Бирмингем
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Бирмингем[11] (ингл. Birmingham [ˈbɜːmɪŋəm] , местна. произна. [ˈbɜːmɪŋɡəm]) — Бөйөк Британия ҡалаһы, ул Уэст-Мидлендс графлығындағы тантаналар һәм метрополия үҙәгенең «сити» статусы бирелеп, айырым районға бүленгән ҡалаһы.
Бирмингем | |
ингл. Birmingham | |
Байраҡ | Герб |
Нигеҙләү датаһы | VII быуат |
---|---|
Рәсми атамаһы | Birmingham |
Этнохороним | Brummie |
Рәсми тел | инглизсә |
Дәүләт | Бөйөк Британия[1] |
Административ үҙәге | Уэст-Мидлендс[d] һәм Бирмингем[d] |
Административ-территориаль берәмек | Бирмингем[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC±0:00[d] һәм UTC+1:00[d] |
Историческое графство | Уорикшир[d], Вустершир[d] һәм Стаффордшир[d] |
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан | Tame Valley Canal[d], River Tame[d] һәм River Rea[d] |
Хөкүмәт башлығы | Yvonne Mosquito[d] |
Халыҡ һаны | 1 137 100 кеше (2017) |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 140 ± 1 метр |
Туғандаш ҡала | Майндағы Франкфурт[2][3], Чикаго[4][3], Лейпциг[5][3], Йоханнесбург[6][3], Лион[d][3], Милан[3][7], Гуанчжоу, Сиань, Запорожье һәм Чанчунь[8] |
Милке | Александр-Стэдиум[d] |
Майҙан | 267,77 ± 0,01 км² |
Почта индексы | B |
Рәсми сайт | birmingham.gov.uk |
Тасуирлау биттәре |
britannica.com/place/Bir…[9] wiki.openstreetmap.org/w…[10] |
Һештег | Birmingham |
Һәйкәлдәр исемлеге | Scheduled Monuments in Birmingham[d] |
Портал открытых данных | Birmingham city Council Open Data[d] |
Тема иҡтисады | economy of Birmingham[d] |
Иң тәүге яҙма ваҡыты | 1166 |
Урындағы телефон коды | 121 |
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы | Category:Burials in Birmingham, West Midlands[d] |
Бирмингем Викимилектә |
Ҡала Көнбайыш Мидленд төбәгенең үҙәге һәм халыҡ һаны буйынса Бөйөк Британияның Лондондан икенсе урында торған ҡалаһы, унда 2011 йылда 1 000 000 кеше йәшәгән[12].
1166 йылда Бирмингем беренсе тапҡыр телгә алына[13]. XII быуаттан алып ҡала үҙенең йәрминкәләре менән билдәлелек алған.
XVI быуат башында Англия металл әйберҙәр, ҡорал, ювелир эштәренең эре үҙәгенә әйләнә. Ә инде XVIII быуатта ҡала Бөйөк Британияның сәнәғәт үҙәгенә әйләнә, уның халҡы 70 мең кешегә тиклем арта, ә XVII быуатта уның халҡы 15 мең кеше булған[13]. Бөтә донъяға билдәле ғалимдар һәм инженерҙар Уильям Мердок, Мэттью Болтон, Джеймс Уатт, Джозеф Пристли һәм Джон Баскервилл Бирмингемда йәшәй һәм эшләй[13].
XVII быуаттағы Англия буржуаз революцияһы ваҡытында Бирмингем парламентты хуплай. 1830 йылда буржуазияның ҡала ойошмаһы барлыҡҡа килә (Бирмингем сәйәси союзы), 1832 йылда ул парламент реформалары өсөн көрәштә мөһим роль уйнай. 1839 йылда Бирмингемда чартистар конвентының ултырышы үткәрелгән. 1839 йылдың июлендә Бирмингем буржуазияһы эшселәрҙең ғәскәр һәм полиция менән бәрелешенең сәбәпсеһе була.
