Был уйын XIX быуат аҙағында Америкала барлыҡҡа килгән. Волейбол Олимпия уйындары программаһына инә. From Wikipedia, the free encyclopedia
Волейбол ({{lang-e «туп») — спорт команда менән спорт уйыны, ике команда селтәр менән бүленгән махсус майҙансыҡта волейбол тубын дәғүәселәрҙең майҙансығына төшөрөргә тырышып йә иһә һаҡланыусы команда уйынсыһы хата яһағанға саҡлы, дәғүәселәр яғына ебәрә (иҙәнгә тиклем ҡаҡлыҡтырыу). Шул уҡ ваҡытта һөжүм ойоштороу өсөн бер команданың уйынсыларына тупҡа өс тапҡырҙан артыҡ бер рәттән ҡағылыу рөхсәт ителмәй (блокта ҡағылыуға өҫтәп).
Волейбол | |
Нигеҙләү датаһы | 1947 |
---|---|
Квалифицирован для | мужской волейбол[d], женский волейбол[d] һәм команда[d] |
Етәксе орган | Халыҡ-ара волейбол федерацияһы |
Ил | Америка Ҡушма Штаттары[1] |
Минимальное число игроков | 12 |
Максимальное число игроков | 12 |
Асыусы йәки уйлап табыусы | Морган, Уильям Дж.[d] |
Асыу датаһы | 1895 |
Рәсми сайт | fivb.org |
Волейбол Викимилектә |
Халыҡ-ара волейбол федерацияһы — халыҡ-ара спорт төрө булараҡ волейболдың ҡағиҙәләр йыйынтығын билдәләүсе үҙәк органы. 1964 йылдан[2] волейбол Олимпия уйындары программаһына инә.
Волейбол — майҙансыҡта һәр уйынсы ҡәтғи махсуслашыуға эйә булған спорттың контакт булмаған, комбинацион төрө. Волейбол уйынсылары өсөн иң мөһиме булып волейбол селтәренән күберәк юғары күтәрелеү өсөн һикереү һәләте, реакция, координация, һөҙөмтәле һөжүм яһау маҡсатында, физик көс тора.
Волейбол һөйөүселәр өсөн — ҡағиҙәләренең ябайлығы һәм йыһаздарын үҙләштереү мөмкинлеге арҡаһында халыҡ-араһында киң таралған күңел асыу һәм ял итеү ысулы.
Волейболдың төп төрөнән (1996 йылдан олимпия төрө) тармаҡланған (1998 йылдың ноябрендә Токиола раҫланған) төрлө варианттары бар — пляж волейболы, ҡар өҫтөндә уйнай торған волейбол, мини-волейбол, пионербол, парк волейболы[3] ултырма волейбол (Паралимпия спорт төрө).
Волейболды уйлап сығарыусы тип Уильям Дж. Морган, Холиок (АҠШ-тың Массачусетс штаты) ҡалаһындағы Йәш христиандар ассоцияцияһы (YMCA) колледжының физик тәрбиә уҡытыусыһы һанала. 1895 йылда[4] ул спорт залында 198 сантиметр бейеклегендә теннис селтәрен элеп ҡуя, һәм һан яғынан сикләнмәгән уҡыусылары ошо селтәр аша баскетбол камераһын ташлай башлайҙар. Морган яңы уйынын «минтонет» тип атай Һуңыраҡ уйын Спрингфилдта үткән йәш христиандар ассоцияцияһы колледждарының конференцияһында күрһәтелә һәм профессор Альфред Т. Хальстед тәҡдиме буйынса, яңы — «волейбол» атамаһын ала. 1897 йылда АҠШ-та тәүге волейбол ҡағиҙәләре баҫыла: майҙансыҡ күләме 7,6×15,1 м (25 x 50 фут), селтәр бейеклеге 198 см (6,5 фут), әйләнәһе 63,5— 68,5 см (25—27 дюйм), массаһы 340 г булған туп, майҙансыҡта күпме уйынсы булырға тейешлеге һәм тупҡа тейеү һаны билдәләнмәгән, туп биреү ысынында ғына иҫәпкә алына һәм мәрәй бирелә, туп уңышһыҙ бирелһә, яңынан ҡабатларға мөмкин булған, партия 21 мәрәйгә саҡлы уйнала.
Уйындың үҫеш процесына уның ҡағиҙәләре, техникаһы һәм тактикаһы даими камиллаштыра. Бер өлөшө беҙҙең көндәргә тиклем килеп еткән төп ҡағиҙәләр 1915—1925 йылдарҙа формалашҡан: 1917 йылдан партия отошо 15 мәрәй менән сикләнгән, ә селтәр бейеклеге 243 см тәшкил иткән; 1918 йылда майҙансыҡта уйынсылар һаны — алты тип билдәләнә; 1922 йылдан тупҡа өс тапҡырҙан артыҡ тейеү рөхсәт ителмәй; 1925 йылда майҙансыҡ күләме, волейбол тубының ауырлығы һәм ҙурлығы хәҙерге замандағыса раҫланған. 1960 йылдар башына саҡлы Азияла үҙ ҡағиҙәләре менән уйналһа: 11×22 күләмле майҙансыҡта туғыҙ йәки ун ике уйынсы менән, матч барған ваҡытта уйынсылар позицияларын алмаштырмаған, был ҡағиҙәләр Америка, Африка һәм Европа илдәрендә ҡулланылған.
