Бәрәкәтле ярым ай
Тҡышҡы айҙарҙа территорияһында яуым-төшөмдөң уғата күп булыуы күҙәтелгән Яҡын Көнсығыштағы төбәктәрҙең береһе. / From Wikipedia, the free encyclopedia
Бәрәкәтле ярым ай — ҡышҡы айҙарҙа территорияһында яуым-төшөмдөң уғата күп булыуы күҙәтелгән Яҡын Көнсығыштағы төбәктәрҙең береһе. Атамаһы «Fertile Crescent» тигән инглиз терминынан алынған, уны ғилми әйләнешкә Америка археологы Дж. Г. Брэстед 1906 йылда «Мысырҙың боронғо текстары» (урыҫса «Древние тексты Египта») («Ancient Records of Egypt») китабында индерә[1]. Территорияның тупрағы бай булғанға һәм картала формаһы ярым айға оҡшап тороғанға күрә шундай атама алына.
Бәрәкәтле ярым ай | |
Кем хөрмәтенә аталған | полумесяц[d] һәм плодородие[d] |
---|---|
Дәүләт |
![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() Фәләстин ![]() ![]() ![]() |
![]() | |
![]() |
![Thumb image](http://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/2/21/Map_of_fertile_crescent-ru.svg/640px-Map_of_fertile_crescent-ru.svg.png)
Бәрәкәтле ярым ай Месопотамиянан һәм Леванттан тора, үҙ сиратында Левант үҙе тарихи Сүриәгә һәм тарихи Фәләстинға бүленә. Ливан, Израиль, Сүриә, Ираҡтың хәҙерге территорияларын, Төркиәнең көньяҡ-көнсығышын, Ирандың көньяҡ-көнбайышын һәм Иорданияның төньяҡ-көнбайышын биләй.
Бәрәкәтле ярым ай Неосәйәси революция барышында таш быуатта башланған игенселек һәм малсылыҡ барлыҡҡа килгән тәүге үҙәк тип таныла. Шулай уҡ ул донъяның борондан билдәле ҡала мәҙәниәттәре (Мураивет, Нагар) булған урын булып тора. Беҙҙең эраға тиклем IV—I мең йыллыҡтарҙа Ерҙәге халыҡтың 10 проценттан ашыуы нәҡ ошонда йәшәгән.
Нил (Боронғо Мысыр) үҙәне менән бергә Бәрәкәтле яры ай — хәҙерге заман цивилизацияһының бишеге.
Америка ғалимдарының тикшеренеүҙәренә ярашлы Бәрәкәтле ярым айҙы тәүге баҫып алыу процесына төп ике фактор сәбәпсе була — ҡоролоҡтар һәм кешеләрҙең улар менән көрөшө белеү һәләте[2][3][2]. Тюбенген университетынан Симона Риль етәкселегендәге немец анропологтары Ирандағы Загрос тауҙарында 2013 йылда алып барған археологик ҡаҙылмалар Яҡын Көнсығышҡа күсенгән тәүге биш төркөмдөң, бер-береһе менән аралашмайынса, яҡынса 9800 йыл элек иген культураларын игеү серен асыуын раҫлай.
Население Плодородного полумесяца
Йыл | Ер | Бәрәкәтле ярым ай |
---|---|---|
Б. э. т. 4000 | 7 000 000 | 2 000 000 |
1 | 300 000 000 | 30 000 000 |
1000 | 400 000 000 | 30 000 000 |
1900 | 1 656 000 000 | 30 000 000 |
2000 | 6 008 000 000 | 125 500 000 |
2100 (прогноз) | 8 400 000 000 | 245 000 000 |