Богословский Семён Петрович (11 ғинуар 1920 йыл8 февраль 1994 йыл) — 92-се гвардия айырым разведка ротаһы разведчигы (1-се Балтик буйы фронты 43-сө армия 90-сы гвардия уҡсылар дивизияһы), гвардия рядовойы.

Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Богословский Семён Петрович
Thumb
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 11 ғинуар 1920({{padleft:1920|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})
Тыуған урыны Боғорослан өйәҙе, Һамар губернаһы, РСФСР
Вафат булған көнө 8 февраль 1994({{padleft:1994|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (74 йәш)
Вафат булған урыны Ырымбур өлкәһе, Рәсәй
Хәрби звание рядовой
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө пехота[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
I дәрәжә Ватан һуғышы ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы III дәрәжә Дан ордены II дәрәжә Дан ордены I дәрәжә Дан ордены
Ябырға

Биографияһы

Семён Петрович Богословский Ырымбур губернаһы Матвеевка ауылында (хәҙер Ырымбур өлкәһе Матвеевка районы) крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Мәктәптә 4-се класты тамамлағас, колхозда тракторсы булып эшләй.

1942 йылдың 1 ғинуарында Матвеевский район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. Артиллерия полкында уҡыу үтә һәм 1942 йылдың ноябрендә фронтҡа ебәрелә.

1944 йылдың 10 июненән 11 июненә ҡарай төндә разведка ротаһы һалдаттары менән бергә Мемель йылғаһы аша сыға һәм икенсе ярҙа плацдарм булдырыу эшен башҡара. Гранаталар ташлап дошмандың пулемет нөктәһен юҡ итә һәм артабан дошман позицияларынав автоматтан ут яуҙыра. Дивизияның 1944 йылдың 28 авгусындағы приказы менән «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә.

1944 йылдың 5 авгусында Литваның Ликенай ҡасабаһы районыныда, разведчиктар төркөмө составында хәрәкәт итеп, 3 дошман һалдатын контроль әсирҙәр сифатында ҡулға ала, автоматтан ут асып бер нисә гитлерсыны юҡ итә һәм резведчиктар төркөмөнөң уңайлы урынға сығыуын тәьмин итә. Дивизия буйынса 1944 йылдың 30 авгусындағы приказы менән ул 3-сө дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә.

1944 йылдың 22 декабрҙән 23 декабргә ҡарай төнөн Латвияның Яунземай тораҡ пункты районында дошман позицияларына разведкаға барғанда разведчиктар дошмандың көслө һөжүменә дусар ителә. Төнгө һуғышта С. Богословский комадалыҡ иткән разведчиктар төркөмө автомат уты һәм гранаталар менән дошмандың 20 һалдатын юҡ итә. Дошман сигенергә мәжбүр була, ә Богословский үҙе бер һалдатты әсир итеп ала, 3 гитлерсыны үлтерә. Армияның 1945 йылдың 6 июнендәге приказы буйынса ул Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә.

1944 йылдың 22 сентябрендә командованиеның, стратегик юлдар узелы районындағы сопкаларҙың береһен алырға, тигән приказын үтәгәндә, урман массивы һәм һаҙлыҡ аша дошман тылына үтеп, разведчиктар ҡапыл дошманды көслө утҡа тота. С. Богословский беренсе булып траншеяға бәреп инә: автомат уты менән 3 гитлерсыны юҡ итә, граната ташлап дошмандың пулемет нөктәһен ҡыйрата. Ул армия буйынса 1944 йылдың 22 сентябрендәге приказы менән 2-се дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә .

1944 йылдың 9 октябрендә разведчик С. Богословский Лецкава тораҡ пункты янында разведчиктар төркөмө составында задание үтәгәндә дошмандың 6 бронетранспортер һәм бер рота тирәһе һалдаты булған төркөмөнә барып юлыға. Дошман тимер юлды, күперҙәрҙе һәм һуғыш ҡоралдары складын шартлатыу маҡсатында Рузгая районына үтеп инергә тырыша. Урман ситендә разведчиктар, бер взвод триәһе гитлерсыны юҡ итә, ә ҡалғандарын ҡасырға мәжбүр итә. Гранаталр менән БТР-ҙы шартлаталар, 4 дошман һалдаты үлтерелә, штаб документтарын ҡулға төшөрәләр. Был документтарҙа бик ҡиммәтле мәғлүмәттәр була. Армия буйынса 1944 йылдың 12 ноябрендәге приказы менән С. Богословский ҡабаттан 2-се дәрәжә Дан ордендары менән бүләкләнә.

Указ СССР Юғары Советы Президиумының 1958 йылдың 27 февралдәге Указы нигеҙендә С. Богословский ҡабатлап 1-се дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә.

1985 йылда Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙы күпләп бүләкләү башлана, һәм С. Богословский 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә.

1945 йылдың октябрендә демобилизацияланып, тыуған яғына ҡайта. Колхозда тракторсы булып эшләй. 1965 йылда кесе лейтенант дәрәжәһендә отставкаға ебәрелә.

1994 йылдың 8 февралендә вафат була.

Хәтер

  • Матвеевка ауылының Дан Аллеяһында Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарына ҡуйылған һәйкәлдә уның исеме лә яҙып ҡуйылған.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Әҙәбиәт

Wikiwand in your browser!

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.

Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.