1922 йылда беренсе дөйөм милли ярыштар үткәрелгән — Бруклинда 23 ир-ат ҡатнашҡан YMCA чемпионат булған. 1924 йылда Чехословакияның Баскетбол һәм волейбол Союзы — Европала беренсе волейбол буйынса спорт ойошмаһы[5] барлыҡҡа килгән. 1920-се йылдарҙың икенсе яртыһында Болгария, СССР, АҠШ һәм Японияла милли федерациялар барлыҡҡа килгән. Шул уҡ осорҙа төп техник алымдар — туп биреү, тапшырыу, һөжүм һуғыуы һәм блок формалаша. Улар нигеҙендә команда ғәмәлдәре тактикаһы барлыҡҡа килә. 1930-сы йылдарҙа төркөм блогы һәм страховкалау барлыҡҡа килә, һөжүм итеү һәм алдаҡ һуғыуҙар алмашына. 1936 йылдаСтокгольмда үткән гандбол буйынса халыҡ-ара федерацияһы конгресында Польша делегацияһы гандбол буйынса федерацияның бер өлөшө булараҡ техник комитет ойоштороу инициативаһы менән сығыш яһай. Европаның 13 иле, Американың 5 иле һәм Азияның 4 иле ингән комиссия төҙөлә. Комиссия ағзалары тарафынан төп ҡағиҙә булараҡ, бер аҙ үҙгәртеүҙәр индереп, америка ҡағиҙәләре ҡабул ителә: үлсәүҙәр метрикнисбәттә үткәрелә, тупҡа кәүҙәнең билдән өҫкө өлөшө менән ҡағылырға рөхсәт ителә, туп блокта ҡағылғандан һуң, уйынсыға тупҡа ҡабат бер рәттән ҡағылыу тыйылған була, ҡатын-ҡыҙ өсөн селтәр бейеклеге — 224 се, туп биреү зонаһы сикләнгән була[6].
Икенсе донъя һуғышынан (1939—1945) һуң халыҡ-ара <nowiki>контакттар киңәйә бара. 1947 йылдың 18—20 апрелендә Парижда (FIVB) 14 ил: Бельгия, Бразилия, Венгрия, Мысыр, Италия, Нидерланд, Польша, Португалия, Румыния, АҠШ, Уругвай, Франция, Чехословакия һәм Югославия вәкилдәре ҡатнашҡан Халыҡ-ара волейбол федерацияһының беренсе конгресы үтә. 1949 йылда Прагала ир-егеттәр командалары араһында беренсе донъя чемпионаты уҙа. 1951 йылда FIVB-ның Марселдә үткән конгреста рәсми халыҡ-ара ҡағиҙәләре раҫлана, һәм уның составында арбитраж һәм уйындың ҡағиҙәләрен эшләү һәм камиллаштырыу комиссиялары булдырыла. Партияларҙа уйынсыларҙы алмаштырыу һәм тайм-ауттар рөхсәт ителә, ир-егеттәр командаларының һәм ҡатын-ҡыҙҙар командаларының матчтары ла 5 партияла үткәрелә башлай.
FIVB-ның беренсе президенты итеп француз архитекторы Поль Либо һайлана, һәм ул 1984 йылға саҡлы күп тапҡырҙар ҡабаттан был вазифаға һайлана. 1957 йылда Халыҡ-ара олимпия комитетының 53-сө сессияһында волейбол олимпия спорт төрө тип иғлан ителә; 58-се сессияла Токиола үтәсәк XVIII Олимпиада Уйындарында ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар командалары араһында волейбол ярыштары үткәрергә тигән ҡарар ҡабул ителә. Токио Олимпиадаһынан һуң уйын ҡағиҙәләренә байтаҡ үҙгәрештәр индерелә — блоклаусыларға селтәр өҫтөнән ҡулдарын ҡаршы яҡҡа ҡарата күсереү һәм блоклағандан һуң тупҡа ҡабат ҡағылыу рөхсәт ителгән. 1970 йылда селтәр ҡырҙарына антенналар индерелгән, 1974 йылда судьялар өсөн һары һәм ҡыҙыл карточкалар барлыҡҡа килгән.
1984 йылда FIVB президенты посында Поль Либоны Мексика адвокаты, доктор Рубен Акоста алмаштырған. Рубен Акоста инициативаһы менән, ярыштарҙы, тамашасы йыйыу, волейбол матчтарының дауамлығын ҡыҫҡартып, уйынды «телевидениела күрһәтеү» маҡсатында, волейбол уйыны ҡағиҙәләренә бик күп үҙгәртеүҙәр индерелә. Сеулда үткән 1988 йылғы Йәйге Олимпия уйындарында FIVB-ның XXI конгресында хәл иткес бишенсе партияның регламентында үҙгәрештәр ҡабул ителә: ул «ралли-пойнт», йә «тай-брейк» («отош — мәрәй») системаһы буйынса уйнала башлай, 1990-сы йылдарҙа шулай уҡ тәүге дүрт партия өсөн 17 мәрәйле «үр» билдәләнә (йәғни дәғүәселәр, 1 мәрәйгә өҫтөнлөк алып, 17:16 иҫәбе менән, уйынды тамамлау мөмкинлегенә эйә булған). Волейбол партияларын ваҡыт буйынса сикләү тәжрибәһе үткәрелгән[7], әммә 1998 йылдың октябрендә Токиола FIVB конгресында тағы ла революцион ҡарар ҡабул ителә — һәр партияны «ралли-пойнт» системаһы буйынса: һәр тәүге дүртеһе 25 мәрәйгә саҡлы, бишенсеһен — 15 мәрәйгә саҡлы уйнарға. 1996 йылда тупҡа кәүҙәнең теләһә ни өлөшө менән ҡағылыу (шул иҫәптән аяҡ менән) рөхсәт ителә, 1997 йылда FIVB милли йыйылма командаларға үҙ составына либеро уйынсыһын индереүҙе тәҡдим итә.
