From Wikipedia, the free encyclopedia
Буранғол (рус. Бурангулово) — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл. Мансур ауыл Советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 67 кеше[1]. Почта индексы — 453713, ОКАТО коды — 80253849005.
Ауыл | |
Буранғол Буранғол | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл советы | |
Координаталар | |
Милли состав | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Буранғол ауылы Яйыҡ йылғаһы ярында урынлашҡан.
Ҡыуаҡандар, керҙәштәр сифатында, Буранғол (Яңы) ауылына 1819 йылда нигеҙ һалған. Ул ваҡытта унда 101 кеше йәшәгән, ә 25 йылдан һуң 300 кеше иҫәпләнгән.
Ауылда тәүге төпләнеүсе зауряд-яҫауыл Буранғол Ғәбделжәлиловҡа 1859 йылда 78 йәш була. Уның ике ҡатынынан ике улы — Мөхәмәтшәриф менән Мөхәмәтзариф булған. Мөхәмәтшәрифтең улдары — Ихсан һәм Фәхрислам, Мөхәмәтзарифтың улы — Ислам. Бында шулай уҡ Буранғолдоң ҡустылары Йыһанша, Ҡорамша һәм Ҡолбаҡ йәшәгән.
100 кешегә ни бары 48 ат, 42 һыйыр, 65 һарыҡ, 24 кәзә тура килгән[3].
Буранғол ауылы айырыуса шәп үҫмәй. 1920 йылға бында 36 йортта 340 кеше йәшәгән.
Ҡыуаҡан улусы 1735—1740 йылғы башҡорт ихтилалы үҙәгенә әүерелеүе менән билдәле. Был ихтилалды 1739 йылда Минзәләлә язалап үлтерелгән улус старшинаһы уҡымышлы Бәпәнәй Төрөпбирҙин абыз етәкләй. Ырымбур крайының баш начальнигы В. Н. Татищевҡа яҙған хатында Бәпәнәй башҡорттар урыҫ подданныйлығын үҙ иректәре менән ҡабул иткәнлеге һәм баш күтәреүгә килтергән сәбәптәрҙе аңлата:
«Беҙ, башҡорт халыҡтары, беҙҙең атайҙарыбыҙ, олатайҙарыбыҙ, бөйөк батшабыҙ подданныйлығына үҙ иркебеҙ менән килгәнбеҙ, һәм батшалар беҙгә ирек бирҙе, баш особоҙҙа ҡылыс уйнатманы. Беҙ ергә эйә булғаныбыҙ өсөн яһаҡ түләнек. Хәҙер яһаҡлы ерҙәрҙә ҡалалар төҙөйҙәр, башҡорттарҙы ҡыҫырыҡлайҙар, һәм, әгәр ҙә бындай хаяһыҙ тәртип үҙгәрмәй икән, юҡҡа сығыу янаһа ла, үлемдән дә ҡурҡмай, башҡорттар ҡаршылыҡ күрһәтәсәк»Оригинал текст (рус.)«Мы, башкирские народы, наши отцы, деды и прадеды, великому государю в подданство пришли своими волями, оставя своих ханов, а великие государи нас содержали по нашей воле, а не под саблею. И в то время, что государи дали нам землю, мы в знак того, что подданные, платили ясак. Теперь на ясачных землях строят города, башкир притесняют, и если не будет изменен этот порядок, башкиры будут сопротивляться, хотя пропасть, хотя смерть принять готовы»[4]
.
Ҡыуаҡандарҙың Троицк өйәҙендә 38 мең дисәтинәгә яҡын ере булған. Башҡорт ихтилалдарын баҫтырыу һөҙөмтәһендә, ерҙәрен ҡаҙна һәм заводтар мәнфәғәтенә тартып алыу сәбәпле, ҡыуаҡан халҡының күпселеге аҫабалыҡ хоҡуғын юғалтҡан. Ҡыуаҡандар ҡайһы бер ерҙәрен «игенселек эштәрен алып барыуға яраҡһыҙ булғанлыҡтан» ҡалдырған. Шулай итеп, үҙ ерҙәренең хужаһы булған аҫабалар, сит ерҙәрҙе ҡуртымға алып, керҙәшкә әйләнгәндәр.
Хәҙерге ваҡытта Учалы районы составына ингән бөтә ҡыуаҡан ауылдары ла, үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә түгел, ә ҡуртымға алынған Ҡаратабын һәм Барын-Табын ерҙәрендә урынлашҡан[5].
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 67 | 32 | 35 | 47,8 | 52,2 |
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, Буранғол ауылында башҡорттар йәшәй (99 %)[6].
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.