XХ быуат башында ҡалала хәрби заводтар тиҙ үҫешә. Икенсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында Бирмингем немец авиацияһы тарафынан ҙур емереүҙәргә дусар ителә.
1974 йылдағы административ реформалар буйынса билдәләнгән сиктәре буйынса, Бирмингем ҡала-графлығы метрополия графлығы районы итеп үҙгәртелә, шул уҡ ваҡытта уға Саттон Колдфилд ҡалаһы өҫтәп бирелә.
Бирмингем ҡалаһы платола урынлашҡан. Ул Көнбайыш Мидленд конурбацияһының үҙәген тәшкил итә. 267 км² территорияны биләй һәм төньяҡ-көнсығышта Уорикшир тантаналар графлығы, көньяҡ-көнсығышта Солихалл районы, көньяҡта Вустершир тантаналар графлығы, төньяҡ-көнбайышта Дадли, Сандуэлл һәм Уолсолл райондары менән сиктәш.
Бирмингемға, бөтөн Англияға кеүек, йомшаҡ һәм дымлы климат хас. Миҙгел араларындағы тирбәлеүҙәр бик аҙ, һирәк йәй бик эҫе була, көслө һалҡындар бөтөнләй тиерлек булмай. Бында уртаса диңгеҙ климаты. Ғинуарҙың һәм февралдең уртаса температураһы (иң һалҡын айҙар) +3,1 °C, июлдә +15,8 °C (иң йылы ай).
Климат Бирмингем | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткестәре | Дек. | Ғин. | Март | Апра. | Май | Июнь | Июль | Авг. | Сена. | Окт. | Нояб. | Февр. | Йыл |
Һауа температураһы, °C | 6,0 | 6,2 | 8,9 | 11,9 | 15,3 | 18,8 | 20,6 | 20,1 | 17,6 | 13,8 | 9,2 | 7,1 | 13,0 |
Уртаса температура, °C | 3,1 | 3,1 | 5,2 | 7,6 | 10,6 | 14,0 | 15,8 | 15,4 | 13,2 | 10,0 | 6,0 | 4,2 | 9,0 |
Уртаса минимум, °C | 0,3 | 0,1 | 1,5 | 3,3 | 6,0 | 9,2 | 11,1 | 10,8 | 8,8 | 6,2 | 2,9 | 1,3 | 5,1 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 57 | 48 | 51 | 49 | 56 | 56 | 46 | 66 | 54 | 52 | 59 | 66 | 660 |
Сығанағы: World Climate 2018 йыл 18 ғинуар архивланған. |
2011 йылда Бирмингемда халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса 1 074 300 кеше йәшәй, халыҡ тығыҙлығы уртаса 4011,6 кеше/км². Уның 22,8% балалар тәшкил итә (15 йәшкә тиклем), 62,4% эшкә яраҡлы кеше (16 йәштән 64 йәшкә тиклем) һәм 14,8 процент-оло йәштәге кеше (65 йәштән өлкәндәр).
2011 йылда халыҡ иҫәбен алыу буйынса төп этник төркөмдәр:
2011 йылдың статистика бюроһы мәғлүмәттәре буйынса диндәр:
Бирмингем — индустриаль ҡала. Унда аҙыҡ-түлек үҫтереү, металлургия, машиналар эшләү (шул иҫәптән электротехник) сәнәғәте үҫешкән. Ҡала төҙөлөш йәмғиәтен барлыҡҡа килтереүҙең пионеры булараҡ билдәле.
Бирмингем ювелир сәнғәте (келәймәһе «якорь») бөтә донъя буйынса билдәле һәм киң таралған. Ҡалала йыш ҡына ювелир күргәҙмәләре үткәрелгән («The Show Jewellery 2011» 6-10.02.2011, «The Show Jewellery 2012» 5-9.02.Һ. б. 2012)
Бирмингем менән ҡала советы идара итә, ул 40 һайлау округтарында һайланған 120 депутаттан тора. Һуңғы һайлауҙар һөҙөмтәһе буйынса ҡала советының 45 урынын консерваторҙар биләй[14].
