 390 | 310 | 250 | 160 | 30 | 0 | 1970 |
Сығанаҡ: Weatherbase |
Ҡалала ил сәнәғәтенең күп өлөшө урынлашҡан, ул джут сүсе етештереү, кизе-мамыҡ, металл эшкәртеү, аҙыҡ-түлек һәм башҡа тармаҡтарҙан ғибәрәт. Муслин производствоһы бар. Дакка урынлашҡан төбәк джут һәм дөгө үҫтереүгә махсуслашҡан.
2009 йылғы мәғлүмәттәр буйынса, ЭТП 85 миллиард доллар тәшкил итә, йыл һайын эске тулайым продукт үҫеше 6,2 % тәшкил итә. Йән башына уртаса килем — йылына 1350 доллар. Шуға ҡарамаҫтан, яҡынса 34 % хужалыҡ ярлылыҡ сигендә, байтаҡ өлөшө көнөнә 5 долларҙан дә кәм аҡсаға йәшәй. Эшһеҙлек кимәле юғары — яҡынса 19 %.
Ҡала халҡы уның алминистратив сиктәрендә яҡынса 7 млн кеше тәшкил итә, үҫешкән агломерация халҡы — 12,8 млн самаһы кеше (2008 йыл). Йыллыҡ халыҡ үҫеше — яҡынса 4,2 % (Азия ҡалалары араһында иң юғары күрһәткестәрҙең береһе) — был илдең ауыл ерҙәренән ҙур мигранттар ағымы менән аңлатыла. Far Eastern Economic Review журнал мәғлүмәттәренә ярашлы 2025 йылға ҡала халҡы 25 миллион кешегә етеүе ихтимал.
Халыҡтың грамоталылыҡ кимәле — 68,3 %.
Яҡынса 90 % халыҡ ислам динен тота, икенсе киң таралған дин — индуизм (9 %). 1 % христиан һәм буддистарға тура килә, улар яҡынса тигеҙ өлөштә.
Халыҡтың абсолют күпселеге бенгал телендә һөйләшә; Бангладештың бөтә яҡтарынан килгән мигранттар күп булғанға күрә, бында күпселек был телдең диалектында, шул иҫәптән силхет һәм читтагонг телендә лә аралашалар. Эшҡыуарлыҡ өлкәһендә инглиз теле киң таралған; урду телендә һөйләшкән бик ҙур диаспора бар (рәсми мәғлүмәттәр буйынса, яҡынса 40 мең кеше).
Дакка йәмәғәт транспортының мөһим өлөшө булып велорикша һәм моторикшалар тора; көн һайын 400 мең тирәһе рикша эшкә сыға. Шуға ҡарамаҫтан, был эшмәкәрлек төрөнә тик 85 мең генә рикша лицензияға эйә. Велорикша ҡаланың күп өлөшөндә тыйылған, сөнки улар юл тығынына сәбәпсе булып тора. Автобус паркы дәүләт компаниялары «Bangladesh Road Transport Corporation (BRTC)», шулай уҡ шәхси операторҙар тарафынан хеҙмәтләндерелә.
Дакка — мөһим транспорт үҙәге, ул илдең күп өлөштәрен һәм Һиндостандың күрше төбәктәрен тоташтыра. Дакка порты — донъяла иң ҙур йылға порты; ул ҡаланы Буриганга йылғаһы буйында һәм Ганг дельтаһының башҡа тармаҡтарында илдең эске өлкәләре менән тоташтыра.
Шаһ Джалал исемендәге халыҡ-ара аэропорт (элегерәк — Дакка аэропорты) — илдә иң ҙур һәм иң күп йөклө аэропорт, ҡала үҙәгенән 15 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Был аэропортҡа Бангладеш халыҡ-ара һәм эске рейстарының 52 % тура килә.
Даккала 52 университет урынлашҡан, уларҙың иң боронғолары — Dhaka College, ул шулай уҡ Британия Һиндостанында иң боронғо уҡыу йорттарының береһе булып тора; 1840 йылда нигеҙ һалынған. Ошонда уҡ урынлашҡан Бангладештың эре университеты — Дакка Университеты урынлаша, бында 30 меңдән ашыу студент уҡый. Дакканың башҡа мөһим уҡыу йорттары араһында: Jahangirnagar University, Bangladesh University of Engineering and Technology (BUET), The Dhaka Medical College, Sir Salimullah Medical College.
Даккала илдең бер нисә телдә иң ҙур һәм боронғо гәзиттәре сыға, улар араһында: «Daily Ittefaq», «Daily Azad», «Manabzamin», «Daily Janakantha», «Daily Prothom Alo», «Amar Deshi» др. Төп инглиз телле гәзиттәр: «The Daily Star», «The Independent», «New Age» һәм «The Financial Express».
Дакка ҡалаһында Бангладеш дәүләт BTV телевидениеһының штаб-фатиры урынлашҡан. Ҡалалағы шәхси каналдар Bangla Vision, RTV, ATN Bangla, Channel I, NTV, Ekushey Television, Banglavision үҙ эсенә ала. Дәүләт Bangladesh Betar радиостанцияһы һәм Radio Foorti, Radio Today, Radio Amar кеүек шәхси радиостанциялар һәм башҡалар Даккала штаб-фатирҙарына эйә.
Крикет һәм футбол — иң популяр спорт төрҙәре[25]. Йәштәр командаларында мәктәп, колледж тәрбиәләнеүселәре һәм шәхси кешеләр уйнай. Mohammedan Sporting Club һәм Abahani Krira Chakra ҡәтғи конкурентлы көрәш алып барған иң билдәле ике футбол командаһы булып тора[26].
Дакка крикет буйынса рәсми беренсе турнир үткәрә, уның барышында 1954 йылда Һиндостан Пакистанға ҡаршы уйнай[27]. Bangabandhu National Stadium милли стадионы элегерәк крикет буйынса эске һәм халыҡ-ара ярыштар өсөн һиндостандың төп стадионы була, ләкин хәҙер унда тик футбол матчы үткәрелә[28]. 2011 йылда Һиндостанда, Шри-Ланка һәм Бангладешта крикет буйынса буйынса донъяның X чемпионаты үткәрелә[29] (14 ил-ҡатнашыусы, Һиндостан командаһына алтын эләгә), алты матч Дакала үтә һәм ике матч — Читтагонгта (ҙурлығы буйынса Бангладешта икенсе ҡала (4 миллион кеше)[30]. Даккала Бангладеш Спорт советы урынлашҡан, ул бөтә илдә спорт сараларын үткәреү буйынса булышлыҡ итеү өсөн яуаплы. Дакка шулай уҡ как Sher-e-Bangla Mirpur Stadium (в Mirpur) һәм Dhanmondi Cricket Stadium, шулай уҡ Outer Stadium Ground кеүек стадиондарға эйә, улар башлыса эске ярыштар өсөн файҙаланыла[31]. Дакка университеты ҡаланың юғары уҡыу йорттары араһында күп турнирҙар үткәрә[32].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.