From Wikipedia, the free encyclopedia
Грузи́н яҙыуы — ҡайһы бер картвель телдәре, беренсе сиратта грузин теле, шулай уҡ һирәк күҙәтелеүсән (спорадик) мегрель теле, сван теле һ. б. тарафынан файҙаланылған алфавитлы яҙыу. Һулдан уңға табан уҡыла. Хәҙерге грузин алфавиты 33 хәрефтән тора; Алфавитта баш һәм юл хәрефтәренә бүлеү юҡ, әммә текстың башында һәм ҡайһы бер башҡа осраҡтарҙа бөтөн һүҙ өҫкө һәм аҫҡы выносһыҙ, ике параллель һыҙыҡ (линия) араһында яҙылған кеүек яҙыла (иллюстрацияны ҡарағыҙ) — бындай яҙылыш башҡа алфавиттарҙағы юл хәрефтәре аналогы булып хеҙмәт итә.
Грузин яҙыуы />ქართული ანბანი | |
Яҙыу тибы |
консонантно-вокалическое письмо |
---|---|
Телдәр |
картвель телдәре |
Тарихы | |
Осор |
Б. э. V быуаты — хәҙерге заман |
Үҙенсәлектәре | |
Яҙыу йүнәлеше |
һулдан уңға |
Билдәләр һаны |
38 |
ISO 15924 |
Geor |
Грузин яҙыуы Викимилектә | |
В 1938—1954 йылдарҙа грузин яҙыуы (өҫтәлмә тамғалар индергәндән һуң) абхаз яҙыуында һәм осетин яҙыуында файҙаланылған[1] (Көньяҡ Осетияла).
Иртә быуаттарҙан боронғо грузин яҙыуы мргловани (асомтаврули) файҙаланылған[2]'; IX быуаттан — нусхури (нусха-хуцури, хуцури, сиркәү) яҙмаһы; ә XI быуаттан — мхедрули (мхедрули-хели, саэро, йәки граждан) яҙмаһы. IX—X быуаттарҙа таралған Мргловани яҙмаһы хәрефтәренең түңәрәк формалары һәм бер размерлы булыуы менән айырылған. Уны ҙур отошлоғо, ауышлығы мөйөшләтелгән яҙылышы менән айырылып торған нусхури яҙыуы алмаштырған. X быуатта нусхуриҙан хәрефтәре төрлө вертикаль размерлы һәм түңәрәк формалы булған мхедрули яҙмаһы формалашҡан. Нусхури һәм мхедрули күп быуаттар дауамында йәнәш йәшәгән, шуның менән бергә тәүгеһе сиркәү әҙәбиәтендә, ә икенсеһе — гражданлыҡ ғәмәлендә ҡулланылған. Әммә XVII быуатта нусхури ҡулланыуҙан төшөп ҡалған, ә хәреф яҙылышы формалары тотороҡланған[3].
Грузин алфавиты Ҡаф тауы яҙмаһыҙ телдәрен нығытыу (фиксажлау) маҡсатында барон Услар Пётр Карлович тарафынан төҙөлгән "Ҡаф тауы әлифбаһы"ның нигеҙенә һалынған[4][5]
Картвелология йәғни картвелистикала грузин алфавитының прототибы тураһында төрлө фараздар бар. Төрлө теорияларға ярашлы, уның нигеҙенә арамей яҙмаһы, грек алфавиты йәки копт яҙыуы һалынған. Немец ғалимы Христиан Юнкер, иран тел ғилеме белгесе[6], мхедрули, хуцури кеүек үк, әрмән алфавиты һымаҡ, арамей-пехлевий яҙмаһына нигеҙләнгән тип фаразлай, шунда уҡ хуцури яҙмаһының әрмән яҙмаһынан айырылыуын һәм аршакид пехлевийының вариҫы булыуын аңлата. Юнкер раҫлауынса, мхедрули яҙмаһын хуцуриҙың курсив бер төрө тип аңлатырға ла, шулай уҡ боронғо формалары буйынса унан алдағы яҙма тип ҡарарға ла мөмкин[7][8].
