From Wikipedia, the free encyclopedia
Бүре еләге, бүре йүкәһе (рус. Волчея́годник обыкнове́нный, Волчеягодник смерте́льный, Во́лчник обыкновенный, Во́лчье лы́ко[2], или Плохо́вец[3][4], Пухляк[5][К 1], Плоховец[7],[8] — бүре йүкәһе (Thymelaeaceae) ғаиләһенән 0,3 — 1,8 м бейеклегендәге ағыулы ҡыуаҡ. Апрель — май айҙарында сәскә ата, орлоғо июль — августа өлгөрә. Үҙәк Рәсәйҙә күпселек ҡыуаҡтарҙан иртәрәк сәскә ата.
Бүре еләге | |||||||||||||||||||
Сәскә атыусы үҫемлектең дөйөм күренеше Ухта, Коми Республикаһы | |||||||||||||||||||
Фәнни классификация | |||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| |||||||||||||||||||
Халыҡ-ара фәнни исеме | |||||||||||||||||||
Daphne mezereum L. | |||||||||||||||||||
Синонимдар | |||||||||||||||||||
|
Европаның бөтә өлөшөндә, Кавказ артында, Әрмәнстанда, Ирандың төньяғында киң таралған[9]. Башҡортостанда һирәк осрай.
Рәсәйҙә бөтә урман зонаһы буйынса үҫә — Рәсәйҙең Европа өлөшөнөң төньяғында (шул иҫәптән Арктика төбәге[9] һәм Төньяҡ Кавказ (Дағстан), Көнбайыш Себерҙә (урман-дала сигендә; көнсығышта Байкал күленә барып тоташа[2])[9].
Ҡараңғы ылыҫлы һәм ҡатнаш урмандарҙа, урман-дала урмандарында йышыраҡ үҫә[2]. Көньяҡ райондарҙа — тауҙарҙың субальп бүлкәтендә, яҡшы үҫә һәм яҡтылыҡ етерлек булғанда, еңел тармаҡлана[10]. Әрһеҙ үҫемлек булараҡ, ул уртаса зонала һәр ерҙә таралған[9].
Яҙғыһын иртә сәскә атҡан һәм көҙгөһөн сағыу емеш биргән декоратив үҫемлек булараҡ һирәкләп баҡсала үрсетелә. Үҫемлектәрҙең ағыулы булыуы сәбәпле, уны декоратив маҡсаттарҙа ҡулланыу сикләнгән.
Бал ҡорттары нектар һәм һеркә йыйыу өсөн килә[11].
Халыҡ медицинаһында, шулай уҡ гомеопатияла ҡулланыла[10], Әбүғәлисинаның «Табип фәне серҙәре»ндә сағылыш тапҡан[12].
Ылыҫлы һәм ҡатнаш урмандарҙаа үҫә. Тәбәнәк ҡыуаҡ (30-100 см). Аҙ ботаҡлы аҫҡы ботаҡтары япраҡһыҙ үҫемлек; ҡабығы һарғылт-һоро төҫтә, ҡоңғорт төйөрҙәр менән ҡапланған. Һәр ботаҡтың осонда ланцет һамаҡ оҙонса япраҡлы бәйләме бар. Сәскәләре ал төҫтә, хуш эҫле, япраҡ ҡуйынтығында өсәрләп-бишәрләп урынлашҡандар, япраҡ ярғансы барлыҡҡа киләләр. Емеше — ҡыҙыл, һыуһыл. Орлоҡтарҙан, тамыр үрентеһенән (культурала сыбыҡсанан, үрентенән) үрсей. Ҡабығы һәм ағасында гликозиддар, минераль тоҙҙар, сумала, буяу матдәләре, һағыҙ бар. Халыҡ медицинаһында ҡабығынан һәм еләгенән яһалған спиртлы төнәтмәһен ревматизм, быуындар ауыртҡанда файҙаланалар.
Һулда уңға: сәскәле үренде; сәскә (ҙурайтылған); япрағы; емешле үренде |
Ҡабығы (йүкәһе), япрағы, сәскәһе, емештәре ныҡ ағыулы.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.