Был осорҙа уйындың техникаһы һәм тактикаһы камиллашыуы дауам итә. 1980-се йылдар башында тупты һикереп биреү барлыҡҡа килә һәм ҡырҙан биреү бөтөнләй ҡулланылмай башлай тиерлек, артҡы һыҙаттан һөжүм итеү һуғыуҙары арта, тупты ҡабул итеү алымдарында ла үҙгәрештәр була — элегерәк бик популяр булмаған аҫтан ҡабул итеү өҫтөнлөк менән файҙалана, ә йығылып китеп үрҙән тотоу бөтөнләй юғала тиерлек. Волейболсыларҙың уйын функциялары тарая: мәҫәлән, әгәр элек ҡабул итеүҙә барса алты уйынсы ла ҡатнашһа, 1980-се йылдарҙа был элементты үтәү ике уйынды тамамлаусының бурысына әйләнә.
Уйын тағы ла көслөрәк һәм етеҙерәк була бара. Волейбол спортсыларҙың үҫешенә һәм атлетик әҙерлегенә талапты арттырҙы. Әгәр 1970-се йылдарҙа командала буйы 2 метрҙан да оҙонораҡ бер уйынсы ла булырға тейеш түгел тиелһә, 1990-сы йылдарҙа иһә бында ла барыһы ла үҙгәрә. Юғары класлы командаларҙа буйы 195—200 сантиметрҙан түбән булған уйынсы ғәҙәттә — бәйләүсе һәм либеро. Иң көслө яңы командалар — Бразилия, АҠШ, Куба, Италия, Нидерланд, Югославия командалары.
1990 йылдан Донъя лигаһы уйнала — донъяла волейболдың популярлығын арттырыуға бағышланған йыл һайын үтә торған коммерция ярышы. 1993 йылдан Лигаға оҡшаған ярыштар — Волейбол буйынса Гран-при — ҡатын-ҡыҙҙар араһында ла үткәрелә. 1980-се йылдарҙың икенсе яртыһынан Италияла тәүге тапҡыр ысын профессиональ лига барлыҡҡа килә, уны ойоштороу башҡа илдәрҙең милли чемпионаттарын үткәреүгә өлгө булып тора.
1985 йылда АҠШ Массачусетсындағы Холиокта күренекле уйынсылар, тренерҙар, командалар, ойоштороусылар, судьялар исемдәре индерелгән волейболдың Дан Залы асыла.
2015 йылдан FIVB волейболдың 221 милли федерацияһы берләштерә[8], уйын Ер шарындағы иң популяр спорт төрө булып тора. Спорт төрө булараҡ волейбол Рәсәйҙә, Бразилияла, Ҡытайҙа, Италияла, АҠШта, Японияла, Польшала үҫешкән. Ир-егеттәр араһында үҙ көсөндәге донъя чемпионы булып Польшаның ир-егеттәр волейбол йыйылма командаһы, ҡатын-ҡыҙҙар араһында — АҠШ-тың ҡатын-ҡыҙҙар волейбол йыйылма командаһы һанала.
2008—2012 йылдарҙа Волейбол халыҡ-ара федерацияһы президенты вазифаһында ҡытайлы Вэй Цзичжун эшләй, 2012 йылдың 21 сентябрендә Калифорнияның Анахайм ҡалаһында (АҠШ) FIVB-ның XXXIII Конгресында ойошманың яңы президенты итеп бразиль Ари Граса Фильо һайлана[9].
FIVB етәкселеге волейбол ҡағиҙәләрен камиллаштырыуҙы дауам итә. «Селтәргә тейеп китеү» һәм дәғүәселәр майҙанына «яңылыш аяҡ баҫыу» һымаҡ аңлатмаларҙағы хаталар, блоклау билдәләмәһен аныҡлау, рәсми халыҡ-ара турнирҙарға заявкаларҙы 14 уйынсыға тиклем киңәйтеү, шуның 2-һе либеро, 2009 йылда Дубайҙа FIVB-ның XXXI конгресында раҫлана[10][11][12]. Шул уҡ йылда Дохала Ир-егеттәрҙең клуб командалары араһында волейбол буйынса донъя чемпионатында (был турнир 17 йыл өҙөклөктән һуң яңыртылған) ҡабул итеүсе команда беренсе һөжүмде ҡәтғи рәүештә артҡы һыҙыҡтан үткәрергә тейеш тигән «алтын формула» алымын тикшереп ҡарағандар. Тәжрибәлә был, уйланылғанса, дәғүәселәрҙең мөмкинлектәрен тигеҙләүгә һәм тупҡа оҙағыраҡ һауала йөрөргә ярҙам итергә тейешле яңылыҡ, көтөлгән файҙа биреү түгел, хатта уйындың тамашалылығын кәметә, һәм шуның өсөн күп уйынсылар, тренерҙар, белгестәр һәм волейбол һөйөүселәр уны тәнҡитләй[13] шунан бирле ҡулланылмай.
