From Wikipedia, the free encyclopedia
Важиб (ғәр. واجب; рус. Ваджиб) — ([[Фиҡһ|ислам ҡануниәте) фиҡһтағы был термин тәғәйен дини ҡағиҙәне мотлаҡ үтәү кәрәклеген аңлата, фарыз[1]терминының синонимы [2].
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Хәнәфи сөнниҙәр мәҙһәбендә «важиб» һүҙе бик яҡшы мәғәнәгә эйә: был «фарыз» менән «сөннәт» араһында урынлашҡан категория. Был — мотлаҡ үтәлергә тейешле, әммә уның йөкмәткеһе Ҡөрьән һәм сөннәттә фарыз категорияһына инмәгән, асыҡ сағылмаған эш[3][1].
«Важиб» төшөнсәһен хәнәфиҙәр аңлатыуынса: важибты үтәү — сауап, ә үтәмәү — гонаһ, важибты үтәү кәрәклеген инҡар итеү исламдан сығармай[1], йәғни, көфөрлөк түгел.
Важибтың миҫалдары: ҡорбан салыу, төндә витр намаҙ уҡыу, намаҙҙа «Әл-Фатиха» сүрәһен уҡыу[1]. Шуға ярашлы, хәнәфи мәҙһәбтә «Әл-Фатиха» сүрәһен уҡымайынса намаҙ ҡылыу мәкруһ тип һанала, ә башҡа ағымдарҙың ғалимдары фекеренсә, бындай намаҙ ҡәтғи ҡабул ителмәй (харам)[1].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.