From Wikipedia, the free encyclopedia
Граф — абстрактлы математик объект, графтың түбәләренән һәм түбәләр парҙарын тоташтырыусы ҡабырғалар йыйылмаһынан ғибәрәт булған күмәклек. Мәҫәлән, түбәләр күмәклеге итеп ниндәйҙер авиакомпания хеҙмәтләндергән аэропорттар күмәклеген, ә ҡабырғалар күмәклеге итеп был авиакомпанияның ҡалалар араһындағы регуляр рейстарҙы алырға мөмкин.
Төрлө ҡулланыу өлкәләре өсөн графтарҙың төрҙәре йүнәлешлектәре, бәйләнештәр һанына сикләүҙәр һәм түбәләр йәки ҡабырғалар тураһында өҫтәлмә мәғлүмәттәр менән айырылырға мөмкиндәр. Математикала һәм информатикала практик әһәмиәткә эйә булған күп структуралар графатар ярҙамында күрһәтелергә мөмкин. Мәҫәлән, Википедияның төҙөлөшөн түбәләре — мәҡәләләр, ә дуғалары (йүнәлешле ҡабырғалары) — гиперһылтанмалар (тематик карта) булған йүнәлешле граф ярҙамында күрһәтеп була.
Графтар графтар теорияһының төп өйрәнеү объекты булып торалар.
Графтар теорияһының нығынған терминологияһы юҡ. Төрлө баҫмаларҙа бер үк термин аҫтында төрлө әйберҙәрҙе аңлайҙар. Түбәндә йышыраҡ осраған билдәләмәләр килтерелә.
Граф, йәки йүнәлешһеҙ граф — ул тәртипкә килтерелгән пары, бында — буш булмаған түбәләр йәки төйөндәр күмәклеге, ә — ҡабырғалар тип аталған (йүнәлешһеҙ граф осрағында — тәртипкә килтерелмәгән) түбәләр парҙары күмәклеге.
(тимәк, күмәклеге лә, юҡһа ул мультикүмәклек булыр ине) ғәҙәттә сикле күмәклектәр тип иҫәпләнәләр. Сикле графтар өсөн табылған күп һөҙөмтәләр сикһеҙ графтар өсөн дөрөҫ түгел (йәки ни менәндер айырылалар), сөнки сикле тупланмалар өсөн урынлы булған бөтә раҫлауҙар ҙа сикһеҙ күмәклектәр осрағында үтәлмәйҙәр.
Йүнәлешле граф (ҡыҫҡаса орграф) — ул тәртипкә килтерелгән пар, бында — буш булмаған түбәләр йәки төйөндәр күмәклеге, һәм — йүнәлешле ҡабырғалар (дуғалар) тип аталған (тәртипкә килтерелгән) төрлө түбәләр күмәклеге.
Дуға — ул тәртипкә килтерелгән түбәләр пары, бында түбәһен дуғаның башы, ә — түбәһен аҙағы тип атайҙар. дуғаһы түбәһенән түбәһенә алып бара тип әйтергә була.
Ҡатнаш граф — ул ҡайһы бер ҡабырғалары йүнәлешле, ә айһы берҙәре йүнәлешһеҙ булырға мөмкин булған граф. тәртипкә килтерелгән тройкаһы менән яҙыла, бында , һәм юғарылағы кеүек билдәләнгәндәр.
Йүнәлешле һәм йүнәлешһеҙ графтар ҡатнаш графтарҙың айырым осрағы булып торалар.
графы графына изоморфлы тип атала, әгәр графы түбәләре күмәклегенән графы түбәләре күмәклегенә, түбәндәге үҙсәнлектәргә эйә булған биекцияһы булһа: әгәр графында түбәһенән түбәһенә барыусы ҡабырға булһа, ул саҡта графында түбәһенән түбәһенә барыусы ҡабырға булырға тейеш, һәм киреһенсә — әгәр графында түбәһенән түбәһенә барыусы ҡабырға булһа, ул саҡта графында түбәһенән түбәһенә барыусы ҡабырға булырға тейеш. Йүнәлешле граф осрағында был биекция шулай уҡ ҡабырғаның йүнәлешен һаҡларға тейеш. Үлсәмле граф осрағында биекция шулай уҡ ҡабырғаның үлсәмен һаҡларға тейеш.
Графта маршрут тип шундай сикле түбәләр эҙмә-эҙлелеген атайҙар, бында һәр түбә (һуңғыһынан башҡа) эҙмә-эҙлелектәге артабанғы түбә менән ҡабырға ярҙамында тоташтырылған. Ҡабырғалары ҡабатланмаған маршрут сынйыр тип атала. Түбәләре ҡабатланмаған маршрут ябай сынйыр тип атала (ошонан сығып, ябай сынйырҙа ҡабатланған ҡабырғалар юҡ).
Йүнәлешле маршрут (йәки юл) тип орграфта, һәр элементы алдағыға һәм арттағыға ярашлы булған сикле түбәләр һәм дуғалар эҙмә-эҙлелеген атайҙар.
