From Wikipedia, the free encyclopedia
Василенко Иван Дмитриевич (20 ғинуар 1895 йыл — 26 май 1966 йыл) — СССР яҙыусыһы. 1944 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 3-сө дәрәжә Сталин премияһы лауреаты (1950). 1920 йылдан РКП(б) ағзаһы.
Василенко Иван Дмитриевич | |
Зат | ир-ат[1] |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Патронимы йәки матронимы | Дмитриевич[d] |
Тыуған көнө | 8 (20) ғинуар 1895 |
Тыуған урыны | Макеевка[d], Таганрогский округ[d], Дон Ғәскәре өлкәһе[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 26 май 1966 (71 йәш) |
Вафат булған урыны | Таганрог, Ростов өлкәһе, РСФСР, СССР |
Ерләнгән урыны | Старое городское кладбище (Таганрог)[d] |
Яҙма әҫәрҙәр теле | урыҫ теле |
Һөнәр төрө | яҙыусы, балалар яҙыусыһы, новеллист |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Ойошма ағзаһы | СССР Яҙыусылар союзы |
Жанр | повесть[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Василенко Иван Дмитриевич Викимилектә |
Иван Дмитриевич Василенко 1895 йылдың 8 (20) ғинуарында хәҙерге Украинаның Донецк өлкәһе Макеевка ҡалаһында улус писары ғаиләһендә тыуған. 7 йылдан һуң Василенко ғаиләһе Таганрогҡа күсенә.
1911 йылда Иван Василенко дүрт класлы ҡала училищеһын отличие менән тамамлай[2].
Үҙ аллы әҙерләнеп, 1912 йылда Таганрог классик ирҙәр гимназияһында башланғыс кластар уҡытыусыһы исеменә имтихан тапшыра[2]. Ново-Бессергеновка утары мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй[2]. Белгород уҡытыусылар институтына уҡырға инә, әммә марксистик түңәрәк ойошторғаны өсөн бер аҙҙан унан ҡыуып сығарыла. Шуның арҡаһында артабан Василенкоға уҡытыусы эшмәкәрлегенә юл ябылған, һәм ул Таганрог ер банкыһында хисапсы булып эшләй. 1917 йылға тиклем революция хәрәкәтендә ҡатнаша. 1917—1922 йылдарҙа профсоюзда, ә 1922—1934 йылдарҙа — педагогика өлкәһендә эшләй. Ҡаты сир тамам аяҡтан йыҡҡас (көсәйеп киткән туберкулёз уны түшәккә ятҡыра), ул 39 йәшендә яҙыусы булып китә[3])[4].
Һуғыштың тәүге айҙарында яҙыусының берҙән-бер улы, Федор[4]. фронтҡа китә. Ул Качинский авиация училищеһында уҡый, лётчик-истребитель булған һәм Конотоп янындағы һауа һуғышында батырҙарса һәләк булған[4]. 1941 йылдың октябрендә Василенко үҙе Таганрог оккупацияланғанға саҡлы Нальчикка эвакуацияланып өлгөргән. Таганрог азат ителгәндән һуң яҙыусы унда кире ҡайта.
Иван Василенко булып һүҙҙәре буйынса, Леонид Шемшелевич әйткәнсә, Иван Василенко чехов характерлы, һиҙгер, изге күңелле, оялсанлыҡ сигендә баҫалҡы, кеше булған[3].
Иван Василенко 1944 йылда СССР Яҙыусылар союзына инә. И. Д. Василенко ростов альманахтарын һәм бер нисә журналды — «Пионер», «Молодая гвардия» һ.б. баҫмаларҙы сығарыуҙа ҡатнаша. Яҙыусы-педагог балалар тураһында һәм балалар өсөн яҙа. Уның исеме уҡыусылары араһында ғәҙел популярлыҡ менән файҙалана. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында яҙыусы армия баҫмаһында эшләгән. Шул ваҡытта ул балалар өсөн бер нисә хикәйәһен һәм повесын («План жизни», «Приказ командира», «Живая вода», «Повесть о зелёном сундучке» һ.б.) яҙған.
И. Д. Василенко 1966 йылдың 26 майында Таганрогта вафат була. Иҫке ҡала зыяратында ерләнгән.
Әҙәби эшмәкәрлеген 1937 йылда башлай. И. Василенко тигән яҙыусыны рус әҙәбиәтсеһе В. В. Вересаев «аса». 1944 йылда "Литературная газета"ла ул былай тип яҙа: «Беҙҙең алда… талантлы, тамам өлгөрөп еткән яҙыусы, уның үҙ теле менән, күркәм уйлап сығарыу оҫталығы, үҙенең тере образдары». 30 йыл ижади ғүмере эсендә Василенко китаптары 130 ҡабат һәм СССР халыҡтарының 27 телендә баҫылған. Яҙыусының күп әҫәрҙәре чех, немец, поляк, болгар, румын, француз, инглиз чех, немец, поляк, болгар, румын, француз, инглиз телдәренә тәржемә ителә. Василенконың бөтә әҫәрҙәре — балалар тураһында. Әммә улар араһында уҡыусылар айырыуса яратып өлгөргән геройҙарҙы, Артёмка Загоруйко һәм Митя Мимоходенконы, күрһәтергә мөмкин. «Звёздочка», «Артёмка в цирке», «Волшебная шкатулка» әҫәрҙәре буйынса режиссёр Валентин Козачковтың («Навстречу жизни» (1952), «Волшебный круг» (1976) һәм «Золотые туфельки» (1981) фильмдары барлыҡҡа килә.
Әҫәрҙәренең был циклында үҙәк персонаж булып уҡыусылар яратҡан көр күңелле һәм бөтә нәмәне еңә алған Артёмка Загоруйко сығыш яһай.
Митя Мимоходенко тураһында повестар циклы.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.