Вакцина
йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы иммунитет булдырыу өмөн тәғәйенләнгән медицина йәки ветеринария иммунобиологик препарат / From Wikipedia, the free encyclopedia
Вакцина (лат. vaccina — һыйырҙыҡы) — йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы иммунитет булдырыу өсөн тәғәйенләнгән медицина һәм ветеринария иммунобиологик препараты. Ваксина көсһөҙләндерелгән йәки үлтерелгән микроорганизмдарҙан, уларҙың йәшәү эшмәкәрлеге продукттарынан, йәки уларҙың генно-инженер йәки химик юл менән алынған антигендарынан эшләнә[1]; көсһөҙләндерелгән йәки үлтерелгән микроорганизмдарҙан, уларҙың ағыуынан кешеләрҙә һәм хайуандарҙа иммунитет барлыҡҡа килтереү өсөн файҙаланылған препарат[2]; ғәҙәттә, көсһөҙләндерелгән йәки үлтерелгән микробтарҙан, уларҙың ағыуынан яһалып, вакцинанция үткәреү өсөн ҡулланыла торған препарат[3]; йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы препарат[4][5].
Вакцина | |
Кем хөрмәтенә аталған | корова[d] |
---|---|
Ҡайҙа өйрәнелә | вакцинология[d] |
Асыусы йәки уйлап табыусы | Эдвард Дженнер[d] |
Һештег | vaccines |
Код NCI Thesaurus | C923 |
Вакцина Викимилектә |
Вакцинация организмда үҙенсәлекле хәтер күҙәнәктәрен булдырыу юлы менән адаптив иммун яуаптың үҫешенә көс бирә, шуға ла артабанғы инфекция шул уҡ агент ярҙамында иммун яуапты тотороҡло, бик йәһәт тыуҙыра. Вакцина алыу өсөн патогендарҙың үлтерелгән йәки көсһөҙләндерелгән штамдары, уларҙың өҙөктәренең субкүҙәнәк өлөшсәләре йәки анатоксиндар ҡулланыла.
Бөтә донъя һаулыҡ һағы ойошмаһы баһалауынса, иммунлаштырыу йыл һайын 2 миллиондан 3 миллионға тиклем үлем осраҡтарын булдырмай. Вакциналаштырыу һаулыҡ һаҡлауға һалынған инвестицияларҙың иң һөҙөмтәле төрҙәренең береһе[6][7].