Граф (титул)
юғары урта быуат дәүеренән маҡтаулы дворян титулы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Граф, графиня (нем. Graf) — Иртә Урта Быуаттарҙа Көнбайыш Европала короллектә вазифалы кеше. Юғары Урта Быуат дәүеренән маҡтаулы дворян титулы.
Дворян титулдарының традицион көнбайыш европа иерархияһына ярашлы граф титулы аралаш урынды биләй: шевалье, барон һәм виконт титулдарынан юғарыраҡ , ләкин маркиз, герцог, бөйөк герцог һәм принцтан түбәнерәк.
Франк дәүләтендә —маркграф һәм Изге Рим империяһында ландграф титулдары булған.
Титул IV быуатта Рим империяһыда барлыҡҡа килгән һәм башта юғары сановниктарға бирелгән (мәҫәлән,, comes sacrarum largitionum «баш коллегияһының казначейы»).
VI быуаттың икенсе яртыһында Франк дәүләтендә граф (гауграф) үҙ округында-графлыҡ/гау (нем. Gau — башта, ауыл общиналары боронғо германдарҙа, һаны яҡынса 100 кеше) суд, административ һәм хәрби власҡа эйә булған. Карл II Лысый указы буйынса (877) граф вазифаһы һәм биләмәһе мираҫ буйынса күсә башлай.
Феодаль тарҡаулыҡ осоронда — графлыҡтың феодаль хөкөмдары була, һуңынан (феодаль тарҡаулыҡты бөтөрөлгәс) юғары дворянлыҡ титулы булып китә. Европаның идара итеү формаһы монархия булған күпселек илдәрендә формаль рәүештә титул булып һаҡланыуын дауам итә.
Россияла титул Петр I тарафынан индерелә (1706 йылда беренсе булып Б П. Шереметев ала)[1]. XIX быуат аҙағында 300-ҙән ашыу граф нәҫеле була. Рәсәйҙә граф титулы ВЦИК һәм Совнаркомдың 1917 йылдың 11 ноябрендәге Декреты буйынса бөтөрөлә.