Гөбәклетәпә
донъялағы иң боронғо эре мегалитик ҡоролмаларҙың береһе / From Wikipedia, the free encyclopedia
Гөбәклетәпә (Гёбекли́-Тепе́ төр. Göbekli Tepe) — «Ҡорһаҡлы уба», шулай уҡ «Кендекле уба» тигән аңлатма менән дә билдәле[1][2][3], курд. Xirabreşk) — Көньяҡ-Көнсығыш Анатолия төбәгендә Шанлыурфа ҡалаһынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 8 км алыҫлыҡта, Оренджик (Örencik, Haliliye) ауылынан 2,5 километрҙа урынлашҡан ҡорам комплексы[4][5] (Турция)[6].
Гёбекли-Тепе* | |
---|---|
Göbekli Tepe** | |
ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы | |
Göbekli Tepe, Urfa.jpg | |
Гөбәклетәпә харабалары | |
Илдәр | ![]() |
Тибы | Мәҙәни |
Критерийҙар | i, ii, iv |
Һылтанма | 1572 |
Төбәктәр*** | Европа һәм Көнбайыш Азия |
Индерелгән | 2018 (неизв. сессияла) |
* Название в официальном рус. списке ** Название в официальном англ. списке *** Регион по классификации ЮНЕСКО |
Донъялағы эре мегалитик ҡоролмалар араһында иң боронғоһо булып тора. Йәше — 12 000 йыл, яҡынса б. э. т. IX мең йыллыҡ[7], согласно геомагнитным исследованиям, проведённым в 2003 году[8].
Гөбәклетәпә — донъялағы иң боронғо эре мегалитик ҡоролмаларҙың береһе. 2003 йылда үткәрелгән геомагнит тикшеренеүҙәренә ярашлы, уның йәше 12 000 йыл, кәмендә яҡынса б. э. т. IX[9] быуат менән баһалана[8]. Түңәрәк формаһындағы (концентрик әйләнмә) 20-ләп ҡоролманан ғибәрәт. Ҡайһы бер колонналарҙың өҫкө йөҙө рельеф менән ҡапланған. Оҙаҡ ваҡыт (9,5 мең йыл) бейеклеге 15 метр һәм диаметры яҡынса 300 метрға яҡын булған Гөбәклетәпә убаһы аҫтында йәшеренеп ятҡан. Гөбәклетәпә һәм Невалы-Чори археологик табылдыҡтары Яҡын Көнсығыш һәм дөйөм алғанда Евразияның иртә неолиты тураһында ҡараштарҙы революцион рәүештә үҙгәртте[8].