Британ энциклопедияһы
британ-американ универсаль энциклопедияһы, инглиз телле иң әүәлге универсаль энциклопедия / From Wikipedia, the free encyclopedia
«Британ энциклопедияһы»[1] (лат. Encyclopædia Britannica), йәки «Британника»[1], — британ-американ универсаль энциклопедияһы, инглиз телле иң әүәлге универсаль энциклопедия.
Шотланд мәғрифәтселәре — гравёр Эндрю Белл (1726—1809) һәм китап һатыусы һәм китап баҫмасы Колин Макфаркар (1745—1793) тарафынан башлап төҙөлә, беренсе сығарылышы Эдинбургта 1768—1771 йылдарҙа Уильям Смелли (1740—1795) редакцияһында донъя күрә. 1901 йылдан «Британника» АҠШ-та нәшер ителә (үҙәк офисы Чикагола), төп консультанттары булып эре Америка университеттары тора. Хәҙерге Британниканың мәҡәләләре башлыса бөтә донъяның инглиз телле авторҙары тарафынан яҙылған.