Георгий тәреһе
From Wikipedia, the free encyclopedia
Хәрби орденының отличие Билдәһе— 1807 йылдан 1917 йылға тиклем түбәрге чиндар өсөн Рус гвардияһында, армияла, флотта Изге Георгий орденына беркетелгән награда.
Был мәҡәләне әлеге ваҡытта ҡатнашыусы Тутыйғош мөхәррирләй. |
.
Георгий тәреһе | |
Нигеҙләү датаһы | 13 (25) февраль 1807 |
---|---|
Дәүләт |
Рәсәй империяһы Рәсәй |
Лауреаттар категорияһы | Категория:Изге Георгий ордены билдәһе кавалерҙары |
Георгий тәреһе Викимилектә |
1913 йылға тиклем рәсми булмаған исеме — Георгий тәреһе; 1913 йылдан ул рәсми рәүештә статутта нығытыла. Хәрби ордендың отличие билдәһе һалдаттар һәм унтер-офицерҙар өсөн хәрби ҡаҙаныштары һәм дошманға ҡаршы күрһәтелгән батырлығы өсөн юғары награда булып торған.
1844 йылдың 19 авгусында урыҫ булмаған яугирҙар өсөн махсус билдә булдырыла: медальондың ике яғында ла Рәсәй гербы — ике башлы бөркөт — төшөроөлгән була. Бындай билдәне 1368 билдәһе һалдат ала. 1913 йылға тиклем, рәсми атамаһынан тыш, билдә башҡа атамалары аҫтында ла билдәле була: 5-се дәрәжә Георгий тәреһе, һалдат Георгийы («Егорий») һәм башҡалар. 1917 йылдың 24 июненән часть һалдаттары йәки карап матростарының дөйөм йыйылышы тәҡдиме буйынса шәхси батырлыҡ һәм ҡыйыулыҡ күрһәткән өсөн офицерҙарға ла бирелә алған.