2013 йылда ҡулланылышҡа ингән ҡағиҙәләрҙең яңы редакцияһына ярашлы, уйынсыны һары карточка менән язалау мәрәй оттороу менән оҙатылмай. 2013 йылдың апрелендә үрҙән бирелгән тупты алыу талабын ҡәтғиләштергән ҡағиҙәне тормошҡа ашырмай тороу кәрәклеге тураһында ҡарар ҡабул ителә[14] һәм шуның менән бергә партияның оҙонлоғон 25 эсенән 21 отолған мәрәйгә саҡлы ҡыҫҡартыуҙы һәм тупты уйнатыу араһындағы тәнәфестәрҙе ҡыҫҡартыу мәсьәләһен ҡарау тәҡдим ителә[15]. Шул уҡ йылда һуңғы яңылыҡ Волейбол Евролигаһы турнирҙарында, 2013 йылда Ир-егеттәрҙең өлкән йәштәр командалары араһында волейбол буйынса донъя чемпионаттарында, Бразилия чемпионаттарында тикшереп ҡарала, әммә артабан таралмай. 2013 йылдан FIVB һәм CEV эгидаһы аҫтында үткән халыҡ-ара ярыштарҙа видео менән күҙәтеү системаһы әүҙем ҡулланыла[16].
2014 йылдың 1 ноябрендә Кальяриҙа үткән FIVB-ның XXXIV конгресында көнәркәшенең уйынына ҡамасауламаған осраҡта, селтәргә тейеүҙе рөхсәт итеү ҡағиҙәһе (2009 йылда ҡабул ителгән) юҡҡа сығарыла. Элекке кеүек, уйынсының селтәргә теләһә нисек тейеп китеүе тағы ла хата булып иҫәпләнә. Бынан тыш, конгресс халыҡ-ара ярыштар өсөн ирекле зонаны 8-ҙән 6,5 метрға саҡлы кесерәйтеү, матчта ҡатнашыу заявкаһына турнирҙа ҡатнашырға тейешле барса 14 уйынсыны ла индереү һәм спонсорҙар һәм телевидение тәҡдиме буйынса тренер һәм/йәки техник тайм-ауттар тураһында ҡарар ҡабул итә[17][18].
Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | ||||||
Уйындар | Алтын | Көмөш | Бронза | Алтын | Көмөш | Бронза | |
1964 | Токио | баскетбол | баскетбол | баскетбол | Япония | СССР | Польша |
1968 | Мехико | баскетбол | баскетбол | баскетбол | СССР | Япония | Польша |
1972 | Мюнхен | баскетбол | баскетбол | баскетбол | СССР | Япония | Корея Халыҡ-Демократик Республикаһы |
1976 | Монреаль | баскетбол | баскетбол | баскетбол | Япония | СССР | Корея Республикаһы |
1980 | Мәскәү | баскетбол | баскетбол | баскетбол | СССР | ГДР | Болгария |
1984 | Лос-Анджелес | баскетбол | баскетбол | баскетбол | Ҡытай | АҠШ | Япония |
1988 | Сеул | баскетбол | баскетбол | баскетбол | СССР | Перу | Ҡытай |
1992 | Барселона | баскетбол | баскетбол | баскетбол | Куба | БДБ | АҠШ |
1996 | Атланта | баскетбол | баскетбол | Ҡалып:Флагификация/СРЮ Сербия һәм Черногория ир-егеттәр волейбол йыйылма командаһы (Югославия) | Куба | Ҡытай | Бразилия |
2000 | Сидней | Ҡалып:Флагификация/СРЮ Сербия һәм Черногория ир-егеттәр волейбол йыйылма командаһы (Югославия) | баскетбол | баскетбол | Куба | Рәсәй | Бразилия |
2004 | Афина | баскетбол | баскетбол | баскетбол | Ҡытай | Рәсәй | Куба |
2008 | Пекин | баскетбол | баскетбол | баскетбол | Бразилия | АҠШ | Ҡытай |
2012 | Лондон | баскетбол | баскетбол | баскетбол | Бразилия | АҠШ | Япония |
2016 | Рио-де-Жанейро | баскетбол | баскетбол | баскетбол | Ҡытай | Сербия | АҠШ |
Ярыштар | тәүләп үткәрелгән | артабанғы | Деталдәре | ||
ир-егеттәр | ҡатын-ҡыҙҙар | ир-егеттәр | ҡатын-ҡыҙҙар | ||
FIVB эгидаһы аҫтында | |||||
Олимпия уйындарында волейбол | 1964 Токио | 2020 Токио | 4 йылға бер үткәрелә | ||
Донъя волейбол чемпионаты | 1949 Прага | 1952 Москва | 2018 Италия / Болгария | 2018 Япония | 4 йылға бер үткәрелә |
Донъя волейбол кубогы | 1965 Польша | 1973 Уругвай | 2019 Япония | 2019 Япония | 4 йылға бер үткәрелә |
Бөтә донъя волейбол чемпиондары кубогы | 1993 Япония | 1993 Япония | 2021 Япония | 2021 Япония | 4 йылға бер үткәрелә |
Милләттәр волейбол Лигаһы | 2018 | 2018 | Йылға бер үткәрелә, Донъя лигаһы (ир-егеттәр) һәм Донъя волейбол Гран-приһы (ҡатын-ҡыҙҙар) урынына раҫлана | ||
CEV эгидаһы аҫтында | |||||
Европы волейбол чемпионаты | 1948 Рим | 1949 Прага | 2019 Франция, Бельгия, Нидерланд, Словения | 2019 Төркиә, Польша, Венгрия, Чехия | 2 йылға бер үткәрелә |
Волейбол Евролигаһы | 2004 Опава | 2009 Кайсери | 2018 | 2018 | Йылға бер үткәрелә |
Уйын 18х9 метр күләмле тура мөйөшлө волейбол майҙансығында уҙғарыла. Волейбол айҙансығы уртала селтәр-сетка менән бүленгән. Ир-егеттәр өсөн сетка бейеклеге — 2,43 м, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн — 2,24 м. Уйын әйләнәһе 65—67 сантиметрлыҡ, ауырлығы 260—280 грамлыҡ сферик волейбол тубы менән алып барыла.