Бөйөк Британияла һәм Европала Бирмингем алдынғы фәнни үҙәктәрҙең береһе булып тора. Ҡалала өс университетыһәм ике университет колледжы урынлашҡан. Бирмингем университеты (University of Birmingham) — илдә иң эреләрҙең һәм билдәлеләрҙең береһе[15]. Шулай уҡ белем һәм Бирмингем шулай уҡ мәктәптә белем биреү менән данлыҡлы — Король Эдвард мәктәбе йыл һайын мәктәптәр араһындағы рейтингта иң юғары позицияны биләй, ә Король Эдвард ҡыҙ балалар өсөн мәктәп — Англияның ҡатын-ҡыҙҙар өсөн иң яҡшы гимназияһы.
Бирмингем автомобиль, тимер юл һәм йылға транспорттарының эре транспорт үҙәге. Ҡала аша M5, M6, M40, M42 юлдары үтә; Гравелли-Хилл транспорт сиселеше Бөйөк Британияла иң билдәлеләренең береһе. M6 трассаһы ҡалалағы Бромфорд виадуғы (Берләшкән короллектең иң оҙон күпере — 5,6 км) аша үтә.
Бирмингем-Нью-Стрит тимер юл станцияһы — Бөйөк Британияның Лондондан ситтә торған иң күп ҡулланылған станцияһы; шулай уҡ CrossCountry алыҫ магистралле тимер юл компанияһы хабы булып тора һәм Trains Virgin Юстондан (Лондон), Глазго-сентрал һәм Эдинбург-Уэверли вокзалы йүнәлештәр булып тора.
Ҡала үҙәгенән 10 км көньяҡ-көнсығышта Бирмингем халыҡ-ара аэропорты урынлашҡан, ул Бөйөк Британияла иң күп файҙаланылған аэропорттар араһында етенсе урынды биләй.
Ҡала территорияһында Бирмингем англикан кафедраль соборы урынлашҡан, ул 1710—1725 йылдарҙа төҙөлгән, Бирмингем англикан епархияһы һәм Бирмингем католик кафедраль соборы бар, улар 1839—1841 йылдарҙа төҙөлгән. Шулай уҡ I категория монументы булып ҡалған Изге Павел сиркәүе бар.
Бирмингем ҡалаһы музейы (Birmingham Museum) һәм уның үҙ картиналар галереяһы 1885 йылда асыла, улар ҡала үҙәгендә урынлашҡан, бинаһының өҫтөн «Брум Биг» (Big Brum) бейек сәғәт манараһы биҙәй.
Шулай уҡ Бирмингемда транспорт музейы һәм һыу аҫты донъяһы музейы бар.
Бирмингем ювелир сәнғәте музейы — ҡаланың үҙенсәлекле иҫтәлекле урындарының береһе.
Даддестон тимер юл виадугы(оҙонлоғо 325 метр) 1846 йылда төҙөлгән булған, әммә бер ҡасан да тәғәйенләнеше буйынса файҙаланылмаған 1980-се йылдарҙа ул емерелә башлаған, шуға күрә уны һүтеү тураһында ҡарар ҡабул ителә, һәм хатта бер нисә терәге юҡ ителә, әммә урындағы халыҡ һәм рәссам-волонтерҙар ҡоролманы яҡлап сыға, улар виадукты тергеҙә һәм уны йәмәғәттең тәбиғәттә ял итеү урынына әйләндерә.
Клубтар:
Стадиондар:
Бирмингемдың ете туғанлашҡан ҡалалары бар:
Дуҫлыҡ тураһында килешеү нигеҙендә Бирмингем Гуанчжоу (ҠХР) һәм Мирпур (Пакистан) ҡалалары менән бәйле[16][17].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.