Цикл тип беренсе һәм һуңғы түбәләре тап килгән сынйырҙы атайҙар. Был осраҡта юлдың (йәки циклдың) оҙонлоғо тип уны төҙөүсе ҡабырғалар һанын атайҙар. Әгәр һәм түбәләре ниндәйҙер ҡабырғаның остары булһа, ул саҡта, билдәләмәгә ярашлы, эҙмә-эҙлелеге цикл була. Шундай «яһалма» осраҡтар булдырмаҫ өсөн түбәндәге төшөнсәләрҙе индерәләр.
Юл (йәки цикл), әгәр уның ҡабырғалары ҡабатланмаһа, ябай тип атала; әгәр ул ябай һәм түбәләре ҡабатланмаһа, элементар тип атала.
Юлдарҙың һәм циклдарҙың иң ябай үҙсәнлектәре:
Граф түбәләре күмәклегендә «-нан -ға юл бар» тип бирелгән Бинар бәйләнеш, эквивалентлылыҡ бәйләнеше була һәм, шунан сығып, ул был күмәклекте графтың бәйлелек компоненттары тип аталған эквивалентлылыҡ кластарына бүлә. Әгәр графтың теүәл бер бәйлелек компоненты булһа, ул саҡта граф бәйле. Бәйлелек компонентында был түбәләрҙе тоташтырыусы минималь юл оҙонлоғо булараҡ алыҫлыҡ төшөнсәһе индерергә була.
графының һәр максималь бәйле аҫграфы графының бәйле компонентаһы тип (йәки компонента тип кенә) атала . «Максималь» һүҙе индерелеүгә ҡарата максималь тигәнде аңлата, йәғни күп һанлы элементтары булған бәйле аҫграфҡа инмәгән.
Графтың ҡабырғаһы, әгәр уны юҡ итеү компоненталар һанын арттырһа, күпер тип атала.
Граф:
Шулай уҡ була:
Ябай граф бер үлсәмле симплициаль комплекс була.
Тағы ла абстрактлыраҡ, графты тройкаһы һымаҡ бирергә була, бында һәм — ниндәйҙер күмәклектәр (ярашлы рәүештә түбәләр һәм ҡабырғалар), ә — һәр ҡабырғаһына -нан (тәртипкә килтерелгән йәки тәртипкә килтерелмәгән) һәм түбәләр парын (уның остарын) тап килтереүсе тап килеү функцияһы (йәки инцидентор). Был төшөнсәнең айырым осраҡтары булып торалар:
Юғарыла килтерелгән билдәләмәгә ҡайһы бер башҡа дөйөмләштереүҙәр тап килмәйҙәр:
Бағаналары ла, шулай уҡ юлдары ла графтың түбәләре булып тоған таблица. Был матрицаның һәр күҙәнәгенә юл-түбәнән бағана-түбәгә (йәки киреһенсә) бәйләнеш барлығын билдәләүсе һан яҙыла.
Был тығыҙ графтарҙы һүрәтләү өсөн иң уңайлы ысул.
Етешһеҙлеге булып хәтергә түбәләр һанының квадратына тура пропорциональ булған талап тора.
Юлдары графтың түбәләренә, ә бағаналары графтың бәйләнештәренә (ҡабырғаларына) тап килгән таблица. Матрицаның юлының бағанаһы менән киҫелешендәге күҙәүенә яҙыла:
Был ысул иң һыйҙырышлы (һаҡлау өсөн үлсәме ) пропорциональ, шуға күрә һирәк ҡулланыла, айырым осраҡтарҙа (мәҫәлән, графта циклдарҙы тиҙ табыу өсөн).
Графтың һәр түбәһенә эргәләш түбәләр теҙеме һаҡланған юл ярашлы булған исемлек. Бындай мәғлүмәттәр структураһы ғәҙәттәге таблица түгел, ә «исемлектәр исемлегенән» ғибәрәт.
Биләгән хәтер үлсәме: .
Был һирәкләнгән графтарҙы биреү өсөн, шулай уҡ, ағымдағы ҡаралған түбәнең «күршеләрен» тиҙ генә табырға кәрәк булған, графты иңгә йәки түбәнгә урап сығыу база алгоритмын тормошҡа ашырғанда, иң уңайлы ысул.
Графтың һәр ҡабырғаһына, был ҡабырғаға ярашлы ике түбә һаҡланған юл ярашлы булған исемлек.
Биләгән хәтер үлсәме: .
Был графтарҙы биреү өсөн иң ыҡсым ысул, шуға күрә лә тышҡы һаҡлау йәки мәғлүмәттәр алмашыу өсөн йыш ҡулланыла.
Машина эшкәртеүенә яраҡлы һәм бер үк ваҡытта кеше үҙләштереү өсөн уңайлы итеп графтарҙы һүрәтләү өсөн бер нисә стандартлаштырылған тел ҡулланыла, улар араһында:
Графтарҙы төҙөү өсөн коммерция программалар серияһы эшләнгән, шулай, графтарҙы төҙөү ILOG фирмаһының (2009 йылдан IBM корпорацияһы ҡарамағында) ҡулланма программалар пакеты нигеҙенә һалынған, башҡа программалар араһынан — GoView, Lassalle AddFlow, LEDA (түләүһеҙ редакцияһы бар).
Шулай уҡ графтарҙы төҙөү өсөн ирекле программа igraph һәм ирекле библиотека Boost бар.
Графтарҙы визуаллаштырыу өсөн түбәндәге программалы саралар ҡулланыла:
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.