Боронғо Мысыр
From Wikipedia, the free encyclopedia
Боронғо Мысыр (бор. грек. Αἴγυπτος һәм лат. Aegyptus), үҙ атамаһы Та-кемет, Та-мери, Та-уи һ. б. (мысыр. транслит. tA-kmt, tA-mrj, tA-wy), Ке́ми (копт Ⲕⲏⲙⲉ) — Боронғо донъяның әһәмиәтле тарихи һәм мәҙәни төбәгенең атамаһы, Африканың төньяҡ-көнсығышында Нил йылғаһының түбәнге ағымында урынлашҡан булған. Боронғо Мысыр тарихы 40-лап быуатҡа һуҙыла һәм тикшеренеүселәр тарафынан династияларға тиклемге осорға (тарихҡа тиклемге осор аҙағына ҡарай, мәҡәләлә уға ла ҡыҫҡаса күҙәтеү бирелде), династиялар осорона (Мысыр цивилизацияһының 27 быуатлыҡ төп осоро), эллинлыҡ осорона (Птолемейҙар династияһы хакимлығы аҫтында грек-македон мәҙәниәте менән ҡатнаш) һәм Рим осорона (Боронғо Рим дәүләте эсендә, Рим империяһының мөһим бер провинцияһы булараҡ) бүленә. Боронғо Мысыр мәҙәниәте б. э. т. IV мең йыллыҡ уртаһынан б. э. IV быуатына тиклем йәшәй. Византия-Копт осоро (Византия составында), иртә Урта быуаттарға ҡараһа ла, ҡайһы берҙә Боронғо Мысыр тарихы эсендә өйрәнелә, IV быуаттан VII быуатта ғәрәптәр баҫып алғанға тиклемге осорҙо биләй.
Боронғо Мысыр | |
Некрополдә Хефрен пирамидаһы һәм Ҙур Сфинкс Инбу-хедж (бор. грек. Мемфис, хәҙерге Гиза). | |
Башҡа атамалары • экзотопонимдар |
Та-кемет, Та-мери, Та-уи, Кеми |
---|---|
Дәүер • осорҙарға бүлеү |
Б.Э.Т 4 меңйыллыҡ — IV-VII быуаттар |
Урынлашыуы •бишеге • иң ҙур сиктәре |
Төньяҡ-Көнсығыш Африка |
Халҡы • төп этногенез • башҡалар |
мысырҙарға тиклем йәшәгән халыҡ, мысырҙыр, копт |
Тел • яҙма |
мысыр теле |
Дин |
Боронғо Мысыр дине (Боронғо Мысыр аллалары исемлеге) |
Боронғо Мысыр цивилизацияһының күтәрелеүе уның Нил үҙәне менән Нил дельтаһы шарттарына яраҡлашыуына бәйле. Ташҡындың йыл да тупраҡты уңдырышлы ылымыҡ менән ашлап тороуы, һуғарыулы баҫыусылыҡты ойоштороу арҡаһында иген ихтыяждан артығыраҡ күләмдә етештерелә башлай. Был үҙ сиратында социаль һәм мәҙәни үҫешкә этәргес бирә. Кеше һәм матди ресурстарҙың хакимиәт ҡулында тупланғанлығы ҡатмарлы каналдар селтәрен эшләү һәм тотоу, даими армияны ойоштороу, сауҙаны киңәйтеү мөмкинлеген бирә. Тау тоҡомдары сығарыуҙың, ялан геодезияһының һәм төҙөлөш технологияларының үҫеше күмәк көс менән мөһабәт биналар һәм ҡоролмалар төҙөүгә булышлыҡ итә. Фирғәүен ҡулы аҫтындағы жрецтарҙан, кәтиптәрҙән һәм идарасыларҙан торған бюрократик аппарат мәжбүрләүсе һәм ойоштороусы көс булып тора.
Боронғо Мысыр донъя цивилизацияһы өсөн ифрат ҙур мәҙәни мираҫ ҡалдыра, уның сәнғәт әҫәрҙәре борон замандарҙа уҡ донъяның төрлө мөйөштәренә сығарыла, башҡа илдәр оҫталары уларҙың күсермәләрен эшләй. Үҙенсәлекле архитектура формалары — мөһабәт пирамидалары, ҡорамдары, һарайҙары һәм обелисктары күп быуаттар дауамында сәйәхәтселәрҙең һәм тикшеренеүселәрҙең фекер-фараздарын ҡуҙғытып тора. Боронғо Мысыр оҫталары тарафынан стеналарға гүзәл биҙәктәр төшөрөлә һәм һындар яһала, быяла һәм фаянс етештереү үҙләштерелә, шағирҙары һәм яҙыусылары тарафынан яңы әҙәби формалар сығарыла. Боронғо мысырҙарҙың ғилми ҡаҙаныштары иҫәбендә — үҙенсәлекле имлә системаһы, математика, ҡулланма медицина, астрономик күҙәтеүҙәр һәм улар нигеҙендә барлыҡҡа килгән календарь. Боронғо Мысыр ҡомартҡыларына, артефакттарына һәм археологик ҡаҙылмаларына ҡыҙыҡһыныу XVIII—XIX быуаттарҙа тыуа һәм шул нигеҙҙә египтология фәне барлыҡҡа килә, уның модаға ла йоғонтоһо була.