Бөйөк депрессия
From Wikipedia, the free encyclopedia
Бөйө́к депре́ссия (ингл. Great Depression) — Икенсе донъя һуғышына тиклем ун йылға һуҙылған донъя кимәлендәге иҡтисади рецессия. Бөйөк депрессия төрлө илдә төрлө ваҡытҡа тура килә. Күп илдәрҙә башлыса 1929 йыл тирәһендә башлана, 1930 йылдар аҙағында, 1940 йылдар башында тамамлана (иң көслө осоро 1929—1933 йылдарға тура килә[1]). Ул 20-се быуаттағы иң оҙон, донъя буйлап иң ныҡ таралған, иң тәрән депрессия була.
Рецессия Америка Ҡушма Штаттарында 1929 йылдың 24 октябрендә фонд биржаһында акция хаҡтарының ҡырҡа түбән төшөүенән башлана (был көн Ҡара шишәмбе исеме аҫтында билдәле), һәм тиҙ арала донъяның һәр иленә тиерлек тарала. Ул башлыса Көнбайыш Европаның үҫешкән илдәренә ҡағыла, сәнәғәт, ауыл хужалығы тауарҙарына хаҡтар ҡырҡа төшә, эшһеҙлек кимәле күпкә арта.
Ҡайһы бер илдәр 1930 йылдың урталарына аяҡҡа баҫа башлай, әммә күпселек илдәрҙә рецессия Икенсе донъя һуғышына тиклем дауам итә.