![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/d/d8/Early_Rus.png/640px-Early_Rus.png&w=640&q=50)
Гардарики
Рустең урта быуаттарҙа, XII быуаттан алып,билдәле булған атамаһы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Гардари́ки (Гарда́рике, Га́рдтар) (бор. сканд. noitalic|ᚴᛅᚱᚦᛅᚱᛁᚴᛁ, Garðaríki, норв. Gardarike, швед. Gårdarike) — Урта быуаттарҙа, XII быуаттан алып, шул иҫәптән скандинавия сагаларында Төньяҡ Европаға билдәле булған Рустең [lower-alpha 1] скандинав исеме.
Гардарики «ҡалалар иле» тип тәржемә ителә[2]. Скандинавтар «Гардарики» тип башта, Любшанан һәм Иҫке Ладоганан (Alðeigja) башлап, Волхов йылғаһы буйында урынлашҡан ҡәлғәләр сылбырын хасил иткән төньяҡтағы, Үрге Волгала һәм башҡа ерҙәрҙәге ҡалалар һәм башҡа ерҙәрҙе атағандар. Скандинавия сагаларында Новгород (Holmgarðr) Гардарики иленең мөмкин булған баш ҡалаһы булараҡ ҡарала[3][4][4][5]. Ваҡыт үтеү менән, «Гардарики» исеме менән скандинавтар бөтә Русте атай башлаған[lower-alpha 2].