Ике команданың һәр береһе составында 14 уйынсы булыуы мөмакин, уйын барышында майҙансыҡта 6 уйынсы ҡатнаша ала. Уйын маҡсаты — һөжүм итеү һуғыуы менән тупты иҙәнгәсә, йәғни ҡаршы яҡ майҙансығының уйын өҫлөгөнә «һеңдерә бәреү», йәки дәғүәсене яңылыштырыу.
Уйын, йәрәбәгә ярашлы, тупты уйынға биреүҙән башлана. Тупты уйынға бәреп биргәндән һәм уңышлы отоштан һуң, сираттағы туп биреү мәрәй отҡан командаға күсә. Майҙансыҡ уйынсылар һаны буйынса шартлы рәүештә 6 зонаға бүленә. Һәр күсеш һайын, мәрәй отоу һөҙөмтәһендә, туп биреү хоҡуғы бер команданан икенсеһенә бирелә, артабанғы зонаға уйынсылар сәғәт уҡтары әйләнеүе буйынса күсәләр.
Һуңғы тапҡыр урын алмаштырыу һөҙөмтәһендә икенсе зонанан беренсе зонаға күскән уйынсы тупты бирә. Тупты биреү уйын майҙансығының артҡы һыҙығы артындағы зонанан, уны дәғүәселәр яртыһына төшөрөү йә тупты ҡабул итеүҙе мөмкин тиклем ҡатмарлаштырыу маҡсатында, башҡарыла. Осоп барғанда, туп сеткаға тейеүе мөмкин, ләкин антенналарға тейергә йәки уларҙың аңда юғарыға дауам иттерергә тейеш түгел. Туп ҡабул итеүсе команданың уйын майҙансығы яғындағы өҫлөккә ҡағыла икән, туп биреүсе командаға мәрәй иҫәпләнә. Туп биреүсе уйынсы ҡағиҙәләрҙе боҙһа йәки тупты аутҡа оҙатһа, мәрәй ҡабул итеүсе командаға бирелә. Тупты биргән саҡта, уның сетка өҫтөндәге траекторияһын өҙмәйенсә, блоклау рөхсәт ителмәй. Тупты биргән команда мәрәй отҡан хәлдә, шул уҡ уйынсы яңынан туп бирә.
Хәҙерге заман волейболында тупты һикереп көс менән биреү күберәк таралыш алған[19]. Тупты сеткаға яҡын йүнәлтеп ташлау, ҡыҫҡа (планлаштырылған, тактик) туп биреү бының ҡапма-ҡаршы күренеше.
Ғәҙәттә тупты артҡы һыҙыҡта торған уйынсылар, йәғни 5-се, 6-сы, 1-се зоналарҙа тороусылар, ҡабул итәләр. Әммә бирелгән тупты уйынсыларҙың һәр береһе ҡабул итә ала. Ҡабул итеүсе команда уйынсыларына өс тапҡыр тейеү рөхсәт ителә (уйынсыға тупты бер рәттән ике тапҡыр тоторға ярамай) һәм иң күпселеге өсөнсө тейеүҙә тупты ҡаршы яҡҡа, дәғүәсе яртыһына, оҙатырға кәрәк. Тупты ҡабул иткәндә, уны майҙансыҡтың теләһә ниндәй урынында һәм ирекле яҫылығында эшкәртергә мөмкин, ләкин ҡаршы яҡтың майҙансығы яртыһында түгел. Шул уҡ ваҡытта, тупты пас менән кире үҙ майҙанына күсерергә тура килгәндә, өстән икенсе ташлау антенналар араһынан үтә алмай, ә мотлаҡ антенналар эргәһенән үтергә тейеш. Тупты ҡаршы алғанда, уны кәүҙәнең теләһә ҡайһы өлөшө менән ҡабул итеп булһа ла, әммә эшкәрткәндә ул тотҡарланырға тейеш түгел[20]. Планлаштырылған туп биреүҙе артҡы һыҙыҡтағы 2 уйынсы ғына ҡабул итә ала, ләкин көс менән бирелгән тупты ҡабул итеү өсөн 3 уйынсы талап ителә.
Рәсми волейбол ҡағиҙәләренән өҙөктәр:
14.1.1 Туп биреү һәм блокты индермәгәндә, дәғүәселәр яғына тупты йүнәлткән барса хәрәкәт тә һөжүм һуғыуҙары тип һанала.
