![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/0/0f/Flag_of_Bosnia_and_Herzegovina_%25281946%25E2%2580%25931992%2529.svg/langba-640px-Flag_of_Bosnia_and_Herzegovina_%25281946%25E2%2580%25931992%2529.svg.png&w=640&q=50)
Босния һәм Герцеговина Социалистик Республикаһы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Босния һәм Герцеговина Социалистик Республикаһы (серб-хорв. Socijalistička Republika Bosna i Hercegovina, Социјалистичка Република Босна и Херцеговина) — Югославия Социалистик Федератив Республикаһын барлыҡҡа килтереүсе 6 социалистик республикаларҙың береһе. Хәҙер — Босния һәм Герцеговина, 1946 йылда Босния һәм Герцеговина Халыҡ Республикаһы булараҡ нигеҙләнгән. 1963 йылғы конституцияға ярашлы башҡа югослав республикалары менән бергә Босния һәм Герцеговина Социалистик Республикаһы тип исеме үҙгәртелгән. 1992 йылдың апрелендә бойондороҡһоҙлоҡ иғлан иткән һәм тамаһын Босния һәм Герцеговина Республикаһы тип үҙгәрткән.
Босния һәм Герцеговина Социалистик Республикаһы | |||||
серб-хорв. Socijalistička Republika Bosna i Hercegovina/Социјалистичка Република Босна и Херцеговина | |||||
| |||||
Гимн: «Jedna si jedina»[1] | |||||
Баш ҡала | |||||
---|---|---|---|---|---|
Телдәр |
Сербохорват теле | ||||
Аҡса берәмеге |
Югославия динары | ||||
Майҙаны |
51 129 км² | ||||
Халҡы |
4 377 053 кеше | ||||
Идара итеү формаһы |
социалистик республика | ||||
Халыҡ тығыҙлығы |
85,6 кеше/км² | ||||
Президиум рәйесе[2] | |||||
• 1945—1953 |
Воислав Кецманови (тәүге) | ||||
• 1990—1992 |
Алия Изетбегович (һуңғы) | ||||
Тарихы | |||||
• 31 ғинуар 1946 йыл |
Ойошторолған | ||||
• 5 апрель 1992 йыл |
Бойондороҡһоҙлоҡ иғлан ителеүе | ||||
![]() | |||||
Босния һәм Герцеговина Социалистик Республикаһы Югославияның уртаса үҫешкән республикалары араһында була. Үҫештең иҡтисади күрһәткестәре буйынса уның артынса Черногория һәм Македония Социалистик Республикалары килгән. Майҙаны буйынса Югославияла 3-сө республика (Сербия һәм Хорватия Социалистик Республикаларынан һуң). Баш ҡалаһы — Сараево.
Босний-мосолмандар дәүләтте барлыҡҡа килтереүсе халыҡ булған (рәсми рәүештә 1971 йылдан, был 1974 йылда Югославия Конституцияһында нығытылған). Хәҙерге ваҡытта өс дәүләтте барлыҡҡа килтереүсе халыҡ бар — боснийҙар, сербтар һәм хорваттар.