From Wikipedia, the free encyclopedia
Леонид (Лео) Антонович Бокерия (груз. ლეო ანტონის ძე ბოკერია; . 22 декабрь 1939 йыл) — СССР һәм Рәсәй табип-кардиохирургы, уйлап табыусы, медицина фәндәрен ойоштороусы, профессор. РФА (2011) һәм РАМН (1994) академигы, РАМН Президиумы ағзаһы (2013 йылға тиклем). Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш белгесе, йөрәк-ҡан тамырҙары хирургы. Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығының А. Н. Бакулев исемендәге йөрәк-ҡан тамырҙары хирургияһы ғилми үҙәге директоры. (1994—2019), 2019 йылдың 25 ноябренән ошо уҡыу йортоноң почетлы президенты. «Милләт сәләмәтлеге лигаһы» дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы президенты. Рәсәй Федерацияһының Йәмәғәт Палатаһы Секретары урынбаҫары.
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1994). Пенин премияһы (1976), СССР-ҙың дәүләт премияһы (1986), Рәсәй Федерацияһының дәүләт премияһы (2002) һәм Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте премияһы (2003) лауреаты. «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» орденының тулы кавалеры.
Леонид Антонович Бокерия 1939 йылдың 22 декабрендә Очамчира ҡалаһында (Абхаз АССР-ы, Грузин ССР-ы) тыуа. Атаһы — Бокерия Антон Иванович (1900—1943). Әсәһе — Бокерия Ольга Ивановна (1905—1971).
1965 йылда СССР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының И. М. Сеченов исемендәге 1-се Мәскәү медицина институтын, 1968 йылда шунда уҡ аспирантура тамамлай.
1968 йылда СССР Медицина фәндәре академияһының А. Н. Бакулев исемендәге йөрәк-ҡан тамырҙары хирургияһы институтында тәүҙә өлкән ғилми хеҙмәткәр булып эшләй, һуңынан гипербарик оксигенация лабораторияһы мөдире итеп күсерелә. Ошо уҡ йылда медицина фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһен яҡлай[3].
1973 йылда медицина фәндәре докторы дәрәжәһен ала[4]. Профессор дәрәжәһенә эйә була.
1977 йылда фәнни эштәр буйынса директор урынбаҫары итеп тәғәйенләнә һәм был вазифала1993 йылға тиклем эшләй, һуңынан Рәсәй Медицина фәндәре академияһының Йөрәк-ҡан тамырҙары хирургияһы ғилми үҙәге ойошторолғас, уның Кардиохирургия институты директоры итеп тәғәйенләнә.
1994 йылдың сентябренән Л. А. Бокерия вазифа башҡарыусы була, ә 1994 йылдың ноябренән 2019 йылдың ноябренә тиклем — РАМН-дың А. Н. Бакулев исемсендәге НЦССХ директоры (һуңынан үҙәк Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡарамағына күсерелә). 2019 йылдың 25 ноябренән— А. Н. Бакулев исемендәге НЦССХ президенты[5].
И. М. Сеченов исемендәге Беренсе МДМУ-ның 2-се йөрәк-ҡан тамырҙары хирургияһы кафедраһы һәм МГМСУ-ның диплом алды белем алыу факультетының йөрәк-ҡан тамырҙары хирургияһы кафедраһы мөдире[6].
1994 йылда РАМН-дың «кардиохирургия» специальносы буйынса ғәмәлдәге ағзаһы.
2011 йылда Рәсәй фәндәр академияһының Физиология һәм фундаменталь медицина бүлеге буйынса ғәмәлдәге ағзаһы итеп һайлана.
Ҡыҙҙары — Бокерия Екатерина (1971), балалар кардиологы, медицина фәндәре докторы[7]; Бокерия Ольга (1973), кардиолог, РФА мөхбир ағзаһы (2016).
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.