From Wikipedia, the free encyclopedia
Бәғеҫ (ғәр. البعث بعد الموت — әл-Бәғҫ бәд әл-мәүт — үлгәндән һуң терелеү; рус. аль-Бас бад аль-маут) — ислам эсхатологияһында — заман ахырында дөйөм терелеү. Бәғеҫкә ышаныу ислам диненең Ахыры заманды (ахирәт) күҙ аллауҙың бер өлөшө һәм ислам иманының (ғаҡидә) төп принциптарының береһе булып тора.
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Ортодоксаль ислам тәғлимәтенә ярашлы, йәндәр ҙә, тән дә тереләсәк. Әл-Хаж сүрәһенең 6 һәм 7 аятында шулай тиелә : « Был — сөнки Аллаһ хаҡ, һәм Ул үлектәрҙе терелтә, һәм Ул һәр нәмәгә ҡөҙрәтле, һәм сәғәте киләсәк — унда шик юҡ! — Һәм Аллаһ кешеләрҙе ҡәберҙәренән терелтеп сығарасаҡ.»[1]. Мосолмандар был ваҡиғаға ҙур әһәмиәт бирә.
Бәғеҫ һүҙе Ҡөрьәндең 15 аятында телгә алына. Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең сөннәтендә был ваҡиға тураһында ентекләп аңлатыла. Ородоксаль ислам тәғлимәтенә ярашлы, үлемдән һуң хәл-торош тормоштоң бер төрө булып тора, әммә юҡҡа сығыу түгел[2].
Ислам дине буйынса, мәрхүмдәрҙең йәне үлгәндән һуң теге донъяға эләгә (бәрзәх). Тәндәрен ташлап киткән йәндәр бәрзәхтә хозурлыҡ, йә ғазап кисерә (ҡәбер ғазаптары), улар ҡиәмәт көнөнә тиклем шунда ҡаласаҡ[3]. Фәрештәләр һәм кешеләр үлеп бөткәс, Исрафил үлгәндәрҙең Яуап көнө (ҡиәмәт) өсөн терелеүе тураһында борғо тауыштары менән хәбәр итер[4].
Бик күп ислам дине терминдары кеүек үк, әл-Бәғҫ бәд әл-мәүт — үлгәндән һуң терелеү «Бәғеҫ» тигән ҡыҫҡа вариантта башҡорт теленә лә инеп киткән[5]
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.