— Официальные правила волейбола 2015-2016текст
Ғәҙәттә, яҡшы ҡабул иткәндә, тупты артҡы һыҙыҡ уйынсылары ҡабул итә (1-се тейеү) һәм бәйләүсе уйынсыға тапшырыла. Бәйләүсе туп менән (2-се тейеү) һөжүм һуғыуын үтәй (3-сө тейеү). Һөжүм итеү бәреүендә туп сетка өҫтөнән, ләкин ике антенна араһындағы яҫылыҡтан үтергә тейеш, бының менән бергә туп сеткаға тейеп китһә лә, антенналарға йә уларҙың уйҙағы дауамдарына ҡағылырға тейеш түгел. Алғы һыҙыҡ уйынсылары майҙансыҡтың теләһә ниндәй нөктәһенән дә һөжүм итә ала. Артҡы һыҙыҡ уйынсылары һөжүм алдынан махсус өс метрлыҡ линиянан этәрелергә тейеш. Туп сетканың үрге ҡыры һыҙатынан (исмаһам өлөшләтә булһа ла) түбәнерәк урынлашҡан осраҡта либеро һөжүм итә ала.
Түбәндәге һөжүм итеүсе һуғыуҙарҙы: тура (йөрөш буйынса) һәм ҡырҙан, уңға (һулға) күсереп һуғыу һәм алдаҡсы һуғыуҙы (ташламалар) билдәләйҙәр. Барса һөжүм һуғыуҙары тик уйынсының үҙ яғында ғына үтәлә, һуғыуҙы үтәгәндән һуң ғына ҡулдар дәғүәселәр яғына күсеүе мөмкин[21].
Был һаҡланыусы команданың һөжүм итеүселәрҙең тупты үҙҙәренең яғына күсереүенә нисек тә булһа ҡаршы тороу маҡсатында туптың юлын сетка өҫтөнән кәүҙәнең төрлө өлөшө менән, ғәҙәттә ҡағиҙә сиктәренә һыйышлы ҡулдарҙы дәғүәселәр яғына сығарып булһа ла, ҡаплау — шундай уйын алымы. Блоклау ваҡытында ҡулдарҙы дәғүәселәргә һөжүм иткәнгә саҡлы йә башҡа уйын хәрәкәттәренә ҡамасауламаҫлыҡ дәрәжәлә генә сығарырға мөмкин була.
Блоклауҙы яңғыҙ йә төркөмдә (икәүләп, өсәүләп) атҡарыу мөмкин. Блокка тейеүҙә өс тейеү бер тип һаналмай. Алғы һыҙыҡта, йәғни 2-се, 3-сө, 4-се зоналарҙа, торған уйынсылар ғына блоклай ала.
Һөжүм итеү алымы ебәрелгән тупты алыуҙан айырыла, сөнки һвҡланыуҙа мотлаҡ рәүештә майҙансыҡта торған 6 уйынсы ла ҡатнаша; алғы һыҙыҡта торған уйынсыларҙың бер-икеһе (ҡайһы берҙә өсөһө лә) кәртә ҡуя, ә башҡалары һаҡлаусы ролендә уйнай. Һаҡланыусыларҙың маҡсаты — тупты уйында ҡалдырыу һәм, мөмкинлек булһа, пас биреүсегә алып барып еткереү. Һаҡлау команда уйынсыларының килешеп хәрәкәт итеү осрағында ғына һөҙөмтәле була. Шуның өсөн һаҡлауҙа уйнау схемаһы эшләнә, шуның икеһе генә үҙләштерелгән: «мөйөшләп артҡа» һәм «мөйөшләп алға». Ике схемала ла ситке һаҡсылар, тупты сетканан кире ҡайтарыуҙа 5-6 метрҙа урынлашҡан ҡырҙағы һыҙыҡта тора, ә бына һаҡсы, схеманың атамаһына ярашлы, 6-сы зонала уйнай йә кәртә ҡуйыу артында (блок өсөн ташламалар йыя) тора, йә алғы һыҙығы артында (блоктың йыраҡ ҡаҡсыуын уйнай) тора.
Команданың бер йәки ике уйынсыһы (2009 йылға тиклем — тик бер уйынсы) либеро итеп тәғәйенләнеүе мөмкин. Был амплуа уйынсылары тупты туҡтатыуҙа ҡатнаша алмай, тупты бирә, селтәрҙең үрге ҡырынан тулыһынса юғарыраҡ осоролған тупҡа һөжүм һуғыуы яһай алмай. Либероның формаһы башҡа уйынсыларҙың формаһынан айырылып торорға тейеш. Либероны, судьяға әйтеп тормай, сикләүһеҙ алыштырырға рөхсәт ителә. Либеро һөжүм итергә йә тупты кире ҡағырға хоҡуҡһыҙ булғас, ул ғәҙәттә, алғы һыҙыҡта, мәҫәлән, үҙәк кәртә ҡуйыусы янында торорға тейешле уйынсылар менән позицияһын алыштырып, артҡы һыҙыҡта тора[22].
Командаларҙың береһе өс партияла отҡандан һуң, матч тамамлана. Матч башланыр алдынан команда капитандары алдында беренсе судья йәрәбә үткәрә, еңеүсе йә туп (туп биреүҙе йә туп ҡабул итеүҙе), йә майҙансыҡ яғын һайлай. Һәр өс партияның бер уйыны тамамланғандан һуң, командалар майҙансыҡтар яғын алмаша, ә бишенсеһенән һуң, яңы йәрәбәләү үткәрелә. Бишенсе партияла командаларҙың береһе 8 мәрәй йыйһа, яҡтар урындары менән алмашына.
