ғалим-биохимик юғары мәктәп уҡытыусыһы From Wikipedia, the free encyclopedia
Букин Василий Николаевич (27 ғинуар 1899 йыл — 21 ғинуар 1979 йыл) — СССР-ҙың ғалим-биохимигы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1964), биология фәндәре докторы (1943). Өсөнсө дәрәжә Сталин премияһы (1949), А. Н. Бах исемендәге премия (1963) лауреаты, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1969). Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1969, 1975) һәм «Почёт Билдәһе» (1953) ордендары кавалеры.
Букин Василий Николаевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 27 ғинуар 1899[1] |
Тыуған урыны | Знаменское[d], Керенский уезд[d], Пенза губернаһы[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 21 ғинуар 1979 (79 йәш) или 1979[2] |
Вафат булған урыны | Мәскәү, СССР |
Һөнәр төрө | агроном, биохимик |
Эшмәкәрлек төрө | биохимия |
Эш урыны | Moscow State University of Food Production[d] |
Уҡыу йорто | Санкт-Петербург дәүләт аграр университеты[d] |
Ғилми дәрәжә | химия фәндәре докторы[d] |
Ойошма ағзаһы | СССР Фәндәр академияһы[d][3] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Василий Николаевич Букин 1899 йылдың 27 ғинуарында Пенза губернаһы[4] Знаменское ауылында тыуған.
1932—1938 йылдарҙа Ленинградта үҫемлекселек институтында эшләй. Унда СССР-ҙа тәүгеләрҙең береһе булған витаминдар буйынса лаборатория ойоштора. Төп хеҙмәттәре витаминдар биосинтезы, уларҙың матдәләр алмашыныуҙа роле, алыу ысулдары буйынса.
Ғалим һәм уның хеҙмәттәштәре хеҙмәте нигеҙендә СССР-ҙа А, B12, B15, D2 витаминдарын, 5-метилметионин аминокислоталарын, гомосерин, лизин етештереү, уларҙы аҙыҡ-түлек сәнәғәтендә, малсылыҡта һәм дауалау практикаһында ҡулланыу яйға һалына.
Василий Николаевич Букин етәкселегендә A, B, U һ.б. витаминдарҙы етештереү үҙләштерелә, уның башланғысы буйынса 1966 йылда илдә тәүге тапҡыр Өфө витамин заводында B15, 1970 йылдан — U витаминдары етештерелә башлай.
СССР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (1964)
1979 йылдың 21 ғинуарында Мәскәүҙә вафат була.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.