Грузияның президенты
Грузияның дәүләт башлығы һәм башҡарма власть башлығы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Грузияның президенты — Грузия Конституцияһына ярашлы[1], дәүләт башлығы һәм башҡарма власть башлығы, Грузия Ҡораллы Көстәренең Юғары Башкомандующийы, бөтә тышҡы бәйләнештәрҙә Грузияның юғары вәкиле; уның эске һәм тышҡы сәйәсәтенә йүнәлеш бирә, илдең берҙәмлеген һәм тулылығын, дәүләттең һәм башҡа органдарҙың эшен тәьмин итә.
Грузияның президенты | |
груз. საქართველოს პრეზიდენტი | |
Флаг | Герб |
Нигеҙләү датаһы | 14 апрель 1991 |
---|---|
Рәсми резиденция | Авлабарская резиденция[d] |
Вазифа биләй | Саломе Зурабишвили[d] |
Дәүләт | Грузия |
Юрисдикция таралышы | Грузия |
Рәсми сайт | president.gov.ge |
Грузияның президенты Викимилектә |
Бөтә халыҡтың тауыш биреүе юлы менән биш йыллыҡ мөҙҙәткә һайлана. Бер үк кеше рәттән ике мөҙҙәткә генә президент итеп һайлана ала.
1991 йылдың 9 апрелендә Грузия СССР-ҙан бойондороҡһоҙ булыуын иғлан итә. 1991 йылдың 27 майында президент һайлау үтә һәм Грузияның президенты итеп Звиад Гамсахурдия һайлана[2].
1991 йылдың декабре — 1992 йылдың ғинуарында илдә хәрби түңкәрелеш була. Уны ойоштороусылар Грузия башлығы итеп Эдуард Шеварднадзены саҡыра, ул Дәүләт Советы рәйесе вазифаһын биләй, президент посы буш ҡала. 1995 йылдың 5 ноябрендә генә һайлау үтә, Шеварднадзе президент итеп һайлана. 2000 йылдың 9 апрелендә ул ҡабат һайлана. «Розалар революцияһы» тигән атамалы ваҡиғаларҙан һуң Э. А. Шеварднадзе отставкаға китергә мәжбүр була.
2004 йылдың 4 ғинуарында Грузия президенты итеп Михаил Саакашвили һайлана. Оппозицияның киң протест акцияларынан һуң 2007 йылдың ноябрендә ул үҙенән президент вәкәләттәрен һалырға һәм мөҙҙәтенән алда һайлау иғлан итергә мәжбүр була. Һайлау 2008 йылдың 20 ғинуарында була һәм унда ла Саакашвили еңә. Инаугурация 2008 йылдың 20 ғинуарында үтә.
Грузия президентын киләһе һайлау 2013 йылдың 27 октябрендә була.