Волейбол партияһы ваҡыт буйынса сикләнмәгән һәм 25 мәрәй йыйғанға саҡлы дауам итә, бишенсе партияла (тай-брейк) иҫәп 15 мәрәйгә саҡлы алып барыла. Шуның менән бергә дәғүәселәргә ҡарағанда өҫтөнлөк 2 мәрәйгә етмәһә, партия шул иҫәпкә тиклем дауам итә.
Һәр партияла командаларҙың тренерҙары 30 секундлыҡ ике тайм-аут һорау мөмкинлегенә эйә. Беренсе 4 партияла, әгәр бер команда мөмкин булған 16 мәрәйҙән 8-нә өлгәшһә, өҫтәлмә техник тайм-ауттар (60-шар секунд) тәғәйенләнә.
Һәр партияла тренер майҙан уйынсыларын (либеронан башҡа) 6-нан артмаған алмаштырыу хоҡуғына эйә, әйтер кәрәк, алмаштырылған уйынсы шул уҡ партияла майҙансыҡҡа бары тик уны алмаштырған уйынсы урынына ғына кире ҡайта ала, һәм һуңғыһы артабанғы партиянан да алда майҙансыҡҡа сыға алмай. Шулай уҡ волейболсы, имгәнеп, уйынды дауам итә алмаған осраҡта, алдараҡ 6 алмаштырыуҙы ла файҙаланған булһа, «үҙенә бер башҡа» алмаштырыу рөхсәт ителә.
Түбәндә уйынсыларҙың һәм тренерҙарҙың уйынға хас булған хаталары һаналып кителә.
Язалау төрҙәре
№ | амплуаһы | вәкилдәр | характеристикаһы |
1 | Уйынды тамамлап ҡуйыусы (икенсе темптағы һөжүм итеүсе) | Жиба Франческа Пиччинини Елена Година Сергей Юрьевич Тетюхин |
сетканың ҡырҙарынан һөжүм итәләр, пайп |
2 | Диагональ уйынсылар | Иван Милькович Росир Кальдерон Максим Михайлович Михайлов Екатерина Александровна Гамова |
команданың иң көслө, буйҙары оҙон һәм бейеккә һикереүсе уйынсылары, дөйөм алғанда артҡы һыҙыҡтан һөжүм итәләр, тупты ҡабул итеүҙә ҡатнашмайҙар |
3 | Үҙәк кәртә ҡуйыусы һөжүм итеүсе (беренсе темптағы һөжүм итеүсе) | Луиджи Мастранджело Валевска Дмитрий Александрович Мусэрский Юлия Викторовна Меркулова |
как правило самые высокие игроки, блокируют удары соперника, атакуют из 3-й зоны |
4 | Бәйләүсе | Никола Грбич Ёсиэ Такэсита Вячеслав Алексеевич Зайцев Ирина Владимировна Кириллова |
уйынды һәм һөжүм итеү варианттарын билдәләй |
5 | Либеро | Кшиштоф Игначак Чжан На Екатерина Вадимовна Уланова Алексей Игоревич Вербов |
тупты төп ҡабул итеүсе, буйы ғәҙәттә < 190 см |
Уйын схемаһы тигәндә майҙансыҡтағы төрлө амплуалы уйынсылар составының сифаты һәм һан иҫәбе күҙ уңында тотола. Киң таралған уйын схемалары 4-2, 5-1 һәм 6-2; әйтер кәрәк, 2-1-2 — майҙансыҡтағы бәйләүселәр һаны, ә 4-5-6 — һөжүм итеүсе уйнсыларҙың шартлы иҫәбе. 4-2 схемаһы буйынса бер-береһенә диагональ урынлашҡан 2 бәйләүсе уйнай. Шулай итеп, алғы һыҙыҡтағы бөтә урынлаштырыуҙарҙа ла бары бер бәйләүсе генә тора, һәм ул ғына тапшырылған туптарҙы бирә. 5-1 схемаһы буйынса, майҙансыҡтағы бөтә урынлаштырыуҙарҙа 3-сө зонаға сыға һәм икенсе тапшырылған туптарҙы биреүсе бары бер пас биреүсе була. 6-2 схемаһы, бер айырымлыҡ менән — ағымдағы мәлдә урынлаштырыу буйынса артҡы һыҙыҡта тороусы бәйләүсе пас та бирә — 4-2 схемаһына оҡшаған. Был схема барса урынлаштырыуҙарҙа ла пас биреүсегә алғы һыҙыҡта өс һөжүм итеүсе булдырыу мөмкинлеген бирә. 4-2 схемаһы иң ябайы һәм әлеге мәлдә тик һәүәҫкәрҙәр генә шулай уйнай. 5-1 схемаһы пас биреүсе өсөн ҡатмарлы булһа ла, бөтә ерҙә лә ҡулланыла. 6-2 схемаһы 5-1 схемаһы кеүек үк ҡатмарлы, ул либеро уйынсылар барлыҡҡа килгәнгә тиклем ҡулланылған. Ул уйынды тамамлап ҡуйыусы һәм (алғы һыҙыҡта тороп) уйынды тамамлап ҡуйыусыларҙан кәм булмаған һөжүм яһарға тейешле пас биреүселәргә айырым талаптар һала. Был схемаға пляж волейболынан килгән универсаль уйынсылар бөтә яҡтан камил тап килә.
