Габон
From Wikipedia, the free encyclopedia
Габо́н (франц. Gabon [ɡaˈbõ]), рәсми исеме — Габо́н Респу́бликаһы (франц. République gabonaise) — Үҙәк Африкалағы дәүләт, Францияның элекке колонияһы. 2013 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, халыҡ һаны 1 811 079 кеше тәшкил итә[4][5][6][7], территория 267 667 км² тәшкил итә. Халыҡ һаны буйынса донъяла 145-се һәм территорияһы буйынса 76-сы урынды биләй.
| |||||
Девиз: «Union, Travail, Justice» | |||||
Гимн: «La Concorde» | |||||
Үҙаллылыҡ датаһы | 17 август 1960 ( Франциянан) | ||||
Рәсми телдәр | Француз теле[1][2] | ||||
Баш ҡала | Либревиль | ||||
Идара итеү төрө | Президент республикаһы | ||||
Президент
Премьер-министр | Али бен Бонго Ондимба
Раймон Ндонг Сима | ||||
Территория • Бөтәһе • % һыу өҫтө | 76 267 667 км² 3,7 % | ||||
Халыҡ • Һаны (2008) • Халыҡ тығыҙлығы | ▲ 2 230 908[3] чел. (150) 5,4 чел./км² | ||||
Валюта | Франк КФА (XAF) | ||||
Интернет-домен | .ga[d] | ||||
Код ISO | GA | ||||
МОК коды | GAB | ||||
Телефон коды | +241 | ||||
Сәғәт бүлкәте | 1 |
Баш ҡалаһы — Либревиль. Рәсми теле — француз теле.
1966 йылдың 20 сентябренән Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы ағзаһы.
Унитар дәүләт, туғыҙ провинцияға бүленә. Президент Республикаһы — Али Бонго Ондимба 2009 йылдың 30 авгусында президент итеп һайлана.
[[Үҙәк Африканың көнбайышында урынлашҡан, көнбайыштан Гвинея ҡултығы йыуа. Ҡоро ерҙә Конго Республикаһы, Камерун һәм Экватор Гвинеяһы менән сиктәш.
Диндарҙарҙың күбеһе төрлө мәғәнәләге христиан динен тота (башлыса католицизм).
Нефть ятҡылыҡтары һәм сит ил инвестициялары Габонды Африканың иң бай һәм тотороҡло дәүләттәренең береһенә әйләндерерә. Кеше үҫеше индексы ҙурлығы буйынса 8-се, Африкала йән башына иҫәптә тулайым эске продукт күләме буйынса дүртенсе (номинал) һәм Африкала йән башына эске тулайым продукт күләме буйынса бишенсе (Сейшел утрауҙары, Маврикий һәм Экватор Гвинеяһы республикаларынан ҡала) урынды биләй[8]. Әммә килемдең тигеҙ бүленмәүе арҡаһында халыҡтың байтаҡ өлөшө ярлы. Аҡса берәмеге — Африка франкы.