![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/2/26/Spike-waves.png/640px-Spike-waves.png&w=640&q=50)
Быума
ауыр нервы сире / From Wikipedia, the free encyclopedia
Быума, быума рәнйеүе, өйәнәк, зыяндаш, ҡуянсыҡ, быума, һуғылма мирекәй, һуғылма, тотанаҡ, яман рәнйеү[1] — (рус. Эпиле́псия ,бор. грек. ἐπιληψία ἐπίληπτος, тотолған («схваченный, пойманный, застигнутый»); лат. epilepsia q`rb caduca) — кешенең иң йыш осрай торған оҙайлы хроник неврологик сире, организмды көтөлмәгәндә ҡорошҡаҡ тотоуы[2][3]. Русса борондан килгән исеме- «падучая». Ваҡыты-ваҡыты менән ҡабатланып тороусан тартышыу өйәнәге. Ҡайһы бер осраҡта аң кимәленең үтә түбәнәйеүе күҙәтелә[4]; ваҡыты-ваҡыты менән һуштан яҙыу, тартышыу быумаһы менән үткән нервы системаһы ауырыуы[5]; баш мейеһе зарарланыуға бәйле дауамлы ауырыу, ваҡыты-ваҡыты менән һуштан яҙыу, тартышыу быумаһы менән үтә[6].
Быума | |
МКБ-9 |
345345 |
---|---|
DiseasesDB |
4366 |
MedlinePlus |
000694 |
eMedicine | |
![]() | |
Ошо көтөлмәгәндә башлана торған өйәнәктәрҙең киң таралған һәм йыш ҡулланылған исеме — быума өйәнәге. Быума ауырыуы менән кешеләр генә түгел, хайуандар, мәҫәлән, эттәр, бесәйҙәр, сысҡандар ҙа сирләй.
![Thumb image](http://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/7/7e/A_group_of_people_standing_around_a_man_having_an_epileptic_Wellcome_L0005934.jpg/640px-A_group_of_people_standing_around_a_man_having_an_epileptic_Wellcome_L0005934.jpg)