Һөжүм иткән уйынсыларҙың төркөмдә тактик эш итеүе билдәле бер тактик комбинацияларҙа — беренсе уйынсы беренсе темп менән һөжүм итеүе (тупты түбән тиҙлектә тапшырыу), ә икенсеһе — икенсе темпта һөжүм итеүе (тупты юғары йә уртаса тиҙлектә тапшырыу) һымаҡ алдан килешелгән һәм өйрәнелгән үҙ-ара эш итеүҙәрҙә күренә. Комбинацияларҙың билдәле атамалары бар: «тулҡын», «тамға», «эшелон», «кире ҡайтарыу».
Тулҡын комбинацияһында беренсе һәм икенсе темп һөжүм итеүселәренең сетка йүнәлешендә хәрәкәт итеүендә параллель юлдары булыуы хас. 3-сө зона уйынсыһы тупты түбән тапшырыу ваҡытындағы һөжүм иткәнендә йүгереп килеп һикерә («осош яһай»), әммә уның эргәһендә торған 4-се зона уйынсыһы пас ала. Шул саҡта 3-сө зона уйынсыһы, ҡаршы яҡтың кәртә ҡуйыусылары блокирующий иғтибарын ситкә йүнәлтеп, һуҡҡан була, һәм был 4-се зона уйынсыһына һөжүмде уңышлы тамамлау мөмкинлеген бирә.
Эшелон комбинацияһында 3-сө зона уйынсыһының эш итеүе шундай уҡ, ә 4-се зона уйынсыһы, уның (3-сө зона уйынсыһының?) артынан килеп сығып һуғыу маҡсатында, йүгереп килеп һикереү йүнәлешен үҙгәртә. Был ваҡытта тупты тапшырыу сетканан бер ни тиклем алыҫлаша. Хәҙерге заман волейболында йыш ҡулланылған пайп комбинацияһы "эшелон"дан һуғыуға һөжүм итеү һыҙығынан йүгереп килеп сығыусы 6-сы зона уйынсыһы ҡатнашыуы менән айырыла.
Тамға комбинацияһында 3-сө зона уйынсыһы «осош яһай», ә 2-се зона һөжүм итеүсеһе, партнёрының артынан айҡаштырып хәрәкәт итеп, 3-сө зонанан һөжүм итә.
Кире ҡайтарыу комбинацияһында беренсе темп уйынсыһы ғәҙәти схема буйынса сыға, ә икенсе темп уйынсыһы сеткаға сығыуҙы «тамға» һәм «эшелон» комбинацияһы тибында башҡара, шунан һуң ул үҙенең зонаһына кире ҡайта һәм, унан һөжүм итеп, тупты бәреп ебәрә.
Әгәр комбинациялар, бәйләүсе янында икенсе темп уйынсыһы эш иткәндә, улар «кире» (кире тамға, кире тулҡын), әгәр ике һөжүм итеүсе бәйләүсенең төрлө яғынан эш иткәндә, улар «ҡатнаш» тип атала.
Төрлө комбинациялар, техник элементтар һәм уйын эпизодтры өсөн бик күп башҡа жаргон әйтемдәре бар[24].
2000 йылда Халыҡ-ара волейбол федерацияһы XX быуаттың иң яҡшы волейболсыларын билдәләү һорауы уҙғарған. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында был исемгә Лан Пинь (Ҡытай), Инна Валерьевна Рыскаль (СССР), Регла Торрес (Куба) һәм Фернанда Вентурини (Бразилия) номинирлана, ир-егеттәр араһында 8 претендент: Петер Бланже (Нидерланды), Томаш Вуйтович (Польша), Карч Кирай (АҠШ), Уго Конте (Аргентина), Йозеф Мусил (Чехословакия), Кацутоси Нэкода (Япония), Константин Кузьмич Рева (СССР) һәм Ренан Даль Зотто (Бразилия) була[25].
Һрау алыу һөҙөмтәһе буйынса үткән быуаттың иң яҡшы волейболсы ҡатын-ҡыҙы тип Регла Торрес таныла, ул бер нисә тауышҡа ғына Инна Валерьевна Рыскале уҙа, Рыскалгә лә награда бирелә. Иң яҡшы волейболсы тип, классик волейболда (1984, 1988) ике алтын миҙал һәм бер миҙалды пляж волейболында (1996) яулаған волейбол буйынса беренсе өс тапҡыр олимпия чемпионы Карч Кирай иғлан ителә. XX быуаттың иң яҡшы командалары тип өс тапҡыр донъя чемпионы 1990—1998 йылдарҙағы Волейбол буйынса ир-егеттәр йыйылма командаһы һәм 1960—1965 йылдарҙағы Волейбол буйынса Япония ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһы таныла.
Олимпия уйындарында волейбол тарихында иң күп миҙалдарҙы бразилиялы Сержио Дутра Сантос (2004 йылдан алып 2016 йыл араһында ике алтын һым ике көмөш), рәсәй волейболсыһы Сергей Юрьевич Тетюхин (2000—2012 йылдарҙа алтын, көмөш һәм ике бронза) һәм итальянлы Самуэле Папи (1996—2004, 2012 йылдарҙағы Уйындарҙа ике көмөш һәм ике бронза). Ҡатын-ҡыҙҙар араһында был куба ҡыҙы Ана Ибис Фернандес (1992—2004 йылдарҙа өс алтын миҙал һәм бер бронза) һәм дүрт Олимпиадала (1964—1976) 2 алтын һәм 2 көмөш миҙалдар яулаған совет волейболсыһы Инна Валерьевна Рыскаль[26].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.