Донъя тарих фәнендә V быуат әрмән тәүсығанаҡтарында киң таралыу алған бер ҡараш йәшәй: грузин яҙмаһын — мргвлованиҙы — йәнәһе, Месроп Маштоц төҙөгән (шулай уҡ ул 405 йылда әрмән яҙмаһына нигеҙ һалған)[9][10]. Әммә бындай раҫлауҙарҙың әрмән булмаған тәүсығанаҡтарҙа дөрөҫкә тап килмәгәнлеген күрәбеҙ[11]. Маштоцтың грузин яҙмаһын төҙөү фаразын эре энциклопедиялар ҙа[12][13][14][15][16] һәм академик ғалимдар ҙа яҡлай[17][18][19]. А. Г. Периханян һәм Дж. Гриппинға ярашлы, бәлки, Месроп Маштоц туранан-тура грузин яҙмаһын булдырыусы түгел тиергә мөмкиндер, әммә һуңғыһы уның ҡатнашлығынан башҡа төҙөлөр ине микән[20][21].
Маштоц фаразы файҙаһына, Корюн риүәйәтенән башҡа, түбәндәге аргументтар әйтелгән:
Яҙмалар тарихсыһы Истрин Виктор Александрович грузин алфавитын төҙөүҙә Маштоцтың ҡатнашыуын кире ҡаҡҡан грузин ғалимдарының түбәндәге аргументтарын айырып билдәләй:
Был аргументтарҙы анализлау аша, В. Истрин өсөнсө аргумент бик ышандырырлыҡ түгел тип иҫәпләй, сөнки Маштоцтың әрмән алфавитын төҙөү Әрмәнстан алфавитының фонетикаға һәм Әрмәнстан биҙәү сәнғәтенә тап килгәнен күрһәтә, һәм грузин алфавитын төҙөгән булһа, Маштоц башҡа фонетик һәм биҙәү сәнғәте принциптарына таянып эш иткән булыр ине. Икенсе аргументҡа ҡаршы килеп, Истрин шулай уҡ грузин алфавиты төҙөлгән нигеҙҙең аңлайышлы булмауын әйтеп үтә. Арамей сығышы тураһындағы фараз (Мюллер, Тейлор, Джавахишвили, Церетели һ.б.) хәрефтәрҙең оҡшашлығына һәм дөйөм график стиль булыуына һылтана, әммә грузин һәм грек хәрефтәре араһында ла оҡшашлыҡ аҙ түгел. Грузин һәм грек яҙыуҙары вокаллашҡан-өнлө, ә арамей яҙыуы — консонант-өнлө. Грузин яҙыуының йүнәлеше һулдан уңға табан, ә арамей яҙмаһында — киреһенсә. Ахыр сиктә, грузин алфавитының хәрефтәр тәртибе грек алфавитына яҡыныраҡ[27].
Маштоц грузин яҙмаларын уйлап сығарған тигән фараздың грузин йылъяҙмаларында булмауын аргументлап, Вернер Зайбт Корюндың был бүлегендәге текстарҙы шаҡтай шикле тип иҫәпләй. V быуатта яҙған Лазарь Парпеци ҙа, Маштоцтың уҡыусыһы булған Езник Кохбаци ҙа грузин яҙмаһын Маштоц төҙөгәнен телгә алмағанлыҡтан, Зайбт был бүлектең Корюн тексына һуңғараҡ ҡуйылған өҫтәмә икәнлеген фаразлай. Боронғо грузин яҙмаларының Фәләстанда табылғанлығынан сығып, Вернер Зайбт грузин яҙмаһы тап унда, Тәүраттың әрмән теленә тәржемә ителгәнлеген ишеткән грузин монахтары тарафынан уйлап сығарылыуы фаразын тәҡдим итә, шулай булғас, Маштоц, һис юғында, грузин яҙмаһын булдырыуҙа туранан-тура булмаған башлап ебәреүсе (инициатор) ролен үтәгән[28].
