Бысраныу[4] (тирә-яҡ мөхит[5][6], тәбиғәт мөхите[7][8], биосфера, уларҙа ғәҙәти булмаған физик, химик йәки биологик агенттар (бысратыусы) барлыҡҡа килеүе, йәки уларҙың күп йылдар дауамындағы күрһәткестәрҙең уртаса кимәле артыу арҡаһында кире һөҙөмтәләргә килтереүе [9][10].
Төп субъектты билдәләгәндә тәбиғи һәм антропоген бысраныуҙарҙы бүлеп ҡарайҙар . Төп объекттар — тупраҡ, атмосфера иһәм һыу ятҡылыҡтары. Бысраныу төрҙәре буйынса кластарға бүлеү дүрт өлөштән тора: механик, физик, химик һәм биологик[11]. Дәүмәле буйынса иһә локаль, төбәк кимәлендә һәм глобаль бысраныуҙар айырып ҡарала [6].
Бысраныу төрҙәре
- Биологик — бысратыусы булып кеше өсөн дә, дөйөм алғанда экосистема өсөн дә зыянлы организмдарҙың килеп сығыуы һәм үрсеүе. Улар тәбиғи юл менән дә, ә ҡайһы бер осраҡта - кеше эшмәкәрлеге эҙемтәһе үтеп инеүе мөмкин. Бының ҡушма өлөшө булараҡ микробиологик бысраныу ҙа иҫәпкә алына[12].
- Механик — мөхиттең химик һәм физик инерт сүп-сар менән бысраныуы, ҡағиҙә булараҡ, уның сифаты насарайыуына килтерә һәм унда йәшәгән организмдарға йоғонто яһай. Ғәмлдә механик бысраныу физик-химичк бысраныу менән берлектә барыусан[13].
- Физик — бысратыусы мөхиттең физик параметрҙары үҙгәреүенә килтерә. Быларға температура-энергетика (йылылыҡ менән бысраныу), тулҡын (яҡтылыҡ, тауыш, электромагнит бысраныу), радиациялы (радиоактив бысраныу) һәм башҡалар[14].
- Химик — бысратыусы мөхиттең тәбиғи химик үҙенсәлектәре үҙгәреүенә килтерә: уларҙың концентрацияһы арта, йәки мөхиттә элек булмаған матдәләр үтеп инә. Химик бысраныуҙарға аэрозоль инә[15].
Бысраныу сығанаҡтары бүленеше
|
|
|
|
Шулай уҡ ҡара
- Космостағы сүп-сар
- Яҡтылыҡ менән бысраныу
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Wikiwand in your browser!
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.