Бишек йыры
боронғо фольклор жанрҙарының береһе / From Wikipedia, the free encyclopedia
Бишек йыры — баланы тирбәткәндә әсә йәки бала ҡараусы башҡарған йыр; айырым лирик жанр, халыҡ шиғриәтендә популяр.
Иң боронғо фольклор жанрҙарының береһе. Традицион халыҡ мәҙәниәтендә бишек йыры магия һаҡ функцияһын үтәүе мөмкин[1]. Барлыҡ халыҡтарҙа ла бишек йыры инструменттар талап итмәй, уны башҡарыу өсөн тауыш ҡына етә.