Марр, мхедрули хуцури тәьҫирендә үҙгәртеүҙәргә дусар ителгән һәм гражданлыҡ һәм хәрби сфераларҙа файҙаланылыуын дауам иткән христианлыҡҡа тиклемге грузин яҙмаһы үҫеше һөҙөмтәһе, тигән фекергә таянған[8]
XI быуатта йәшәгән, ихтимал, боронғораҡ сығанаҡтарға таянған грузин авторы Леонти Мровелиға, шулай уҡ Картлис цховребаға барып тоташҡан Мхитар Айриванециҙың шуға оҡшаған ҡарашына ярашлы[29], грузин алфавитын б.э.т. III быуатта йәшәгән [30]ярым легендар батша Фарнаваз I тыуҙырған. Грузин тарихсыларының күпселеге[27] грузин алфавиты Месроп Маштоцҡа саҡлы барлыҡҡа килгән тигән ҡарашҡа таяна[31][32][33][34]. Джавахишвили грузин алфавитының барлыҡҡа килеүен б.э.т. VII быуатҡа ҡайтарып ҡала. Джанашия ла грузин алфавитының б.э.т. VII быуаттан һуңыраҡ барлыҡҡа килә алмауын раҫлай, һәм грузиндар ул дәүерҙә боронғо грузин иероглиф һәм шына яҙыуынан фонетик яҙыуға күскәндәрен белдерә. Был ыңғайҙан, Сергей Муравьёв фәндә иероглиф һәм шына грузин яҙыуы тураһында бер генә миҫалдың да булмауын, хатта уның булыуына бер ниндәй ҙә ишара булмағанын билдәләй, һәм шуға оҡшаған датировкаларҙы «экстравагант фәнгә оҡшарға тырышҡан мифологемалар» тип баһалай[29]. Павле Ингороква һәм Патаридзе шулай уҡ грузин яҙмаһы христианлыҡ таралырҙан күпкә иртәрәк барлыҡҡа килгән булырға тейеш тигән фекер яҡлылар. К. Кекелидзе һәм А. Г. Шанидзе грузин алфавитының барлыҡҡа килеүен христианлыҡҡабул итеү менән бәйләгәндәр. Грузин тикшеренеүселәренең кескәй бер төркөмө грузин яҙыуын шумер яҙмаһы нигеҙендә барлыҡҡа килгән тип раҫлайҙар[35].
Стивен Рапп алфавитты Фарнаваз барлыҡҡа килтергән тигән легенданы раҫлаусы бер дәлил дә юҡ тип билдәләй. Грузин яҙмаһының һаҡланып ҡалған иң иртә һәйкәлдәре V быуатҡа ҡарай[36] [37] . Дональд Рейфилд билдәләүенсә, б.э. I быуатына ҡараған эре археологик һәйкәлдәрҙә бары тик грек һәм арамей телдәрендәге яҙмалар ғына бар[10]. Шулай уҡ Вернер Зайбт та грузин яҙыуының христианлыҡ ҡабул ителгәнгә тиклем барлыҡҡа килеү тарихын ысынға алыу кәрәкмәй тип иҫәпләй[28]. Виктор Александрович Шнирельман грузин тарихсыларына эшмәкәрлеге менән «таҙа үҙенсәлекле мәҙәниәт тураһындағы миф тыуҙырыуға ҡамасаулаған» Месроп Маштоцҡа саманан тыш яратмай ҡарау хас тип билдәләй[38].
Үрге Сванетияла Архангелдарҙың Ацск сиркәүенең көнбайыш стенаһында табылған грузин әлифбаларының иң боронғоһо 37 хәрефтән тора һәм XI быуатҡа ҡарай. Фәләстандағы Бир-әл-Кутте боронғо грузин монастырендәге ҡаҙыныуҙар ваҡытында 429—444 йылдар менән билдәләнгән дүрт яҙманың икәүһе иң боронғо грузин яҙыуы тип һаналыуға ҡарамаҫтан, бөтөн ғалимдар ҙа бындай боронғолоҡ менән ризалашмай. Болнисский Сион яҙмаһы боронғолоҡ буйынса икенсе тип иҫәпләнә (493—494 йй.)[39]. Яҡынса 10[40]—12 мең[41] урта быуат грузин ҡулъяҙмаһы һаҡланған.
Грузин тарихсыһы Леван Чилашвили, 1990-сы йылдарҙың икенсе яртыһында кахетин ауылы Некресиҙа мәжүси изге урынын тикшергәндә, ныҡ зарарланған (һуңғараҡ неркес яҙыуы тигән исем алған) «асомтаврули» шрифты менән маздеизм характерындағы яҙыу яҙылған табут өҫтө стелаһы ярсығын һәм башҡа ярсыҡтар тапҡан һәм ғалим үҙе лә, башҡа грузин тарихсылары ла уның йәшен б.э. III быуаты менән, Грузияның христианлыҡҡа күскән дәүеренән боронғораҡ, тип билдәләй[42][43]. Дональд Рейфилдҡа ярашлы рәүештә, грузин яҙмаһы христианлыҡҡа тиклемге сығышлы, тип иҫбатларға тырышыу икеле һәм археология менән дәлилләнмәй[10]. Стивен Рапп шулай уҡ некреси яҙыуының йәшен шикле тип билдәләй[37].
Хәреф | Атамаһы | IPA | ISO 9984 | Романлаштырыу | Кириллицаға тап килеүе |
Мхедрули მხედრული |
Нусхури ⴌⴓⴑⴞⴓⴐⴈ |
Асомтаврули ႠႱႭႫႧႠႥႰႳႪႨ |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|
ა | ანი | [ɑ]? | A a | A a | А а | |||
ბ | ბანი | [b]? | B b | B b | Б б | |||
გ | განი | [g]? | G g | G g | Г г | |||
დ | დონი | [d]? | D d | D d | Д д | |||
ე | ენი | [ɛ]? | E e | E e | Э э, Е е | |||
ვ | ვინი | [v]? | V v | V v | В в | |||
ზ | ზენი | [z]? | Z z | Z z | З з | |||
თ | თანი | [tʰ]? | T' t' | T t | Ҭ ҭ | |||
ი | ინი | [ɪ]? | I i | I i | И и | |||
კ | კანი | [kʼ]? | K k | K' k' | К к | |||
ლ | ლასი | [l]? | L l | L l | Л л | |||
მ | მანი | [m]? | M m | M m | М м | |||
ნ | ნარი | [n]? | N n | N n | Н н | |||
ო | ონი | [ɔ]? | O o | O o | О о | |||
პ | პარი | [pʼ]? | P p | P' p' | П п | |||
ჟ | ჟანი | [ʒ]? | Ž ž | Zh zh | Ж ж | |||
რ | რაე | [r]? | R r | R r | Р р | |||
ს | სანი | [s]? | S s | S s | С с | |||
ტ | ტარი | [tʼ]? | T t | T' t' | Т т | |||
ჳ | ვიე | [w]? | — | — | — | |||
უ | უნი | [u]? | U u | U u | У у | |||
ფ | ფარი | [pʰ]? | P' p' | P p | Ҧ ҧ | |||
ქ | ქანი | [kʰ]? | K' k' | K k | Қ қ | |||
ღ | ღანი | [ʁ]? | Ḡ ḡ | Gh gh | Ҕ ҕ (Г' г') | |||
ყ | ყარი | [qʼ]? | Q q | Q' q' | Ҟ ҟ | |||
შ | შინი | [ʃ]? | Š š | Sh sh | Ш ш | |||
ჩ | ჩინი | [t͡ʃ]? | Č' č' | Ch ch | Ч ч | |||
ც | ცანი | [t͡s]? | C' c' | Ts ts | Ц ц | |||
ძ | ძილი | [d͡z]? | J j | Dz dz | дз | |||
წ | წილი | [t͡sʼ]? | C c | Ts' ts' | Ҵ ҵ | |||
ჭ | ჭარი | [t͡ʃʼ]? | Č č | Ch' ch' | Ҷ ҷ | |||
ხ | ხანი | [χ]? | X x | Kh kh | Х х | |||
ჴ | ჴარ | [q]? | — | — | — | |||
ჯ | ჯანი | [d͡ʒ]? | J̌ ǰ | J j | Џ џ | |||
ჰ | ჰაე | [h]? | H h | H h | Ҳ ҳ |
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.